Кирилов Иван Кириллович
Кирилов Иван Кириллович | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1695[3] |
Вафат булған көнө | 14 апрель 1737 или 14 (25) апрель 1737[3] |
Вафат булған урыны | Һамар, Сембер провинцияһы[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | географ, статистик |
Эшмәкәрлек төрө | география, Картография һәм тарих |
Кирилов Иван Кириллович Викимилектә |
Кирилов Иван Кириллович (Рус батшалығы, Псковщина — 1695 йыл[4], Рәсәй империяһы, Ҡазан губернаһы, Һамар) — 1737 йылдың 14 апреле, рус ғалимы һәм дәүләт эшмәкәре, географ, картограф, тарихсы, статисы, хоҡуҡ белгесе, Бөйөк Петр реформалары яҡлы һәм уның тарафдашы, ҡала төҙөүсе, баҡыр һәм тимер заводтарын, Тубылда баҡыр һәм тимер заводтарын төҙөүсе.
Иван Кирилов — рәсәй географияһы фәненә һәм иҡтисади географияһы фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы. Уның фекеренсә, ихтилалдар Ырымбур губернаһында ҡалалар һәм заводтар төҙөүгә һәм «Бохараға, Водокшан, Балх һәм Һиндостанға тауарҙар йөрөтөүҙе тәьмин итерлек ирекле сауҙа юлы асыуға» ҡамасаулаған.
Экспедицияларҙа ҡатнашыусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Ф. Шестаков һәм Икенсе Камчатка экспедицияһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан (1731—1733). Статский кәңәшсеһе (1734 йылдан). Ырымбур экспедицияһының (1734—1737) проект авторы һәм етәксеһе. 1735 йылдың 15 авгусында Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалған (хәҙерге Орск). Һиндостанға ҡоро сауҙа юлдары һалыуҙы планлаштырған.
Рәсәй иҡтисади географияһының башланғысында тора; ул беренсе булып илдең иҡтисади-географик тасуирламаһын төҙөгән, һәм «Бөтә рәсәй дәүләтенең сәскә атҡан хәленә еткереүҙе артыҡ күп маҡталмаған хеҙмәте менән башланы, уны тормошҡа ашырҙы һәм беҙгә ҡалдырҙы Бөйөк Пётр» (1-2 китап) (1727).
Ырымбур губернаһы биләмәләрен үҙләштереү һәм башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1735 йылдың декабрендә Кирилов Башҡортостанды үҙләштереү планын күҙаллап, башҡорт ихтилалын казактар көсө менән баҫтырыу һәм башҡорттарҙы Ырымбур губернаһынан ҡыуыу пландарын раҫлатыу маҡсатында, Петербургҡа сығып китә һәм императрица Анна Иоановнаны быға ышандыра. Кирилов үҙе үлгәнгә саҡлы ошо планына тоғро ҡала. Ырымбур губернаһында төҙөлә башлаған ҡалаларға башҡорттарҙың һөжүмдәре күскенсе рустар араһында күп һанлы ҡорбандарға килтергән һәм губерна үҫешенә ҡамасаулаған — Кирилов бындай аяуһыҙ саралар тәҡдим итеүенең сәбәбен шулай аңлатҡан. Кириловтың ҡайһы бер проекттары хөкүмәттең башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә эске үҙидара системаһын контролдә тотоуға һәм башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуға йүнәлтелгән 1736 йылдың 11 февралендәге раҫланған указдар ҙа ингән. Өфө провинцияһы территорияһында яңы тәртип урынлаштырыу маҡсатында, ихтилалдарҙы баҫтырыуҙа Кирилов үҙе лә бик әүҙем ҡатнашҡан.
В. Н. Витевскийға ярашлы, И. К. Кирилов отрядтары 1736 йылдың март аҙағынан бик күп ауылдарҙы һәм Ҡазый мәсетен яндырған. И. К. Кирилов һөжүме ваҡытында 700 башҡорт кешеһе һәләк була, ихтилал өсөн 158 кешегә яза бирелә, 160 башҡорт ҡулға алына, 99 отзейский һөргөн полкына оҙатыла һәм 85 кеше крепостной хәленә төшөрөлә[5]. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу буйынса рәхимһеҙ акция Ырымбур губернаһындағы яңы терәк пункттарын раҫлауҙы тамамлау һәм Рәсәй позицияһын Көньяҡ Урал йүнәлешендә уңышлы нығытыу мөмкинлеген биргән. Шулай уҡ Кирилов тарафынан башҡорт ихтилалы баҫтырыу буйынса сараларҙы ойоштороу Рәсәйҙән Һиндостанға сауҙа юлдары асыуҙы тәьмин иткән.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалим булараҡ, Кирилов үҙ дәүеренең күп интеллектуалдары менән хат алыша. Геодезистар ебәргән карталар буйынса үҙ инициативаһы менән сенаттан үҙ иҫәбенә Atlas imperii russici атласын төҙөүгә рөхсәт ала. Кирилов ниәтләгән монументаль хеҙмәтенең тәүге өлөшөн тамамлап өлгөрә. Atlas imperii russici бик күп яңылыҡтарға бай булған һәм төп атлас сифатында Рәсәйгә тағы ла илле йылдан ашыу хеҙмәт иткән. А. А. Половцов Кириловты бына нисек баһалаған: «Бөйөк Пётр заманында Кирилов, энергияһы һәм төрлө файҙалы тәжрибәләре предприятиелары һәм хеҙмәттәре менән мауығыуы арҡаһында, үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс эшмәкәрҙәрҙең береһе булып торған»[6].
