Ильинка (Ҡыуандыҡ районы)
Ильинка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 835 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462231 |
Ильинка — Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ырымбур өлкәһе үҙәк өлөшөнөң көнсығышында, Яйыҡ йылғаһының уң ярында, М5 автомобиль юлы үткән ерҙә, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡтан яҡынса 23 километр йыраҡлыҡта (туранан) урынлашҡан. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 158 метр[3].
- Климаты
Ильинка ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[4].
- Сәғәт бүлкәте
Ильинка ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5]. |
[6].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1742 йылда Ырымбур комиссияһы начальнигы И. И. Неплюев тарафынан нигеҙ һалынған. Ырымбур сик һыҙатының Красногорск дистанцияһы ҡәлғәһе булараҡ ойошторолған ул. Был хаҡта төбәк тарихы белгесе Ф. М. Стариков яҙып ҡалдырған[7].
2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[8]
2015 йылдың 1 майына тиклем[9] хәҙер бөтөрөлгән Ильинка ауыл Советы үҙәге булып торған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, ауыл Ырымбур комиссияһы начальнигы И. И. Неплюев тарафынан булдырылған һәм уның был ниәте православтарҙың Илья пәйғәмбәргә бағышланған сиркәү байрамына тура килеүе менән бәйле, ауылға Ильинка исеме бирелгән. Ауыл исеменең төрлө сығанаҡтарҙа аталышы: 1755 йылғы картала — Ильинска; 1871 йылғы «Список населенных мест» тигән исемлектә — «Ильинская, станица казачья Оренбурского ведомства»; 1894 йылғы «Энциклопедический словарь» һүҙлегендә — «Ильинская крепость».
Татарҙар ауылды Инжел тип атап йөрөгән. Стрельников былай тип атауҙы Инжил тигән андроним менән бәйләй. Шул уҡ ваҡытта Евангелие китабы ла Инжил тип тәржемә ителә бит[10].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гендер составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының гендер структураһында ир-егеттәр 56,6 %, ҡатын-ҡыҙҙар 43,4 % процент тәшкил иткән.
- Милли составы
2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, 773 кешенән торған халыҡтың милли структураһын 51 % урыҫтар, 42 % татарҙар тәшкил иткән[11]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Il’inka (ингл.). GeoNames.
- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011)
- ↑ Знаток этого края Ф. М. Стариков писал: «Следуя от Красной горы к Орской крепости, Неплюев 20 июля, в день св. Пророка Ильи, выше 90 верст крепости Красногорской на берегу Яика основал крепость Ильинскую» — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О преобразовании муниципальных образований, расположенных на территории Кувандыкского района Оренбургской области» (с изменениями на: 12.11.2015)
- ↑ Ильинка, названо по церковном у празднику в честь Ильи пророка. Основано 1742 г. начальником Оренбургской комиссии И. И. Неплюевым как крепость красногорской дистанции О ренбургской пограничной линии. На карте 1755 г. — Ильинска. В «Списке населенных мест» 1871 г. — «Ильинская, станица казачья Оренбургского ведомства». В «Энциклопедическом словаре» 1894 г. — «Ильинская крепость». Татарское название села — Инжел (от мужского личного имени Инжил). — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.