Әләнейәнғол Ҡотлоғужин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әләнейәнғол Ҡотлоғужин
Тыуған көнө:

1670({{padleft:1670|4|0}})

Тыуған урыны:

Себер даруғаһы, Әйле улусы

Вафат булған көнө:

25 август 1740({{padleft:1740|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Әләнейәнғол Ҡотлоғужин (167025 август 1740) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әләнейәнғол Ҡотлоғужин сығышы менән Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттарынан. Әйле улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

1737—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша.

1737 йылдың июнендә Себер даруғаһы башҡорттары ихтилалсыларының отрядтарын етәкләй.

1739 йылдың көҙөндә Аҙнабай Теләүғолов, Мәндәр Ҡарабаев, Йәрмөхәмәт Хажиев, Исламғол Юлдашев һәм Миңлеғол Юлаев (Ҡараһаҡал) менән бергә яңы ихтилалды ойоштороу эше менән шөғөлләнә. Ихтилалды ойоштороусылар Миңлеғол Юлаевты Солтангәрәй исеме аҫтында хан итеп һайлайҙар һәм шулай итеп батша хөкүмәтенән үҙ аҫаба хоҡуҡтарын һаҡларға теләйҙәр[1]. Шулай уҡ ханды иғлан итеүҙе милли дәүләт төҙөүҙе башлау һымаҡ ҡарарға мөмкин, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте яңы сифатҡа эйә була. Һөҙөмтәлә 1740 йылдың ғинуарында Себер даруғаһы башҡорттары йәнә хәрби хәрәкәттәргә күсә.

1740 йылдың 1 апрелендә Ҡоҙаш Рахманғолов һәм Зәйсән Ҡарабашев етәкселегендәге «тоғро» башҡорттар Әләнейәнғол Ҡотлоғужиндың отрядын тар-мар итә[2], ә Әләнейәнғол үҙе әсиргә эләгә һәм Ырымбур комиссияһы начальнигы кенәз В. А. Урусов ставкаһына ебәрелә. Бында Әләнейәнғол Ҡотлоғужин ашауҙан баш тарта һәм аслыҡтан интегеп вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бының тураһында һорау алыуҙа Әләнейәнғол Ҡотлоғужин ошолай әйткән:
    «...посылал на оного Миндигула, называемого ими хана, Тарнаклинской волости башкирец Ярмухамет Хаджиев своего брата Кодряя, чтоб его привесть для возмущения нового бунта, и по оному зову приехал он Миндигул... И тогда со общего согласия всех нижеписанных воровского собрания старшин и башкирцов поехали мы по волостям призывать к возмущению сообщников, и я с ними был, и разглашали мы на страх верноподанным башкирцам якобы имеется того называемого хана Салтан-Гирея войско 82 ООО, которое де стоит у Астраханского моря»

    Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — XVIII вв. — феномен в истории народов Евразии — Уфа: Китап, 2016. — Б. 320. — 376 б. — ISBN 978-5-295-06448-7.

  2. Акманов И. Г., 2016, с. 322

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]