Бәпәнәй Төрөпбирҙин
Бәпәнәй Төрөпбирҙин | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Себер даруғаһы, Ҡыуаҡан улусы |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Ҡазан даруғаһы, Минзәлә ҡалаһы |
Хәрби алыш/һуғыш |
Бәпәнәй Төрөпбирҙин (Бәпәнәй Төрөпкилдин; яҡынса 1695 йыл — 1739 йыл) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Тархан, мулла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәпәнәй Төрөпбирҙин сығышы менән Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Мулла һәм абыҙ булараҡ билдәле булған. Уның ҡартатаһы Ҡамаҡай һәм атаһы Төрөпкилде тархан булғандар һәм 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡандар[1].
1736 йылдың ғинуар уртаһында А. И. Тевкелевтың каратель командаһы башҡорт ауылдарын (шул иҫәптән Һөйәнтөҙ ауылын) юҡ итә, уларҙың халҡын үлтерә йәки әсирлеккә ала башлай. Себер даруғаһы башҡорттары Өфө властарына каратель яуҙарын туҡтатыуҙы һорап мөрәжәғәт ебәрә, уға ошо даруғаның 10 улусынан 17 вәкил (шул иҫәптән Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Көҙәй улусынан мулла Юлдаш Һөйәрембәтов) ҡул ҡуя[2]. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының икенсе этабында Бәпәнәй Төрөпбирҙин Себер һәм Уҫы даруғаларында ихтилалдың инициаторҙарының береһе һәм Йосоп Арыҡовтың төп кәңәшсеһе булып китә. Бәпәнәй мулла баш күтәреүселәрҙең башҡа етәкселәре һәм батша чиновниктары менән хат алышҡан. Бәпәнәй Төрөпбирҙин үҙенең хаттарында («Письмо башкир Сибирской дороги Бепени Трупбердина с товарищами уфимскому воеводе Н. Д. Мерзлюкину с жалобой на действия А. И. Тевкелева и с требованием вывода его отряда с территории Сибирской дороги», Ырымбур экспедицияһы начальнигы В. Н. Татищевҡа[3] һ.б.) батша властарын башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын һанға һуҡмауҙа, ислам динен ҡыҫыуҙа, ихтилалды карателдәр тарафынан ҡаты баҫтырыуҙа һәм Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың килешеүҙәрен боҙоуҙа ғәйепләй һәм халыҡтың Рәсәй империяһынан айырылып Башҡорт дәүләте төҙөүгә тиклем үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуғын дәлилләй.
1735—1736 йылдарҙағы ихтилалды ҡаты баҫтырыу, унда ҡатнашҡан баш күтәреүселәргә ауыр йөкләмәләр ҡуйыу һ.б.[4], 1737—1738 йылдарҙа ихтилалдың яңы көс менән тоҡаныуының сәбәбе булып тора. Был хәрәкәт алдынан Өфө йылғаһының үрге ағымында Себер һәм Нуғай даруғалары вәкилдәренең дөйөм йыйыны була, бында шулай уҡ Бәпәнәй Төрөпбирҙин һәм Дыуан улусы батыры Мәндәр Ҡарабаев ҡатнаша. Йыйында башҡорттар ҡуйылған йөкләмәләрҙе үтәмәҫкә, һәм рус подданлығынан баш тартырға тигән ҡарарға килә[5]. Абыҙ Бәпәнәй Төрөпбирҙин тарафынан халыҡҡа төҙөлгән мөрәжәғәтнамәләр шулай уҡ ихтилалдың яң көс менән башланыуында мөһим роль уйнай.
1737 йылдың май уртаһында Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы халҡы ҡорға йыйыла, бында яҡынса 200 кеше, шул иҫәптән Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Айытҡол, мулла Аҡай Ҡамаҡаев, Аҡкөсөк Йәнекәев, Көҙәй ҡатнаша. Бәпәнәй һәм Айытҡол халыҡты баш күтәрергә саҡыра. Аҙаҡ Бәпәнәй мулла Төлкөсура Алдағолов менән бергә Нуғай даруғаһы башҡорттарына ихтилалға ҡушылырға өндәп хаттар яҙа башлай[6].
Бәпәнәй һәм Мәндәрҙән ярҙам һорап Итйеймәҫ Абдуллов етәксегендәге Уҫы даруғаһы ихтилалсылары килә. Баш күтәреүселәрҙең Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге ҙур отрядтары Красноуфимск, Көңгөр һәм Бөрө ҡалалары тирәһендә, шулай уҡ Тере Танып йылғаһы бассейнында хәрәкәт итә. Июндә 2500 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 4200) кешенән торған Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Юлдаш Һөйәрембәтов, Мәндәр Ҡарабаев һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге баш күтәреүселәр Богдановский ҡәлғәһен ҡамауға ала. Алыш ике көн дауам итә, әммә ихтилалсылар ҡәлғәне яулап ала алмай, эргә тирәһендәге күскенселәрҙең тораҡ пункттарын талап Бөрө ҡалаһына йүнәлә. Ғәйнә башҡорттары Себер даруғаһы баш күтәреүселәренә ҡушыла һәм улар бергәләп Уҫы һәм Көңгөр ҡалалары, Тере Танып йылғаһы тирәһендәге күскенселәрҙең ауылдарын талайҙар[6].
