Аланейәнғол Ҡотлоғужин
Аланейәнғол Ҡотлоғужин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1670 |
Тыуған урыны | Ҡыйғы районы |
Вафат булған көнө | 25 август 1740 |
Һуғыш/алыш | Башҡорт ихтилалы |
Аланейәнғол Ҡотлоғужин һәм Әләнейәнғол Ҡотлоғужин мәҡәләләрен берләштерергә! |
Аланейәнғол Ҡотлоғужин (1670 — 25 август 1740 йыл) — Башҡортостанда 1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалында ҡатнашыусы[1]. Баш күтәреүсе Себер даруғаһы башҡорттары отрядтары етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аланейәнғол Ҡотлоғужин Себер даруғаһы Әйле улусында йәшәгән, Әйле улусы старшинаһы булған[2]
1737 йылдың июнендә баш күтәреүсе Себер даруғаһы башҡорттары отрядтарына етәкселек иткән. 1738 йылдың июлендә, ҡайһы бер ҡатнашыусылар властар алдында ғәйебен танып баш һалғанлыҡтан, ихтилал бер аҙ туҡталып тора.
Икенсе өлөшө Аланейәнғол Ҡотлоғужин командаһы аҫтында көрәште дауам иткән.
1739 йылдың көҙөндә Аҙнабай Теләүғолов, Мандар Ҡарабаев, Йәрмөхәмәт Хажиев, Исламғол Юлдашев һәм Миңдеғол Юлаев (Ҡараһаҡал) менән берлектә яңы ҡораллы ихтилал әҙерләүгә тотона.
1740 йылдың февралендә Себер даруғаһында ихтилал тағы ла тоҡана. Баш күтәреүселәр хөкүмәткә «тоғро» старшиналарға, полковник И. С. Арсеньев, подполковник Я. С. Павлуцкий, капитан С. Ф. Кублицкий һ. б. етәкләгән ғәскәрҙәргә ҡаршы хәрәкәт итә.
Марттың икенсе яртыһында баш күтәреүселәр күп уңышһыҙлыҡа осрай. Март һуңында Аланейәнғол Ҡотлоғужин ҡулға алына һәм кенәз В. А. Урусов ставкаһына оҙатыла. Тотҡонлоҡта, ашауҙан баш тарта һәм, аслыҡтан ябығып, ҡаҡшап, үлә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — 1-й половине XVIII века. Свердловск, 1991.
- ↑ Военная история башкир: энциклопедия/ Аланзиангул Кутлуузин (28-29 с.) И. Г. Акманов /гл.ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 432 с.:ил., карты. ISBN 978-5-88185-076-0
- ↑ Аланейәнғол Ҡотлоғужин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и в 1-й половине XVIII вв. М.;Л., 1936.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Военная история башкир: энциклопедия/ Аланзиангул Кутлугузин (28-29 с.) И. Г. Акманов /гл.ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 432 с.:ил., карты. ISBN 978-5-88185-076-0
- Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — 1-й половине XVIII века. Свердловск, 1991.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аланейәнғол Ҡотлоғужин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.