Эстәлеккә күсергә

Ҡоҙаш Рахманғолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡоҙаш Рахманғолов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө XVIII быуат
Тыуған урыны Себер даруғаһы
Һөнәр төрө Каратель
Һуғыш/алыш восстание[d]

Ҡоҙаш Рахманғолов (тыуған һәм вафат булған йылдары билдәһеҙ) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан батша ҡуштаны, антигерой[1].

Рахманғолов Ҡоҙаш Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорто. Ҡошсо улусы старшинаһы, мулла.

Ҡоҙаш Рахманғолов тарихи Башҡортостандың XVIII быуат уртаһындағы эре старшиналарының береһе булған. 1739 йылдан алып Себер даруғаһының баш старшинаһы[2].

1732 йылдың 26 авгусында Тәвкилев етәкселегендәге илселек делегацияһы Ҡаҙағстанға Кесе һәм Урта жуздарҙың Рәсәй составына инеүе буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында барған. Унда ун кеше урыҫ дворяны, ун ҡораллы казак һәм йөҙ башҡорт, шул иҫәптән старшиналар Алдар Иҫәкәев, Таймаҫ Шәһимов, Ҡоҙамыш Бикхужин, Уразай Абызанов, Ҡыҙрас Муллаҡаев, Шыма Ҡалтырсаҡов, Ҡоҙаш Рахманғолов, Аҡа Ҡамаҡаев булған[3][4].

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Оло Аҡа» китабында тарихсы Булат Дәүләтбаев 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙың башланыуы тураһында былай тип яҙа: «Баш күтәреүселәрҙең етәкселәре: Ҡошсо улусы башҡорто Айып бай, уның улы Ҡолой, Дыуан улусы старшинаһы Мәндәр Ҡарабаев, уның улы Мәүлит һ. б. була. Ҡошсо улусы старшинаһы Ҡоҙаш Рахманғолов ихтилалға ҡушылмай… Уның ауылдары: Рахманғол, Һабанаҡ һәм Боҙайға баш күтәреүселәр һөжүм итә».

Тарихсы И. Г. Аҡманов та, Рахманғолов Ҡоҙаш, атаһы Рахманғол Ҡыямбәтов менән (1704—1711 йылдарҙағы ихтилалда ул баш күтәреүселәр яғында булған), батша явластары ялсыһы була һәм баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәшә, тип яҙа.

Совет тарихсыһы Н. В. Усюговтың «Башкирское восстание 1737—1739» тигән китабында Ҡоҙаш Рахманғолов, Н. В. Татищевтың ҡушыуы буйынса, 1737 йылдың башында Ихтилал барышында баш күтәреүселәргә, ғәйебен танырға тәҡдим итеп, хаттар ебәрә.

1737 йылдың ғинуарында ихтилал башлыҡтары Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов, Көҙәй старшинаһы Юлдаш Һөйәрембәтовтан һәм ябай баш күтәреүселәрҙән властарға тоғролоҡ антын ҡабул итә.

Мартта Себер даруғаһында тоғролар отряды башында Мәндәр Ҡарабаев отрядына ҡаршы һуғыша.

Башҡа старшиналар менән берлектә, баш күтәреүсе Яҡуп Арыҫланов һәм Айыпты һаҡ аҫтынан ҡотҡарыуҙы һорап, В. Н. Татищевҡа мөрәжәғәт итә.

Июнь айында Ҡоҙаш Рахманғоловтың хужалығы Мәндәр Ҡарабаев отряды тарафынан туҙҙырыла.

1737 йылдың 18 июнендә Мәндәр Ҡарабаев Ҡоҙашҡа, Миңдейәргә һәм Ҡәҙрәлегә дәғүәләрен әйтеп бирә.

Мәндәр Ҡоҙаш менән Миңдейәр антҡа килтереүҙе бик үҙенсәлекле атҡарған: улар башта хәлле башҡорттарҙы тотоп алып, «каторгаға оҙатыу» менән янаған, шунан, аттарын тартып алып, аҡса һәм башҡа мөлкәт түләтеп, ебәргәндәр. Ҡайһы берҙә улар ихтилалда ҡатнашҡан старшиналарға ҡорал менән һөжүм иткән, аттарын ҡыуып алып киткән. Ярлы башҡорттарға Ҡоҙаш ваҡ түләү: «Ҡөрьән менән ант иттереп, 3 тин алған».

