Үрге Сабаҡлы
Үрге Сабаҡлы (башҡа атамалары — Сабаҡлы; рус. Верхняя Чебокла, Чебаклино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл. Һары ауыл советына ҡараған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы Сабаҡлы йылғаһы исеменән барлыҡҡа килгән[1].
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабаҡлы йылғаһы буйында, Түбәнге Сабаҡлы ауылынан 1 км үрҙәрәк урынлашҡан булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға үҫәргән ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған[2].
1863 йылда Сабаҡлы ауыл йәмғиәтенең Сабаҡлы, Әбүбәкер, Ишбирҙе, Үҙәмбай ауылдары башҡорттарының йәйләүҙәре Кесе Ҡаялы йылғаһы башынан Үлмәҫ-Үлгән йылғаһының тамағына тиклем, Үлмәҫ-Үлгән тамағынан Душа-Клиряк-Тапкан шишмәһенең инешенә ҡарай Саҡман убаһына тиклем, унан һуң Оло Ҡаялы йылғаһында һәм унан түбәнге ағымында Бөгөл урынына тиклем һуҙылған Әсетулла күленә ҡарай, Бөгөлдән йәнә Кесе Ҡаялы йылғаһының башына тиклем тип һуҙылыуы тасуирланған[3].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1950 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Хәлил районы составында була. 1950—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Яңы Покровка районы составында була. 1959 йылдан Хәлил районы (1960 йылда Гай районы тип үҙгәртелә), ә аҙаҡ Ҡыуандыҡ районы составында була.
1960-сы йылдарҙа ауыл юҡҡа сыҡҡан[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 | 1920 |
---|---|
238 | 259 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Стрельников С. М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, 1994. — С. 26. — ISBN 5-900802-02-7.
- ↑ История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин.. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Белая река, 2019. — С. 191. — 704 с.
- ↑ «Начиная с вершины р. Малой-Каялы до устья речки Улмяс-Ульган, от устья Улмяс-Ульгана на вершину речки Душа-Клиряк-Тапкан до убы (холма) Сакман, оттоль на озеро Асетуллы, находящееся на реке Большом Каялы и ею вниз по течению до местечка Бугуль, с Бугуля опять на вершину речки Малой Каялы… Пространство описанных кочевок занимает в окружности до 30 верст»
— Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 108. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.