Яңы Казанка (Ырымбур өлкәһе)
Яңы Казанка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 184 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462201 |
Яңы Казанка (рус. Новоказанка) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ, яҡынса 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
- Сәғәт бүлкәте
Яңы Казанка ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[3]. |
[4].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәт ителеүенсә, ауылға 1900 йылда йәки саҡ ҡына элегерәк Воронеж һәм Пенза губерналарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған. Исеме, күрәһең, иҫке тыуған төйәктәре — Казанка ауылы иҫтәлегенә бирелгән. Уның тағы ике исеме бар. Тәүгеһе башҡорттарға билдәле — Аҡ-Кәпәс, икенсеһе — Белошапка — тәүгеһенең һүҙмә-һүҙ тәржемәһе тип иҫәпләнә[6]
Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеген, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[7][8].
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Оноприевка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда даими йәшәгән халҡы 259 кеше тәшкил иткән (урыҫтар — 79 %), 2010 йылда — 184 кеше булған[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.