Июнь аҙағында Әләнейәнғол Ҡотлоғужин һәи Бәпәнәй Төрөпбирҙин етәкселегендәге Ҡыуаҡан, Әйле, Бала Ҡатай һәм Һалйот улусынан сыҡҡан 2500 башҡорт Бәғерәк биҫтәһе тирәһендә хәрәкәт итә, бер нисә ҡәлғәне яулап алалар йәки ҡамайҙар. 1737 йылдың июль-авгусында ихтилал Себер даруғаһының барлыҡ территорияһын солғай. Июль башында Бәпәнәй Төрөпбирҙин үҙенең 2000 кешенән торған отряды менән Ҡатай биҫтәһенә табан йүнәлә, күскенселәрҙең ауылдарын талай. Июлдең икенсе яртыһынан 12 авгусҡа ҡәҙәр Мәндәр һәм Бәпәнәй етәкселегендәге баш күтәреүселәр Уҫы ҡалаһы тирәһендә күскенселәрҙең ауылдарын талайҙар һәм яғалар. Уларға йәнә Ғәйнә улусы башҡорттары ҡушыла. Августта ихтилалсылар Мейәс йылғаһы буйындағы ҙур Воскресенский ауылына бер нисә тапҡыр һөжүм итәләр. Август айының өсөнсө декадаһында Мәндәр һәм Бәпәнәй етәкселегендәге баш күтәреүселәр, Ғәйнә улусы башҡорттары менән килешеү буйынса бергәләп Уҫы даруғаһындағы хөкүмәт яғында булғандарға һөжүм итәләр, артабан Көңгөр өйәҙе биләмәләренә йүнәлеп бындағы Строгановтарҙың тораҡ пунктарын талайҙар. Сентябрҙә ихтилал дауам итә, баш күтәреүселәр хөкүмәт командалары менән алышҡа инә[7].
1737 йылдың октябрь—ноябрендә ихтилалсылар һәм батша чиновниктары араһында һөйләшеүҙәр башлана. Баш күтәреүселәр Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов[8] һәм башҡа ҡулға алынған ихтилал етәкселәрен иреккә сығарыу һәм йөкләмәләрҙе (штраф аттарын) талап итмәү шарты менән көрәште туҡтатасаҡтарын белдерәләр, әммә властар был талаптарҙы үтәүҙән баш тарта. 1738 йылдың ғинуарында Себер даруғаһында ихтилал йәнә тоҡана, апрель-майҙа Сыбаркүл, Силәбе һәм Красноуфимск ҡәлғәләренә, Рәүҙе заводына һөжүм итәләр. Июндә 2500 кешенән торған полковник Арсеньевтең командаһы менән бер нисә алыш була, Арсеньев сигенергә мәжбүр була. Июнь аҙағында ихтилалсылар майор Люткин командаһы менән ауыр алыштар алып бара. Июль аҙағында баш күтәреүселәр властар менән һөйләшеүҙәрҙе башлай. Август уртаһында Башҡорт комиссияһы командиры генерал-майор Л. Я. Соймоновҡа Себер даруғаһындағы ихтилал етәкселәре Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов һәм Юлдаш Һөйәрембәтов «ғәйептәрен танып» биреләләр. Әммә Бәпәнәй Төрөпбирҙин һәм Әләнейәнғол Ҡотлоғужин етәкселегендәге баш күтәреүселәр көрәште дауам итә. Бәпәнәй Төрөпбирҙин бер нисә тапҡыр Кесе һәм Урта жүз ҡаҙаҡтарынан ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, үҙенең улы Баязитты илсе булараҡ Барак солтанға ебәрә, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрай[9][10].
1737 йылдың көҙөндә Ырымбур комиссияһы начальнигы В. Н. Татищев Кесе ҡаҙаҡ йөҙө ханы Әбелхәйергә ихтилалсыларҙың төп етәкселәрен тотоуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Әбелхәйер хан Башҡортостанға килгәс, баш күтәреүселәр етәкселәрен үҙенә саҡырып ихтилалды туҡтатырға өгөтләй, әммә тиҙҙән үҙе уларҙың, айырым әйткәндә Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең[11] йоғонтоһона бирелә.
