Урыҫ Ҡансураһы
Урыҫ Ҡансураһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 102 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462205 |
Урыҫ Ҡансураһы (рус. Русское Канчерово) —Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көнбайыш-төньяҡ-көнбайыштараҡ, Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға яҡынса ХХ быуат башында, Тамбов губернаһы урыҫтары тарафынан был ерҙәр урындағы башҡорттарҙан һатып алынған ваҡытта нигеҙ һалынған, тип фаразлана. Атамаһы — Һаҡмар буйында 4 километрға үрҙәрәк урынлашҡан Ҡансыра тигән башҡорт ауылынан (хәҙер — Башҡорт Ҡансыраһы)[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Кувандыкский край в географ ических названиях» тигән китабында биргән мәғлүмәт буйынса, ойконимдың икенсе өлөшө — Ҡансура исеме ер һатҡан башҡорт ауылынан күсеп килгән һәм яңы ауыл Урыҫ Ҡансураһы тип атала башлаған. Ҡансура — башҡорт исеме, хан+сура һүҙҙәренән хасил булған; батыр, ҡыйыу; хаким тигән мәғәнәләр бирә[5][6].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда халҡын даими йәшәгән 135 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 83 %), 2010 йылда — 102[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 70-се бит
- ↑ Башкирское Канчерово — именуется так по преобладающему башкирскому населению — в отличие от расположенной в этой же сельской администрации д. Русское Канчерово, где живут русские. В «Списке населенных мест» 1871 г. — д. Канчурина (Кончурина, Кипчак). В списках 1901 г. — хутор Канчуринский. В речи жителей района — Башканчерово, а по-башкирски — Кансура — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 70-се бит