Эстәлеккә күсергә

Һары (Яңы Һары ауыл советы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 944 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462250
Карта

Һары (рус. Сара)— Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тимер юл станцияһы.

Станция округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көнсығыштараҡ туранан яҡынса 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Һары станцияһының климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь.. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Станция 1916 йылдамы, бәлки 1917 йылдалыр, Ырымбур — Орск тимер юл линияһы төҙөлөшө барған саҡта ойошторолған. Революция, граждандар һуғышы Хәлил һәм Орск яғына линияны дауам итергә ҡамасаулай, һәм Һары станцияһы оҙайлы ваҡыт тупикта ҡала[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Яңы Һары ауыл Советына ингән, уның үҙәге булған; муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған.

Станция атамаһы (дромонимы) Һары йылғаһынан килеп сыҡҡан. Ә гидроним буйынса төрлө фараздар төрлө булһа ла хәҡиҡәткә иң яҡыны — уның ярҙарындағы һәм эргә-тирәһендәге һары балсыҡ күп булыуы һәм ташҡын ваҡыттарында һыуға ла төҫ биреүе булған тигән фараз[5].

2002 йылдан даими йәшәгән халыҡ һаны 942 кеше (урыҫ 76 %), 2010 йылда 944[6].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. Имя речки Сара — башкирское, оно имеется и в других тюркских языках и в переводе на русский означает «жёлтая». Название объясняется тем, что в берегах реки, а также и поблизости находилась жёлтая глина, поэтому во время сильных разливов вода в речке приобретала желтоватый цвет. Переселенцы быстро нашли применение этой глине: они разводили её в воде, добавляли ещё что-то и красили (белили) ею жильё и хозяйственные постройки. Впоследствии это второе название села — Сара — стало официальным и общеупотребительным, а первое — Петропавловка было опущено — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  6. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.