Эстәлеккә күсергә

Урусов Василий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урусов Василий Алексеевич
рус. Василий Алексеевич Урусов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1690
Вафат булған көнө 22 июль 1741({{padleft:1741|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Һамар, Сембер провинцияһы[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Атаһы Алексей Никитич Урусов[d]
Әсәһе Василиса Петровна Долгорукова[d]
Бер туғандары Урусов, Григорий Алексеевич[d]
Хәләл ефете Прасковья Петровна Долгорукова[d]
Балалары Урусов, Александр Васильевич[d], Михаил Васильевич Урусов[d], Пётр Васильевич Урусов[d], Алексей Васильевич Урусов[d] һәм Сергей Васильевич Урусов[d]
Нәҫеле Урусовы[d]
Һөнәр төрө полководец
Хәрби звание адмирал[d]
Уның ейәне тураһында Урусов, Василий Алексеевич (генерал-майор) мәҡәләһен ҡарағыҙ

Кенәз Васи́лий Алексе́евич Уру́сов (яҡынса 1690[1] — 1741(1741) йылдар) — рус генерал-поручигы, Урусовтар нәҫеленән контр-адмирал. Каспий хәрби флотилияһын ойоштороуҙа ҡатнашыусы. 1739—41 йылдарҙа Ырымбур экспедицияһыһына командалыҡ иткәнендә, башҡорт ихтилалын ҡанһыҙ рәүештә баҫтырыусы.

Тыумышы буйынса Петр батшаның үҙгәртеүҙәренә бәйле батша даирәһендә алғы урындан артҡа күсерелгән боярҙар ҡорона ҡарай. Ул стольник Алексей Никитич Урусов һәм уның ҡатыны окольничий П. А. Долгоруковтың ҡыҙы — Василиса Петровнаның ғаиләһендә тыуа. Ул Ф. С. Урусовтың туғанының ейәне, воевода Семён Урусовтың бүләһе. Өлкән ағаһы — Григорий Урусов, Петропавлов ҡәлғәһе коменданты.

Тормошо һәм хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1708 йылда башҡа йәш дворяндар менән Берләштерелгән провинцияға стажировкаға ебәрелә, унан хәрби караптарҙа Португалия һәм Архангельскиға йөрөй. «Амстердамда караптар аҙ булғанлыҡтан» 1713 йылда Копенгагенға күсә, унда Дания король флотында поручик булып эшләй башлай.

Рәсәйгә ҡайтҡандан һуң (1716 йыл, ғинуар) уны поручик Кожин менән бергә Каспий диңгеҙенең көнсығыш ярҙарына рустарға әллә ни таныш булмаған крайҙың картаһын төҙөү өсөн ебәрәләр. 1719 йылда Ҡазанда суднолар төҙөү менән шөғөлләнә, аҙаҡ шул судноларҙа Волга буйлап Әстерханға бара. 1722 йылда Әстерханда караптар төҙөүҙе күҙәтә, шул караптарҙа аҙаҡ фарсы походында, шул иҫәптән Дербент һәм Баҡыны блокадалауҙа ла ҡатнаша.

Петр I үлгәндән һуң Урусов — Әстерхан порты мөдире. 1729 йылда Балтик флотына күсереүҙәрен һорап прошение бирә, был үтенес ҡәнәғәтләндерелә. 1730 йылда Мәскәү адмиралтейский конторында хеҙмәт итә, тәүҙә кәңәшсе, һуңынан директор була (контр-адмирал чинында). Анна Иоанновна тәхеткә ултырғандан һуң уға Диңгеҙ академияһына һәм мәктәптәргә идара итеү йөкмәтелә.

1739 йылда Урусов В. Н. Татищев урынына Ырымбур комиссияһының баш командиры вазифаһына (генерал-поручик чинында) тәғәйенләнә. Татищев һалдырған Яйыҡ ҡәлғәләрен тикшереп сыға. Хөкүмәт Урусовҡа Урта жузды рус подданствоһына алыуҙы йөкмәтә, ә Ори йылғаһы тамағына һалынған «Ырымбур ҡалаһын Ҡыҙыл тауҙа төҙөргә» ҡушыла. Орск ҡәлғәһендә ҡаҙаҡ хандары Аблай менән Абдул-Мәхмәтте ҡабул итә.

