Неплюев Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Неплюев Иван Иванович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Рәсәй
Тыуған көнө 5 (15) ноябрь 1693
Вафат булыу көнө 11 (22) ноябрь 1773 (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Петербург губернаһы[d]
Балалары Неплюев, Адриан Иванович[d]
Һөнәр төрө дипломат, сәйәсмән
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
кавалер ордена Святого Александра Невского орден Святого Александра Невского орден Святого апостола Андрея Первозванного
Ҡултамға
Хәрби звание Шаутбенахт[d]
Commons-logo.svg Неплюев Иван Иванович Викимилектә

Неплюев Иван Иванович (5 [15] ноябрь, 1693 й. — 11 [22] ноябрь 1773 й.) — рус адмиралы, действительный йәшерен советник, Неплюевтар нәҫеленән дипломат, Көньяҡ Уралды ойоштороусы, мемуарҙар авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Череменец күле ярында Наволок[1] алпауыт хужалығында Новгород алпауыты Иван Никитич Неплюев (1672-1709) һәм кенәз ҡыҙы Марфа Петровна Мышецкая (1673 — 1715) ғаиләһендә тыуа. 1711 йылдың 6 сентябрендә И. Ю. Татищевтың ҡыҙ туғаны Феодосья Федоровна менән никахлаша.

1715 йылда, указ буйынса 1714 йылда, өйләнеүенә һәм ике балаһы булыуға ҡарамаҫтан, Новгород математика мәктәбенә уҡырға инә. 1715 йылдың июнендә Нарва навигация мәктәпбенә, ә өс ай үткәс, яңы асылған Петербург диңгеҙ академияһына күсерелә, уны 1716 йылда тамамлай. Ревель флотында гардемарин булып хеҙмәт итә, уҡыу өсөн Венецияға ебәрелә; 1717 — 1718 йылдарҙа Венецияның Төркиә менән һуғышында ҡатнаша. Белем алыуын Кадикста дауам итә; 1720 йылда Рәсәйгә ҡайта.

1720 йылда бөйөк Петр алдында имтиханды бик яҡшы тапшыра һәм батшанан: «был йәш кешенән рәт сығыр» тигән маҡтау ишетә, һәм диңгеҙ  галера флоты поручигы чинында Петербургта төҙөлгән бөтә караптарға баш командир итеп тәғәйенләнә..

1721 — 1734 йылдарҙа  Константинополдә рус резиденты була һәм «төрөк һарайы даирәһендә оҙаҡ ваҡыт булғаны һәм император Ғали йәнәптәренең хеҙмәтен һәйбәт башҡарғаны өсөн» 1724 йылда 3-сө ранг капитаны чины, 1726 йылда — 1-се ранг капитаны чины һәм 1728 йылда капитан-командор чины бирелә. 1730 йылда шаутбенахт чинын ала. 1737 йылда Немировский конгресында, 1739 йылда Белград солохын төҙөү тураһындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.

1740 йылда Киев губернаторы булараҡ, Днепр һәм Буг йылғалары буйлап Рәсәй менән Төркиә араһындағы сикте билдәләүҙә ҡатнаша[2]. 1741 йылдың ноябрендә, Елизавета I-ҙең батшалыҡ итеүе башында, ошаҡ һөҙөмтәһендә, Малороссияның баш командиры вазифаһынан бушатылып, ҡулға алына, йәшерен советник чинынан, Изге Александр Невский орденынан һәм Малороссиялағы ерҙәренән мәхрүм ителә.

Тиҙҙән императрица Неплюевтың ғәйепле булмауына инана, чинын, орденын ҡайтарып бирә, ә бына тартып алынған ерҙәрен ҡаҙнала ҡалдыра, 1742 йылда уны Ырымбур крайына (хәҙерге Һамар һәм Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан, Пермь крайының һәм Көнбайыш Ҡаҙағстандың бер өлөшө) наместник — Ырымбур комиссияһы башлығы итеп тәғәйенләй. Крайға 16 йыл буйы идара итеү осоронда Неплюев, башҡорттар, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар һәм башҡаларҙан һаҡланыу өсөн Ырымбурға нигеҙ һала, Һамар, Урал, Уй, Увелька, Миәс һәм Тубыл йылғалары буйлап 70 ҡәлғә төҙөй, Ырымбур казак ғәскәренә дөрөҫ хәрби йүнәлеш бирә, Яйыҡ ғәсҡәренең ҡоролошон яҡшырта, шулай уҡ, башҡорттарҙың, суҡындырылған ҡалмыҡтарҙың һәм Ырымбур крайына күсенеп килгән башҡаларҙың хәлен арыулата, мәктәптәр һәм сиркәүҙәр төҙөү, сауҙа һәм сәнәғәтте күтәреү тураһында бик ныҡ хәстәрләй; ул идара иткән осорҙә 28 баҡыр иретеү һәм 13 тимер эше заводтары асыла.

