Эстәлеккә күсергә

Йәрмөхәмәт Хажиев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәрмөхәмәт Хажиев
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Себер даруғаһы, Тырнаҡлы улусы

Вафат булған көнө

3 июнь 1740({{padleft:1740|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Вафат булған урыны

Тубыл йылғаһы буйында

Ил

 Рәсәй империяһы

Йәрмөхәмәт Хажиев (Йәрмөхәмәт Хажимөхәмәтов; ? — 3 июнь 1740 йыл) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Йәрмөхәмәт Хажиев сығышы менән Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарынан. Тыуған йылы билдәһеҙ. Хәҙерге Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәй. Тырнаҡлы улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша, был осор ихтилалдарҙың башынан алып аҙағына тиклем батша хөкүмәте ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша[1].

1739 йылдың көҙөндә Аҙнабай Теләүғолов, Мәндәр Ҡарабаев, Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Исламғол Юлдашев һәм Миңлеғол Юлаев (Ҡараһаҡал) менән бергә яңы ихтилалды ойоштороу эше менән шөғөлләнә. Ихтилалды ойоштороусылар Миңлеғол Юлаевты Солтангәрәй исеме аҫтында хан итеп һайлайҙар һәм шулай итеп батша хөкүмәтенән үҙ аҫаба хоҡуҡтарын һаҡларға теләйҙәр[2]. Шулай уҡ ханды иғлан итеүҙе милли дәүләт төҙөүҙе башлау һымаҡ ҡарарға мөмкин, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте яңы сифатҡа эйә була. Һөҙөмтәлә 1740 йылдың ғинуарында Себер даруғаһы башҡорттары йәнә хәрби хәрәкәттәргә күсә.

1740 йылдың ғинуарынан ағалы-ҡустылы Йәрмөхәмәт һәм Ҡоҙаяр Хажиевтарҙың отряды Себер даруғаһында Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы генерал‑майор Л. Я. Соймонов командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә һәм хөкүмәткә тоғро старшиналар отрядтарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

1740 йылдың 3 июнендә Тубыл йылғаһының уң яҡ яр буйында подполковник Я. С. Павлуцкийҙың командаһы баш күтәреүселәрҙең отрядтарын тар-мар итә, был алышта Йәрмөхәмәт Хажиев һәләк була[3].

  1. Акманов И. Г., 2016, с. 327
  2. Бының тураһында һорау алыуҙа Әләнейәнғол Ҡотлоғужин ошолай әйткән:
    «...посылал на оного Миндигула, называемого ими хана, Тарнаклинской волости башкирец Ярмухамет Хаджиев своего брата Кодряя, чтоб его привесть для возмущения нового бунта, и по оному зову приехал он Миндигул... И тогда со общего согласия всех нижеписанных воровского собрания старшин и башкирцов поехали мы по волостям призывать к возмущению сообщников, и я с ними был, и разглашали мы на страх верноподанным башкирцам якобы имеется того называемого хана Салтан-Гирея войско 82 ООО, которое де стоит у Астраханского моря»

    Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — XVIII вв. — феномен в истории народов Евразии. — Уфа: Китап, 2016. — С. 320. — 376 с. — ISBN 978-5-295-06448-7.

  3. Акманов И. Г., 2016, с. 326