Эттәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эттәр
NIEdot306.jpg
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Йыртҡыстар
Подотряд: Эт һымаҡтар
Ғаилә: Эттәр
Латинса исеме
Canidae
G. Fischer, 1817
Ырыуҙар
ITIS 180594
NCBI 9608

Эт һымаҡтар (лат. Canidae) — һөтимәрҙәр класындағы йыртҡыстар отрядына ҡараған йәнлектәр. Бүре, төлкө, янут эте, йорт эте кеүек йәнлектәрҙе берләштерә.

Эт һымаҡтарҙы өс ғәиләгә төркөмләйҙәр: эттәр (Simocyoninae), бүреләр (Caninae) һәм Ҙур ҡолаҡлы төлкөләр(Otocyoninae).

Бөтәһе 14 ырыу һәм 35 тирәһе төр иҫәпләнә. Рәсәйҙә Эт һымаҡтарҙан 4 ырыуға ингән 8 төр тереклек итә: янут эте, бүре, Азия шакалы, аҡ төлкө, төлкө, [[ҡарһаҡ].

Эт һымаҡтар Антарктиданан башҡа барлыҡ материктарҙа ла тереклек итәләр. Ҡайһы бер төрҙәренә тиреһе өсөн һунар итәләр. Йәнлекселек фермаларында махсус аҫырала һәм тоҡомсолоҡ эштәре алып барылған төрҙәр ҙә бар.

Тышҡы төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәүҙәләре һомғол, уртаса йәки ныҡ һуҙылған. Баштары оҙонса моронло.Ҡолаҡтары төҙ, осло, аҡ төлкөнөкө — йомро. Оҙонлоҡтары 18-22 (фенек) һәм 50 см -ҙан (төлкө) алып 160 см-ға ҡәҙәр. Ауырлығы 60 кг тиклем.

Күреү, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләттәре яҡшы үҫешкән.

Тештәре яҡшы үҫкән. Йыртҡыс тештәре башҡа аҙау тештәренән эрерәк, ҡаҙыҡ тештәре оҙон, үткер.

Аяҡ бармаҡтарына баҫып йөрөйҙәр. Алғы ослоҡтарында бармаҡтары — 5, артҡылары 4 бармаҡлы. Тырнаҡтары тупаҡ, эскә батмаған.

Йөн ҡапламы ҡабарынҡы, йөнө бик ҡуйы, оҙон. Төҫтәре төрлө, аҡ, көрәнһыу һоро, ерәнһыу көрән. Асыҡ ерән тондар өҫтөнлөк итә. Ҡойроҡтары оҙон, йомшаҡ.

Тир биҙҙәре насар үҫкән. Арт юлы тирәһендә йыш ҡына еҫле биҙҙәр була, бүлендектәр йәнлектәргә хас еҫ — «эт эҫен» көсәйтәләр.

Ғәҙәттә ултыраҡ тормош алып баралар. Кескенә туҡтау урыны яһайҙар. Йыл дауамында әүҙемдәр, бары тик янут эт кенә ҡышҡы йоҡоға тала.

Үрсеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпселек эттәр — моногам. Енси яҡтан йәшәүенең 1‑се йылына өлгөрәләр.

Быуаҙлыҡ осоро 50—65 көн дауам итә. Йылына 1 тапҡыр 2—7 (ҡайһы саҡта 17— 22‑гә тиклем) бала тыуҙыра. 8—16 йыл самаһы йәшәй.

Йәшәү рәүештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл әйләнәһенә, ғәҙәттә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында әүҙем (янут‑эт ҡыш көнө йоҡоға тала).

Тояҡлылар, кимереүселәр, ҡуяндар, ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, балыҡтар, бөжәктәр, емтек, өлөшләтә үҫемлек аҙығы менән туҡланалар.

Урмандарҙа, далаларҙа, йылға үҙәндәрендә тереклек итәләр. Күбеһенсә яңғыҙ йөрөйҙәр. Ҡайһы берҙәре өйөрҙәре менән йәшәй. Өң эшләйҙәр. Ҡайһы берҙәре ояларҙа йәшәй.

Эт һымаҡтар күп төрлө ауырыуҙарны тараталар, мәҫәлән ҡотороу ауырыуын.

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антарктиданан башҡа бөтә материктарҙа ла киң таралғандар.

Баш­ҡортостанда 3 ырыуға (төлкөләр, эттәр, янут‑эттәр) ҡараған 5 төрө осрай. Башҡортостандың бөтә биләмәләрендә лә тереклек тереклек итәләр.

Ҡарһаҡ Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ өлөшөндә таралған.

Спорт һунары объекттары, төлкө — йәнлекселек һәм һунар объекты.

Аҡ төлкө — ҡиммәтле тиреле йәнлек. Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]