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирилов 1737 йылдың 14 апрелендә Һамар, ҡалаһында, үҙ ғаиләһе ағзалары уратыуында, ҡара үпкә сиренән вафат булған. Чудотворец николай сиркәүендә ерләнгән.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атлас Российской Империи.- СПб, 1734
- Цветущее состояние Всероссийского государства.- М., 1977
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орскиҙа Кирилов исемендәге майҙан;
- Ырымбурҙа уның исемендәге тыҡрыҡ (Кириловский) (хәҙерге Көньяҡ тыҡрығы);
- Орск тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы Кирилов портреты (2010, скульп. С. К. Баркудбаев, йәшмә);
- Орск ҡалаһына нигеҙ һалыусы булараҡ уның исемендәге майҙанда Кирилов һәйкәле.
- Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһындағы һәйкәл
Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфис әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кирилов А. С. Пушкиндың «История Пугачева» «Пугачев тарихы» повесында телгә алына[7].
- Ырымбур экспедицияһы һәм уның етәксеһе Кирилов үҙе В. С. Пикулдең «Слово и дело» романында тасуирлана.
- Пикулдең билдәле географ П. И. Рычковҡа бағышланған «Трудолюбивый и рачительный муж» миниатюраһында Кирилов шәхесенә алдан күрә белеүсе иҡтисадсы һәм сәйәсмән стратег тип ентекле характеристика бирелә.
- Кирилов Икенсе Камчатка экспедицияһын ойоштороусыларҙың береһе булараҡ романында телгә алынған А. Б Кердандың «Крест командора».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #129413062 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ В исторической литературе чаще упоминается другой год рождения — 1689, он ошибочен (см. Троицкий С. М., Новлянская Н. Г., Гольдберг Л. А. И. К. Кирилов и его труд «Цветущее состояние Всероссийского государства» // Кирилов И. К. Цветущее состояние Всероссийского государства. — М., 1977. — С. 7)
- ↑ Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 г. Казань, 1897. Т. 1. с.146.
- ↑ Русский биографический словарь А. А. Половцова
- ↑ Пушкин А. С. Сочинения.- Т.IX.- С.100, 101, 111, 451, 452
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кирилов Иван Кириллович — Энциклопедия «Челябинск» 2018 йыл 12 сентябрь архивланған..
- Основатели Оренбургкого края: Личности — История Оренбуржья
- Ҡалып:ВТ-РБС+
- Кирилов Иван Кириллович — Энциклопедия «Челябинск» 2018 йыл 12 сентябрь архивланған..
- Основатели Оренбургкого края: Личности — История Оренбуржья
- Павлов-Сильванский Н. П. Кирилов, Иван Кирилович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.Ҡалып:ВТ-РБС+
- Иофа Л. Е. Современники Ломоносова И. К. Кирилов и В. Н. Татищев: географы первой половины XVIII в. — М.: Географгиз, 1949. — 96 с. — Приложение: с. 88 — 92.
- Яцунский В. К. Историческая география: История её возникновения и развития в XIV—XVIII вв. — М., 1955. — С. 172—173.
- Отечественные экономико-географы XVIII—XX вв.: Сб. ст. // Под ред. Н. Н. Баранского, Н. П. Никитина, Ю. Г. Саушкина; Геогр. фак. и Музей землеведения Моск. гос. ун-та. — М.: Учпедгиз, 1957. — С. 74-77. — 328 с.
- Новлянская М. Г. И. К. Кирилов и его Атлас Всероссийской империи. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1958. — 80 с.
- Новлянская М. Г. Иван Кириллович Кирилов: географ XVIII века. — М.-Л.: Наука, 1964. — 144 с. — (Научно-биографическая серия).
- Гольденберг Л. А., Новлянская М. Г., Троицкий С. М. «Радетель пользы государственной» (к 275-летию со дня рождения И. К. Кирилова) // Известия ВГО. № 5. 1971. С. 452—456.
- Гольденберг Л. А. Иван Кирилович Кирилов // Творцы отечественной науки: Географы / Отв. ред. и сост. проф., д-р геогр. наук В. А. Есаков; Редколл.: В. М. Котляков, Э. М. Мурзаев, А. В. Постников, А. Э. Каримов (отв. секр.); Институт истории естествознания и техники им. С. И. Вавилова РАН. Московский центр Русского географического общества. — М.: АГАР, 1996. — С. 40-52. — 576 с. — 5 000 экз. — ISBN 5-89218-007-7. (в пер.)
- Порталь Р. Башкирия в XVII—XVIII вв / Роже Порталь / Пер. с фр. и нем. яз. Л. Ф. Сахибгареева, Н. Н. Руцкая; Сост. И. В. Кучумов; Центр экол. исслед. Уфим. науч. центра Респ. акад. наук. — Уфа: ЦЭИ УНЦ РАН, 2000. — 221 с. — 300 экз.
- Порталь Р. Башкиры и Россия в XVIII веке // Ватандаш. 2000. № 3. С. 137—149.
- Носкова О. Л. Иван Кириллович Кирилов и его вклад в развитие российской науки // Известия Самарского научного центра РАН. 2011. Том 13. № 1. С. 264—269.
- Колычев С. В. Иван Кириллович Кирилов: труды и забвение сподвижника Петра I // Меншиковские чтения. 2013. — вып. 9.— СПб., 2014.— С. 44-52.
- 1695 йылда тыуғандар
- 14 апрелдә вафат булғандар
- 1737 йылда вафат булғандар
- 25 апрелдә вафат булғандар
- Һамарҙа вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса географтар
- XVIII века географтары
- Российской империи географтары
- Алфавит буйынса тарихсылар
- XVIII быуат тарихсылары
- Рәсәй империяһы тарихсылары
- Рәсәй империяһы географтары
- Башҡортостан тарихы
- Шәхестәр:Орск
- Математика һәм навигация фәндәре Мәктәбен тамамлаусылар
- Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашыусылар