Ҡаранай Моратов
Моратов Ҡаранай | |
Тыуған ваҡыты |
1715 йыл менән 1720 йыл араһы |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы |
Үлгән ваҡыты |
1788 йылдан һуң |
Хеҙмәт иткән урыны |
Пугачевтың баш күтәреүселәр армияһы |
Хәрби звание |
полковник, атаман |
Хәрби алыш/һуғыш |
Башҡорт ихтилалы (1755—1756), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) |
Ҡаранай Моратов — Өфө өйәҙе Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының йөҙ башы, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, Пугачев армияһының атаманы һәм баш полковнигы. 1755-1756 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан. Ҡаранай (хәҙерге Башҡортостан республикаһының Стәрлебаш районы) ауылына нигеҙ һалыусы[1].
Ихтилалсы эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаранай Моратов Пугачев хәрәкәте башланыу менән ялған батша «Петр Федорович»ҡа килеп ҡушыла. Е. И. Пугачев тарафынан ихтилалсылар армияһының полковнигы итеп билдәләнгәндән һуң ихтилал күтәреү өсөн Башҡортостандың үҙәк улустарына ебәрелә. Ул башҡа баш күтәреүсе командирҙар Ҡасҡын Һамаров һәм Ҡанбулат Юлдашев менән бергә 1773 йылдың 18 ноябрендә, ныҡышмалы яуҙан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһын баҫып ала. Шулай уҡ улар тарафынан Табын ҡәлғәһе, тиҫтәләгән ауылдар һәм заводтар ҡулдарына алына. 24 ноябрҙә 4 мең кешенән торған отряд башында Өфөнө ҡамауға алған. Ҡаранай Өфө янында оҙаҡҡа туҡталмай: Пугачевтың заданиеһын үтәп, ул, армияһына Мәскәүгә табан юл асыу ниәте менән ул Ҡазан яғына юллана. Благовещен, ә һуңынан Бөрөнө ҡулдарына алып, Ҡаранай Кама буйына сыға, йылға аша сығып, бөтә Удмурт крайында ихтилал башлап ебәрә. Декабрь урталарында 12 мең кешенән торған армия менән Минзәләне ҡамаған. Ҡаранай батырҙың отрядтары, утлы лава ише, бөтә Ҡазан крайын ялмап ала. Улар Яр Саллы, Мамадыш, Зәйҙе баҫып алалар һәм Ҡазандан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашалар.
Ҡазан өйәҙенең властары ошо рәүешле иғландар яһағандар:
«…Тирә-яҡта һәр төрлө сара менән ғәскәр йыйығыҙ: тиҙҙән, бик тиҙҙән, алыш буласаҡ… Атаман Ҡаранай үҙе килә ята. Быны бөтә тарафтарға хәбәр итегеҙ…»[2].
1774 йылдың февраль айында хөкүмәт ғәскәрҙәренең һөжүм башлауы Ҡаранай батырҙы Башҡортостан төпкөлөнә сигенергә мәжбүр итә. Пугачев үҙе Ырымбур янында еңелеү кисерә. Екатерина инде еңеү тантанаһын байрам итә башлағанда, 1774 йылдың яҙында ихтилалдың яңы көс менән башланып китеүе мәғлүм була. Был осорҙа Ҡаранай Моратов Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә баш күтәргән башҡорттарҙың башлығы була. Төньяҡта иһә баш күтәреүселәр менән Салауат Юлаев етәкселек итә.
1774 йылдың май айында Өфө властары үҙҙәрен шаҡ ҡатырған ошондай мәғлүмәт алалар:
«…Ҡаранай Моратов етәкселеге аҫтында, пушкалары 9 меңдән артығыраҡ, Стерлитамаҡ пристаненә етәсәктәр, ә унан Өфө ҡалаһына юл аласаҡтар. Ә унда инде уларға Пугачевтың үҙе, шулай уҡ 2 мең ҡалмыҡ һәм меңләгән башҡорттан торған отряды булған старшина Ҡасҡын Һамаров ҡушылыуы мөмкин…»[3] Был Өфө ҡалаһына ойоштороласаҡ походтың планы була: Пугачев Салауат менән ҡаланы көнсығыштан, Ҡаранай һәм Ҡасҡын Һамаров көньяҡтан атакаларға тейеш була. Әммә Пугачев Өфө ҡалаһына барырға йөрьәт итмәй, сөнки ҡала янында Михельсон корпусы урынлашҡан була. Шул рәүешле поход ғәмәлгә ашырылмай. 18 май Стәрлетамаҡтан өс гусар эскадроны составында подполковник Рылеев отряды сыға. Ҡаранай уға һөжүм итә. Һөжүм ваҡытында 60 кешеһен юғалтҡан гусарҙар ҡасырға мәжбүр булалар.
1774 йылдың йәйе буйына Ҡаранай батшабикә ғәскәрҙәре менән алыша, Өфө һәм Ырымбур араһындағы биләмәләрҙән күҙ яҙҙырмай. Июль айында ул Пугачевтың Төп армияһының Ҡазанға ойошторолған походында ҡатнаша, һөҙөмтәлә был өйәҙ үҙәге тулыһынса тиерлек ҡыйратыла. 1774 йылдың 15 октябрендә Ҡаранай батыр әсирлеккә эләгә һәм Ҡазан йәшерен комиссияһына оҙатыла. Комиссиянан уны, Пугачевты язалағанды «күреп торһон» өсөн, Мәскәүгә килтерәләр. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, ул халыҡ вәкилен үҙ күҙәре менән күрергә теләгән Екатерина II-нең аудиенцияһына ирешә. Батшабикәгә ҡурайҙа уйнап күрһәтеп, атаҡлы ихтилалсы тыуған яғына йүнәлә. Әбей-батша пугачевлыҡты оноторға һәм уны телгә алмаҫҡа бойора. Шулай булғанмылыр, һәр хәлдә, 1788 йылда Ҡаранай Моратов Бөрйән улусы старшинаһы вазифаһын үтәүҙе дауам итә[4].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стерлебаш ауылындағы Геройҙар Аллеяһында уға бюст ҡуйылған
- Стәрлетамаҡта уның исеме менән урам аталған.
- «Ҡаранай» йыры Илнар Исмәғилов башҡарыуында
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Воззвание и переписка вожаков Пугачевского движения в Поволжье и Приуралье. Казань, 1988. — с.61
- ↑ Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии (Сборник документов). Уфа, 1975. — c.380
- ↑ Таймасов С. У. Восстание в Башкортостане. Уфа, 2000.В селе Стерлибашево в Аллее Героев ему установлен бюст. — с.190
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
- Статья в Башкортостан:Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- Личность в башкирской истории: Каранай Муратов YouTube сайтында Видео
- "Орнамент" Деревня Каранай - гордость и боль Марса Юлдашева