Хәл тамам ҡатмарланғас, 1738 йылдың сентябрендә Бәпәнәй баш ҡала Санкт-Петербургҡа башҡорттарҙан коллектив прошение алып барыу маҡсатында урындағы властарҙан рөхсәтнамә һорай, ләкин ҡулға алына[10]. Башҡа версия буйынса, Хрущевтың каратель отряды тарафынан тотолған. Ҡулға алынғас, Бәпәнәй Төрөпбирҙин төрлө язаларға тарттырыла һәм Минзәлә төрмәһендә тотола. 1739 йылдың сентябрендә тәгәрмәскә бәйләп (русса — казнь колесованием) язалап үлтерелә[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Акманов И. Г. Бепеня Торопбердин. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ История башкирского народа, 2011, с. 202
- ↑ Ырымбур экспедицияһы начальнигы В. Н. Татищевҡа хатында Бәпәнәй Төрөпбирҙин Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ирекле формала булыуы һәм батша хөкүмәтенә ҡаршы ихтилал күтәрелеүенең сәбәптәре хаҡынында яҙа:«Мы, башкирские народы, наши отцы, деды и прадеды, великому государю в подданство пришли своими волями, оставя своих ханов, а великие государи нас содержали по нашей воле, а не под саблею. И в то время, что государи дали нам землю, мы в знак того, что подданные, платили ясак. Теперь на ясачных землях строят города, башкир притесняют, и если не будет изменен этот порядок, башкиры будут сопротивляться, хотя пропасть, хотя смерть принять готовы»
— Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Мәҫәлән, 1736 йылдың 20 майындағы «Доношение И. К. Кирилова в Кабинет о действиях его отряда в пределах Ногайской дороги» тигән документында былай тип яҙыла: «Е.и.в., самодержице всероссийской всеподданейшее в Кабинет доношение. После всеподданейшаго доношения марта от 11-го, дождався драгунского Вологодского полку и, сколько было возможно за краткостию времени, исправясь, на Нагайскую дорогу для искоренения воров башкирцов вышел того ж марта 24-го, где счастием в.и.в. воров башкирцов розными партиями так, как скот гнали, не имея никакого от них отпору, но одно было у них, что спасали себя, жон и детей своих, бегая в леса и в другие места. И так по рекам Белой до урочища Бубульжан, по Уршаку, по Негушу, Тору, Селеуку, где самое воровское гнездо было, около двух сот деревень, в них близ 4000 дворов раззорено и сожжено, в том числе главных воров Кильмяка, Бепеня, Рысая жилища и первая во всей Орде мечеть, называемая Азиева, в которой в прежней и нынешние бунты воры о бунтах советовали и Куран целовали. Причем воров кажнено 158, побито обоего полу близь 700 человек, живых ясырю взято и ныне в Табынску 160 человек, да роздано в Уфе 85, в сылку из Уфы в Остзею послано в службу годных 81, да женок с малолетними детьми 34»
— Материалы по истории Башкортостана. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30-х годов ХVIII в. / Авт.-сост. Н. Ф. Демидова. Т. VI. — Уфа: Китап, 2002. — 768 с. — С. 169.
- ↑ История башкирского народа, 2011, с. 211—212
- ↑ 6,0 6,1 История башкирского народа, 2011, с. 213
- ↑ История башкирского народа, 2011, с. 214—216
- ↑ Мәҫәлән, Бәпәнәй Төрөпбирҙин ошолай шарт ҡуя:«..и де ныне, покамест Юсупа не отпустит, к присяге с повинною никуда не пойду. А как ево, Юсупа, отпустят, тогда пойду»
— Донелли А. С. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. — Уфа, 1995. — С. 156.
- ↑ История башкирского народа, 2011, с. 220—221
- ↑ 10,0 10,1 Таймасов С. У., 2009, с. 169
- ↑ Н. В. Устюгов бының тураһында ошолай яҙа:«Умный и изворотливый, достаточно образованный для своей среды, убежденный противник царской колониальной политики, критикующий эту политику с позиций „вольного слуги“ периода феодальной раздробленности, организатор, умеющий влиять на массы, Бепеня был таким руководителем башкир, тягаться с которым Абулхаир хану было явно не под силу. Бепеня сумел заставить Абулхаира стать на свою точку зрения»
— Устюгов Н. В. Башкирское восстание 1737-1739 гг. — М.-Л.: Изв-во АН СССР, 1950. — С. 94.
- ↑ Алеврас Н. Н., Конюченко А. И. История Урала. XI — XVIII века. — Челябинск: Южно-уральское книжное издательство, 2000. — С. 172. — 280 с. — ISBN 5-7688-0771-3.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1993.
- Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. — Уфа, 1995.
- Военная история башкир. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. —ISBN 978-5-88185-076-0
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәпәнәй Төрөпбирҙин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2022)
- Акманов И. Г. Бепеня Торопбердин // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Акманов И. Г. Бепеня Торопбердин // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Советская историческая энциклопедия
- Таймасов С. У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии
- История башкирских родов. Балыксы(недоступная ссылка)
- История башкирских родов. ТАНЫП. Том 6.(недоступная ссылка)