Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙрас Муллаҡаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙрас Муллаҡаев
Тыуған урыны

Ҡара-Табын улусы, Себер юлы, Өфө өйәҙе, Рәсәй империяһы

Үлгән ваҡыты

1789({{padleft:1789|4|0}})

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыБашҡорт ихтилалдары

Хәрби алыш/һуғыш

Башҡорт ихтилалдары (1735—1740), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775)

Ҡыҙрас Муллаҡаев (? — 1789) — башҡорт тарханы, Себер юлындағы Ҡара-Табын улусы |Өфө өйәҙе]] (XVIII б башы. — XVI б.аҙағы), Емельян Пугачёв балығындағы Крәҫтиән һуғышы (17731775) юлбашсыларының береһе. Поход старшина (1767). Ҡара-Табын улусы старшинаһы, Нуғай юлының баш старшинаһы.

Ҡыҙрас Муллаҡаев ҡатнашлығында Өфө провинцияһы башҡорттары исеменән императрица Анна Иоанновнаға Башҡортостандың 4 юлының 22 улусынан 38 вәкил[1] төҙөгән һәм ҡултамға ҡуйған үтенес төҙөлә.

1731 йылда рус А. И. Тевкелев етәкселегендә Кесе жуз эсендә (Есим-ханлыҡта) рус илселегендә хеҙмәттә тора.

Ҡыҙрас Муллаҡаев 1756—1763 йылдарҙа Ете йыллыҡ һуғышта мең ярым башҡорт командаларынын баш старшинаһы сифатында, шулай уҡ 1735-1740 йылдарҙағы баш күтәреүҙәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ҡыҙрас Муллаҡаев 1734 йылда Өфөгә килгән Ырымбур экспедицияһы башлығы И. Т. Кириловҡа ярҙам күрһәтә. 1735 йылдың июнь айында Муллаҡаев башҡа старшиналар менән бергә походҡа ҡушылыу маҡсаты менән Кирилов артынан Ор йылғаһы тамағына юллана. Шулай ҙа баш күтәреүсе башҡорттарға әсирлеккә эләгә һәм башҡаса хакимиәткә ярҙам итмәйем тигән һүҙен биргәс, иреккә сығарыла. Әммә Ҡыҙрас Муллаҡаев һүҙендә тормай һәм Өфөгә барып, баш күтәреүсе башҡорттарҙың лагерында күргәндәрен һөйләп бирә[2]. Билдәле крайҙы өйрәнеүсе П. И. Рычковтын мәғлүмәтсеһе була. Уға һылтанып, Рычков былай тип яҙған, Өфө крепосы төҙөлгәнгә тиклем үк, «Ағиҙел йылғаһы буйлап Өфө йылғаһы тамағына тиклем бөйөк ҡала булған»[3].

Ҡыҙрас Муллаҡаев 1767 йылдан алып Ырымбур буйында башҡорт-мишәр командаһын етәкләй.

1773 йылдың көҙөндә Емельян Пугачев башлаған баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1773 йылдың декабрендә Өфөнө ҡамауҙа тотҡанда, шулай уҡ Минзәлә ҡалаһы янында Ҡаранай Моратов отряды составында һуғышта ҡатнаша.

1774 йылдан башлап Ҡыҙрас Муллаҡаев Ҡазан губернияһынын Йылабуға ауылын ҡамағанда ҡатнаша һәм Баҡалы, Нагайбәк крепостары янында Ю. Б. Бибиков, А. Л. Ларионов етәкселегендәге батша ғәскәренә ҡаршы һуғыша.

1774 йылдың яҙында тархан Муллаҡаев хакимиәт ғәскәре яғына күсә һәм 8 апрелдә В. И. Торнов етәкселегендәге баш күтәреүселәр отрядын тар-мар итә.
Йәй ҡайтанан ихтилал яғына күсә. 1774 йылдын 5 июлендә Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ ярға туҡталыш урынында Ҡыҙрас Муллаҡаев П. М. Голицын етәкселегендәге батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

Һуңғараҡ Ҡәйүп Зыямбәтов менән ҡайтанан хакимиәт ғәскәре яғына күсә һәм 1774 йылдын авгусында Муллаҡаев Пугачёв полковниктәренең береһен — Ҡәнзәфәр Усаевты ҡулға ала. Шул сәбәпле генерал-майор П. С. Потемкин 1774 йылдың 10 авгусында Ҡыҙрас Муллаҡаевҡа «маҡтау ҡағыҙы» һәм ордер ебәрә, һәм былай тип, яҙа:

«Беҙҙең әбей батша исеменән һинең хеҙмәтең һәм башҡорт ихтилалын баҫыуҙа күрһәткән тырышлығың, башлыҡтарын тотоп килтергәнең өсөн һиңә алтын миҙал бирелә. Башҡорт ғәсҡәрен ышандыр, кем баш һалып килә, уларҙың ғонаһтары ярлыҡанасаҡ. Ә инде сентябрҙән һуң да баш һалмаусылар булһа, улар юҡ ителәсәктәр»

Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 472. — 744 с.

1774 йылдың декабрь айынан Ҡыҙрас Муллаҡаев Ҡазан йәшерен комиссияһы тарафынан һаҡ аҫтында алына һәм икенсе йылдың яҙында иреккә сығарыла. Муллаҡаев ҡарамағында Ҡара-Табын улусы старшинаһы вазифаһы һаҡланып ҡала.

Муллаҡаев исеме менән Ҡара-Табын улусының (Башҡортостандың хәҙерге Дәүләкән районы) Ҡыҙрас ауылы аталған.

Ҡулланылған әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой пол. XVIII в. Свердловск, 1991.
  • Алеврас Н. Н., Конюченко А. И. История Урала. XI — XVIII века. — Челябинск: Южно-уральское книжное издательство, 2000. — 280 с. — ISBN 5-7688-0771-3.
  • Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — 476 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. Т. III. — 2011. — ISBN 978-5-7501-1301-9 (т. 3) (в пер.)
  • Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Башкирское книжное издательство «Китап», 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
  1. Акманов И.
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 472. — 744 с.
  3. Фания Шакурова О реакционных писаниях и ногайских мурзах. // «Бельские просторы», 2008. № 3.