Көньяҡ Уралда «элекке башҡорт болаларын тамырынан юҡ итеп ҡуйыу» Урусов башҡарған төп сара була. 1740 йылдың яҙында баш күтәреүселәрҙең етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барғанда башҡорт старшиналары Алдар, Сәйетбай Алкалин һәм Йәмметә Бикеевты ҡулға ала. Урусов уларҙы судҡа тарттырыу һәм язалау өсөн Минзәләгә Башҡорт комиссияһы начальнигы Л. Я. Соймоновҡа ебәрә. Башҡорт ихтилалы аяуһыҙ рәүештә баҫтырыла: 1740 йылдың 15 авгусында Ырымбур эргәһендә ғәм халыҡ алдында ихтилалда ҡатнашҡан 122 кеше тән язаһына дусар ителә һәм язалана, шул уҡ йылдың 17 сентябрендә Һаҡмар ҡаласығында 170 кеше язалана, 301 кешенең танауы һәм ҡолаҡтары ҡырҡып алына. Язаланғандарҙың ҡатындары һәм балалары көсләп суҡындырыла, һалдат һәм офицерҙарға крепостнойлыҡҡа тапшырыла[2].

Шулай уҡ ул ҡалмыҡ мәсьәләләре («Дондук-Омба хандың ҡыҙын алып ҡасҡан ҡалмыҡ Байын ҡайтарыу») менән дә шөғөлләнә. Урусов идара иткән осорҙа татар-ҡалмыҡ мәктәбе көнсығыш телдәренең һүҙ байлығын туплау һәм шул телдәрҙәге китаптарҙы тәржемә итеү эшен дауам итә.

Кенәз Урусов Һамарҙа 1741 йылдың 22 июлендә зәңге сиренән вафат була һәм Ҡаҙан соборы биләмәһендә ерләнә. Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл тауҙа ғәмәлдә икенсе тапҡыр Ырымбурға нигеҙ һалына (хәҙер унда Красногор ауылы ултыра).

Кенәз Урусов ике тапҡыр өйләнә: 1708 йылда — стольник ҡыҙы Прасковья Михайловна Собакинаға (вафаты 1714 йыл); икенсе никахы 1716 йылда — кенәз ҡыҙы Прасковья Петровна Долгорукаяға, ул баяр М. Ю. Долгоруковтың ейәнсәре.

Ире үлгәндән һуң ул башҡорт Биғәләш оҙатыуында Һамарҙан Мәскәүгә ҡайта, ә Биғәләш аҙаҡ кенәз ҡатыны йортонда Елисей исеме аҫтында йәшәй. Һуңғы тапҡыр Долгорукая тураһында 1761 йылда Мәскәүҙәге йортон кенәз А. А. Прозоровскийға һатҡанда иҫкә алына.

Василий Алексеевич һәм Прасковья Петровнаның ғаиләһе ҙур булһа ла (7 улы һәм 4 ҡыҙы), әллә ни байлыҡ менән маҡтана алмай:

  • Михаил (вафаты — 1795), подполковник; улдары Александр менән Владимир
  • Сергей (1719—87), статский советник; балалары Варвара менән Никита
  • Андрей (1721—55)
  • Алексей (1722—96), полковник; граф Б. П. Шереметевтың кесе ҡыҙына өйләнә.
  • Прасковья (вафаты — 1793), ҡыҙ килеш ҡала.
  • Фёдор (1727—93), Архангель енәйәт палатаһы рәйесе.
  • Александр (1729—1813), генерал-майор.
  • Анна (1731—1819), капрал Ф. В. Зиновьев ҡатыны.
  • Пётр (1733—1813), Мәскәү губернаһы прокуроры, Петр театрына нигеҙ һалыусы.
  • Ирина (1734—1756 йылдан һуң)
  • Анастасия, С. И. Татищевтың ҡатыны.