Эстәлеккә күсергә

Залужье (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Посёлок
Залужье
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Оренбургская область

Муниципальный район

Кувандыкский

Координаталар

51°17′49″ с. ш. 57°08′21″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

1966 йылға тиклем — поселок фермы № 3 совхоза «Приуральский»

Халҡы

245[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

53 224 834 003

Код ОКТМО

53 714 000 391

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Залужье (Рәсәй)
Залужье
Залужье

Залужье — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Залужье ҡасабаһы Яңы Уральск ауылынан 8 км түбәнерәк Яйыҡ йылғаһының уң ярында урынлашҡан[2].

Климаты

Залужье ҡасабаһы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[3].

Сәғәт бүлкәте
МСК+2 (Өфө ваҡыты)
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Залужье ҡасабаһы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4].

[5].

Залужье ауылы Октябрь революцияһына тиклем Аул N° 1, һуңғараҡ — Аул N° 8 тип аталып йөрөгән. 1960 йылғы исемлектәрҙә — «Приуральский» совхозының 3-сө фермаһы[2].

1966 йылдың 17 октябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы «Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемен үҙгәртеү тураһында» Указ ҡабул итә. Указ шул йылда «Ведомости Верховного Совета РСФСР» журналының 42-се һанында баҫылып сыға (20 октябрь). Шул Указға ярашлы, «Приуральский» совхозының 3-сө фермаһы Залужье тип атала башлай[6].

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, яҙғы ташҡында Яйыҡ йылғаһында һыу ҡасаба сигенә тиклем килеп етә, һуңынан был туғайҙарҙа күпереп һутлы үлән үҫә, шунда бесән сабалар, мал көтәләр. Бына шул туғайҙар аръяғында ултырған ауыл Залужье (Туғай аръяғы) тип атала ла инде[7].

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
245
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  3. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  5. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  6. Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. «О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области» // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября)
  7. В половодье вода р. Урал доходит почти до края поселка, потом на месте разлива зеленеют сочные луга, на которых косят сено и пасут скот. Название-ориентир указывает, что населенный пункт расположился за лугами. — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.