Эстәлеккә күсергә

Рысай Иғембәтов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рысай Иғембәтов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Рысай (Рысайбай) Иғембәтов — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Рысай (Рысайбай) Иғембәтов сығышы менән Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Бөрйән улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

1735—1738 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша. Тархан Ҡыҙрас Муллаҡаев хәбәр итеүенсә, 1735 йылда Нуғай даруғаһында ихтилалдың төп етәкселәре Килмәк Нурышев, Һөйәрғол Черемшаков һәм Рысай Иғембәтов була[1].

1737 йылдың мартында өс Ҡыҙыл йылғалары бассейнында Нуғай һәм Ҡазан даруғалары вәкилдәренең ҡоролтайы була, унда Рысай Иғембәтов, Көҫәп Солтанғолов, Сәйетбай Әлкәлин, Солтанморат Дүскәев һәм башҡа ихтилал етәкселәре ҡатнаша. Был съезда йәнә ихтилалды башларға һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән ҡарар ҡабул ителә[2].

1737 йылдың яҙында Түңгәүер улусы старшинаһы Көҫәп Солтанғолов һәм Тамъян улусы старшинаһы Сәйетбай Әлкәлин менән берлектә Нуғай һәм Себер даруғаларында ихтилалға етәкселек итә[3].

1737 йылдың көҙөндә Рысай Иғембәтов, Көҫәп Солтанғолов һәм Сәйетбай Әлкәлин етәкселегендәге 1 меңгә яҡын кешенән торған баш күтәреүселәр отряды Нуғай һәм Себер даруғаларында Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы генерал‑майор Л. Я. Соймонов командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[3].

1738 йылдың 23 июнендә Сәйетбай Әлкәлин менән бергә Табын ҡәлғәһенә генерал-майор Л. Я. Соймоновҡа ғәйебен танып килә. Соймонов башҡа ихтилал етәкселәрен тотоп ихтилалды туҡтатыу маҡсатында уларҙы иреккә сығара.

1739 йылдың ғинуарында Башҡортостанда йән иҫәбен алыу башланғас, башҡорттар йәнә баш күтәрә. Нуғай даруғаһы ихтилалсылары Рысай Иғембәтов һәм Сәйебай Әлкәлин тирәһендә туплана. Көрәште башлау өсөн улар ярҙам һорап йәнә Урта йөҙ ҡаҙаҡтарына мөрәжәғәт итәләр[4].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.