Зәңге
Цинга | ||
---|---|---|
Ауырыу ваҡытында ҡаҙналарҙың зарарланыуы | ||
МКБ-10 | E54. | |
МКБ-9 | 267 | |
OMIM | 240400 | |
DiseasesDB | 13930 | |
MedlinePlus | 000355 | |
eMedicine | med/2086 |
Зәңге лат. scorbutus, урыҫса цинга һүҙенән ауҙарылған[1] — кеше организмында С витамины (аскорбин к‑таһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла.
Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө менән бергә килә.
Төп симптомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм хәлһеҙлек, гингивит, теш ҡаҙнаһының ҡанауы, тештәрҙең бушауы һәм төшөүе, мускулдарға, быуындарға, тире аҫты күҙәнәктәренә һәм эске ағзаларға ҡан һауыуы, һигеҙгүҙ һөйәгендә һәм аяҡ-ҡулдарҙа (бигерәк тә аяҡтарҙа) ревматоид ауыртыуҙар. Диагностика өсөн анамнез, С витаминына ҡан һәм бәүел анализдары мәғлүмәттәре файҙаланыла[2].
Дауалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡшы аҙыҡ (яңы өлгөргән емеш-еләк һәм йәшелсә), составында С, шулай уҡ Р витамины булған медикаментоз препараттар. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күреү һәләтен юғалтыу, быуын ҡатыу, лайлалы тиресәләрҙән һәм эске ағзаларҙан ҡан китеү һ.б.
Иҫкәртеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡшы аҙыҡ менән туҡланыу. 20-се быуаттың 30‑сы йылдарында БДМИ‑ла ҡымыҙҙа С витамины миҡдары (уны әсетеү оҙайлығына бәйле) һәм организмда С витамины етешмәгәндә ҡымыҙ менән дауалау һөҙөмтәлелеге (Б.В.Сөләймәнов), дарыу үҫемлектәрендә һәм витаминлы үҫемлектәрҙә аскорбин кислотаһы миҡдары (И.А.Лерман, Л.М.Сольц, Я.А.Фиалков һ.б.) өйрәнелә. 40‑сы йй. Өфө витамин заводында үҫемлектәрҙән алына торған С витамины, ылыҫ эшкәртеү, синтетик аскорбин к‑таһы цехтары ойошторола, уларҙа завод һәм Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү витамин институты хеҙмәткәрҙәре (Ленинград; Г.И.Краснокутский, В.Г.Кристаллинская) тарафынан эшләнгән технологиялар ҡулланыла. 50‑се йй. Ботаника баҡсаһында (ҡара: Ботаника баҡса-институты) 150‑нән ашыу төр үҫемлектә С витамины миҡдары тикшерелә (Е.Н.Клобукова-Алисова)[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ До реформы 1956 года допускалось также написание «цынга».
- ↑ Зайчик А. Ш., Чурилов Л. П. Цинга и действие мегадоз витамина С // Основы патохимии — СПб.:: ЭЛБИ, 2000. — Б. 375—379. — 688 б. — 3000 экз. — ISBN 5-7733-0037-0.
- ↑ Цынга // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Зәңге Викимилектә |
---|
- Антискорбутика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Цынга // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)