Ҡарағай-Покровка
Ҡарағай-Покровка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 153 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462211 |
Ҡарағай-Покровка (рус. Карагай-Покровка) — Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Гөбөрлө йылғаһы ярында, округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 39 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға XX быуат башында Воронеж губернаһы күскенселәре башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәргә нигеҙ һала.[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Новопокровка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составына индерелгән[5][6].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атамаға ошондай аңлатма бирә: топонимдың тәүге өлөшөндә башҡорт теленән ингән «ҡарағай» һүҙе бар: ҡасабанан төньяҡ-көнбайышҡа табан бер саҡрым алыҫлыҡта ҡаялы битләүҙәрҙә һәм Гөбөрлө йылғаһы үҙәнендә реликт Ҡарағай урмандары теҙелеп киткән[7][8].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 224 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 79 %) , 2010 йылда — 153[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст , 1994. — ISBN 5-900802-02-7]
- ↑ Кайракла 2020 йыл 23 ноябрь архивланған.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.