1743 йылда Ырымбурҙың Яйыҡ ярында, Һаҡмар тамағы эргәһендә урынлашасағын билдәләй. 1743 йылдың 22 сентябрендә Сенат Неплюевтың юллауын раҫлай, һәм Силәбе ҡәлғәһе Исәт провинцияһының төп административ үҙәге һәм йәрминкә баҙарҙарына әйләнә[3]. Ул әллә ни ҙур юғалтыуҙар кисермәй генә 1755-1757 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарҙы тынысландырыуға һәм мосолмандарҙы рустарға ҡаршы  яуға күтәрергә йыйынған мулла Абдулла Ғәлиевты тотоуға өлгәшә. Ошо ваҡиға хөрмәтенә Урал йылғаһының бейек ярына Азияға табан асылған символик ҡапҡа — Елизавета ҡапҡаһы ҡуйыла.

1758 йылда отставкаға китә. 1760 йылда сенатор һәм конференц-министр итеп тәғәйенләнә (1760 йылдың 16 авгусынан 1762 йылдың 20 ғинуарына тиклем). Ул Екатерина II-нең ҙур ышанысы менән файҙалана, шуға ла батшабикә Петербургта үҙе булмаған саҡта баш ҡалалағы ғәсҡәрҙе Неплюев ҡарамағында ҡалдырыр була, уның менән хат алышып тора һәм тәхет вариҫы тураһындағы хәстәрлекте лә уға ышанып тапшыра.

1761 йылдың октябрендә ул кенәз ҡатыны Наталья Федосиевна Долгорукованан дача һатып ала — «Шлиссельбург өйәҙендә, Нева һәм Тосня йылғалары буйында, Санкт-Петербургтан 31 саҡрым алыҫлыҡта »; был биләмәне (хәҙер Отрадное) аҙаҡ Екатерина II ейәне Искәндәр өсөн һатып ала.

1764 году йылда күреү һәләтен юғалта, отставкаға сыға. Петербургта улында, аҙаҡ — Поддубьелағы имениеһында йәшәй, шунда үлә һәм ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В 1711 йәки 1712 йылда Федосье Фёдоровне Татищеваға (1695 — 4.12.1740, Киев), стольник Ф. Ю. Татищевтың ҡыҙына өйләнә. Балалары:

  • Адриан (19.8.1712, Поддубье — 8.11.1750, Константинополь) — Голландияла белем ала; 1721 йылда атаһы менән Константинополгә бара;1740 йылдан — Сит ил эштәре коллегияһы секретары, артабан Төркиәләге илселектә секретарь; 1745 йылдан — Константинополдә резидент;
  • Мария (14.7.1714, Поддубье — 31.7.1769, Санкт-Петербург), вице-адмирал Воин Яковлевич Римским-Корсаковта кейәүҙә (4.7.1702 — 30.7.1757)[4].
  • Сергей (1716—1723);
  • Марфа (1721—1721?);
  • Анна (19.1.1730, Константинополь — 14.8.1781), действительный йәшерен советник, Аҫабалыҡ коллегияһы президенты Михаил Киприанович Лунинда (1712 — 22.9.1776) кейәүҙә;
  • Николай (12.5.1731, Константинополь — 24.5.1784),  Коммерц-коллегия вице-президенты, сенатор, йәшерен советник.

Тол ҡалғандан һуң Иван Неплюев 1741 йылдың 7 октябрендә икенсе тапҡыр фрейлин Анна Ивановна Панинаға (1717—1745, Орск), генерал-поручик Иван Васильевич Паниндың ҡыҙына (1673—1736) Аграфеныа Васильевна Эверлаковаға (1688—1763) өйләнә. Ошо никах арҡаһында  абруйлы графтар Никита һәм Петр Паниндарҙың кейәүенә әйләнә.

Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. И. Неплюевтың «Записки»лары тәүге тапҡыр 1823 йылда Свиньиндың «Отечественные Записки»ларында баҫыла, аҙаҡ 1871 йылда Л. Н. Майков уны «Русский Архив»та, авторҙың өҫтәмәләре менән ҡабатлап баҫтырып сығара.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Изге Александр Невский ордены (1740)
  • Изге апостол Андрей Первозванный ордены (1762).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1825 йылдың 2 ғинуарында Ырымбурҙа Неплюев исемен йөрөткән хәрби училище асыла, аҙаҡ ул кадет корпусына әйләнә.
  • 1994 йылда Ырымбурҙа И. И. Неплюевҡа бюст асыла.
  • Троицк ҡалаһында И. И. Неплюевҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Ырымбур өлкәһе хөкүмәте һәм Лужский районы хакимиәте И. И. Неплюев ерләнгән урынды төҙөкләндеререүҙе һәм иҫтәлекле крест ҡуйыуҙы планлаштыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Адмирал, дипломат, губернатор. Лужский новостной блог (2012-10-19). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 декабрь 2012. 9 декабрь 2012 тикшерелгән.
  2. Щербина В. И. Кіевскіе воеводы, губернаторы и генералъ-губернаторы отъ 1654 по 1775 г. // Чтенія въ историческомъ общест†Нестора лЂтописца. — Киев, 1892. — Т. 6. — Отд. 2. — С. 123-148.
  3. Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года. — Казань, 1897. — Т. 2. — С. 461.
  4. Сын её — Пётр Воинович Римский-Корсаков (ум. 1815) — приходится дедом композитору Н. А. Римскому-Корсакову (1844—1908).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. И. Неплюевтың Ырымбур өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында, әле ул тере саҡта уҡ,  П. И. Рычков яҙа(Ырымбур тарихы. — 1750) . И. И. Неплюевтың биографияһы В. Н. Витевский мәҡәләләрендә ентекле яҡтыртыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]