"Башҡорт ырыуҙары тарихы"ның 18 томында "Оло Ҡошсо улусы Рахманғол ауылы «тоғро» башҡорт старшинаһы Рахманғолов Ҡоҙаш исеме менән бәйле. Оло Ҡошсо улусына ул Шәһәр улусы ерҙәрен дә ҡушҡан. Башҡорт старшиналары, улар араһында Салауат Юлаевтың атаһы Юлай Аҙналин да була, уны властарға ҡарата килешеүсәнлеге арҡаһында, уны тыуған еренән күсергә мәжбүр иткән. Ул икенсе урынға, хәҙерге Рахманғолға күсә.

Ҡоҙаш Рахманғолов, Ҡәҙрәле Байҡышев һәм Миндийәр Арҡаев менән берлектә Себер даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының хужалығын ҡыйрата.

1740 йылдың февралендә Тырнаҡлы улусы Иҫке Мөхәмәт ауылында, старшина Йәрмөхәмәт Хажиевтың өйөндә, (Әй улусынан — Әләнейәнғол, Дыуан улусынан — Миңдефйәр Ҡарабаев улы менән, Ҡаратаулынан — Исламғол Юлдашев, Ҡыуаҡандан — Сәйетҡол батыр һ. б.) Ҡараһаҡалды башҡорт ханы тип иғлан итәләр.

«Тоғро ғәскәр» менән Иҫке Мөхәмәткә күрше Васҡын ауылына килеп еткән Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Шығанай Бурһыҡов, Ҡошсо улусынан — Ҡоҙаш Рахманғолов, Һарт улусынан — Уразмәт Сираев Ҡараһаҡалды һәм 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан 28 әүҙем көрәшсене ҡулға алырға маташа. Ҡараһаҡал менән Әләнейәнғол етәкселегендәге баш күтәреүселәр, Әй йылғаһын кисеп сығып, «тоғроларҙы» сигенергә мәжбүр итә.

1740 йылдың яҙында «тоғро» старшиналар менән берлектә Ҡараһаҡал ғәскәренә ҡаршы һуғыша, Йәйсән Ҡарабашев менән берлектә Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин һәм башҡа ихтилал етәкселәрен әсиргә алыуҙа ҡатнаша.

Артабан Себер даруғаһының баш старшинаһы булып хеҙмәт итеүен дауам итә, бер үк ваҡытта Ҡошсо улусы старшинаһы була.

Һабанаҡ (Һабанғол) ауылына Ҡошсо улусының «тоғро» старшинаһы Һабанаҡ Һарыҡаев нигеҙ һалған.

Р. Ш. Ғатауллиндың «Села и деревни Кущинского рода» тигән китабында Ҡоҙаш Рахманғолов тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин.

Ҡоҙаш Рахманғолов самодержавие яғында ҡан ҡәрҙәштәренә ҡаршы һуғышып йөрөгән. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал унар меңләгән баш күтәреүсене һәм уларҙың ғаилә ағзаларының һәләк булыуына, язаланыуына килтергән. Меңдән ашыу ауыл юҡ ителгән, халыҡ тырыш хеҙмәт түгеп йыйған ҙур матди байлыҡ юҡҡа сыҡҡан. Ҡоҙаш Рахманғолов ошо яуызлыҡты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан.

Тарихи Башҡортостан территорияһында 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалды ҡанһыҙ баҫтырыуҙа ҡатнашыуы арҡаһында, Рәсәй илселеге эшмәкәрлегендә әүҙемлек күрһәтеүе, белемле кеше булыуы ла уның ҡапма-ҡаршы тарихи образын аҡлай ҙа, шымарта ла алмай[5].

  • С. У. Таймасов. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — Москва: Наука, 2009. — С. 341. — ISBN 978-5-02-037567-3.