Ырымбур экспедицияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Императрица Анна Иоанновна

Ырымбур экспедицияһы — 1734 йылдың 1 майында императрица Анна Иоанновнаның Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереү, башҡорт ерҙәрен үҙләштереү өсөн комиссия төҙөү тураһындағы ҡарары (указы). Экспедицияның бурыстары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:

  • Ур йылғаһының Яйыҡҡа ҡушылған ерендә нығытылған ҡәлғә төҙөү һәм Башҡортостанды көньяҡтан һәм көнсығыштан ҡәлғәләр теҙмәһе менән уратып алыу.
  • Башҡорт ихтилалдарын туҡтатыу.
  • Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереп, артабан Ҡаҙағстан аша Урта Азияға үтеп инеү.

Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа өcөy Ырымбур ҡалаһы төҙөлөргә тейеш булған. Был пландың начальнигы Сенаттың обер-секретары И. К. Кирилов былай тигән: «Ырымбур Башҡортостандың сигендә төҙөлә. Ул башҡорттарҙы буйһондороу өсөн кәрәк. Башҡорттар йәшәгән ерҙәр стена менән уратылып алынған кеүек була». Экспедиция начальнигы итеп И. К. Кирилов үҙе тәғәйенләнә. Уға ошо уңай менән статский советник титулы бирелә. Был дәрәжә хәрбиҙәрсә бригада генералы тигән исемгә тиң. Кириловтың урынбаҫары итеп православие диненә күскән, суҡынмыш татар мырҙаһы А. И. Тевкелев билдәләнә. Башҡорттар был палачты Тәфтиләү тип атаған. 1734 йылдың 15 июнендә экспедиция Петербургтан юлға сыға, 10 ноябрҙә И. К. Кириловтың 3,5 меңлек отряды Өфөгә килеп етә, 1735 йылдың15 авгусында И. К. Кирилов Ур йылғаһының (урыҫса — Орь) Яйыҡҡа ҡойған урынында Оренбург ҡәлғәһенә (башҡортса — Ырымбур) нигеҙ һала. Ырымбур 1740 йылда Красная Гора тигән икенсе урынға, ә 1743 йылда өсөнсө (хәҙерге) урынға, Һаҡмар йылғаһының Яйыҡҡа ҡушылған еренә күсерелә. Тәүге Ырымбур Орск ҡәлғәһе тип атала башлай, хәҙер — ҡала.

Ырымбур, XVIII быуат

XVIII быуаттың 30 — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен Яйыҡ йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен башҡорттар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән һаҡлаясаҡ», — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар.

Ырымбур экспедицияһының начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. И. К. Кирилов 17341737 йылдар;
  2. В. Н. Татищев 17371739 йылдар;
  3. В. А. Урусов 17391741 йылдар;
  4. Л. Я. Соймонов 17411742 йылдар
  5. И. И. Неплюев 17411742 йылдарҙа начальник, ә 17421758 йылдарҙа наместник, губернатор.

Башҡорт ихтилалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

17351736 йылдарҙа ихтилалалға — Килмәк абыҙ, 17371738 йылдарҙа — Бәпәнәй батыр, 17391740 йылдарҙа Ҡараһаҡал етәкселек итә. Көстәр нисбәте тиң булмағас, еңеү хөкүмәт ғәскәре яғында була, әлбиттә. 17351740 йылдарҙа Башҡортостандың азатлығын һаҡлап ҡалыу өсөн күтәрелгән оло яуҙа халҡыбызҙың өстән бер өлөшө һәләк була. Шулай итеп, Рәсәйгә килешеү менән ҡушылған Башҡортостан, ике быуат үткәс, империяның колонияһына әүерелә. Америка тарихсыһы Үолтер Коларз «Рәсәй һәм уның колониялары» (1955) исемле китабыyда былай тип яҙа: «Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыу Рәсәй тарихындағы иң күренекле ваҡиғаларҙың береһе булған. Ул ваҡиға үҙенең әһәмиәте буйынса Ҡазан яулап алыуға тиң». 1744 йылда Ырымбур экспедицияһы (комиссияһы) урынына Ырымбур губернаһы төҙөлә. 1865 йылға тиклем Ырымбур ҡалаһы Башкортостандың хәрби административ үҙәге була. 1865 йылдан Башҡортостандың төньяҡ өлөшөӨфө губернаһына бирелә, ә көньяҡ өлөшө Ырымбур губернаһы составында ҡала.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. 1552—1740. Уфа, 1995. 284-се бит.
  2. Рауил Бикбаев, тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан календары 2004 йылға.