Эстәлеккә күсергә

Новоуральск (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новоуральск
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 1112 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462232
Карта
 Новоуральск Викимилектә

Новоуральск — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл Жангызагашсай йылғаһы Яйыҡ йылғаһына ҡойған урында ,Ҡыуандыҡтан көньяҡ-көнбайыштараҡ 27 саҡрым, Орскиҙан көнбайышҡа табан 90 саҡрым, Ырымбурҙан көньяҡ-көнсығышҡа табан 160 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауылдың көньяҡ сигенән Ырымбурҙан Урал һәм Маяҡлы ҡасабаларына тиклем автомобиль юлдары үтә (Беляевка аша). Ауыл эргәһендәге күпер аша йылғаның уң ярынан Ҡыуандыҡҡа юл китә. Иң яҡын урынлашҡан Краснощёково ҡасабаһы янында Ырымбур — Орск автомобиль юлына йүнәлеш алына.

Климаты

Новоуральск ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[3].

Сәғәт бүлкәте
МСК+2 (Өфө ваҡыты)
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Новоуральск ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4].

[5].

Ауыл ХХ быуаттың тәүге тиҫтә йыллығында барлыҡҡа килгән. 1960 йылғы исемлектәрҙә Ново-Уралец тип аталған — был хаҡта Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында яҙған[6].

Ҡыуандыҡ районынан Ҡыуандыҡ ҡала округына күсерелгәнгә тиклем Новоуральский ауыл Советы үҙәге булып торған.

Ауылға исем Урал (Яйыҡ) йылғаһы буйынса бирелгән, сөнки шул йылға буйында ултыра. Элгәре уны рус. Уральский посёлок тип тә йөрөткәндәр. «Приуральский» совхозының үҙәк усадьбаһы булып торғанлыҡтан, халыҡ телендә Приуральск тигән исеме лә булған[6].

Ауылда икмәк пекарняһы, почта бүлексәһе, дауахана, магазиндар бар.

Халыҡ иҫәбе
2010[7]
1112

Новоуральск панорамаһы

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  5. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  6. 6,0 6,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.