Солтанморат Дүскәев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Солтанморат Дүскәев
Тыуған көнө:

билдәһеҙ

Тыуған урыны:

Юрмый улусы, Ҡазан даруғаһы

Вафат булған көнө:

билдәһеҙ

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Солтанморат Дүскәев — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Солтанморат Дүскәев сығышы менән Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы вазифаһын башҡара[1].

1735 йылдың май аҙағында — июнь башында Ырымбур экспедицияһы канцелярияһы улустар буйлап хәрби хеҙмәткә яҙылған башҡорттарҙы командаға ҡушылыуға саҡырып указ тарата. Ҡазан һәм Нуғай даруғалары башҡорттары (500-гә яҡын кеше) Аҡай Күсемов, Килмәк Нурышев, Ғүмәр Туҡтаров, Мәсәғүт, Солтанморат һәм башҡалар етәкселегендә Чесноковка йылғаһы буйында Әлшәй ауылы эргәһендә йыйынға йыйыла һәм Өфөгә үҙҙәренең «указды тыңларға» килдек тигән хәбәр менән ике вәкилен ебәрә. Йыйылғандар Ырымбур экспедицияһының маҡсаттары хаҡында властарҙан рәсми асыҡлама алырға ниәтләйҙәр. Әммә властар был вәкилдәрҙе лә, һуңыраҡ йәнә ебәрелгән кешеләрҙе лә үлем язаһына тарттыралар йәки төрмәгә ябалар. Өфө властары һәм Кирилов йыйылшта ҡатнашҡан бөтә башҡорттарҙы ла тоторға бойора. Аҫаба халыҡтың һүҙен һанға һуҡмауы һәм чиновниктарҙың башбаштаҡлығы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының шарттарын боҙолоу һымаҡ ҡаралған. Дөйөм йыйылышта башҡорттар экспедицияға ҡаршы йүнәлтелгән алдағы көрәш буйынса фекер алыша. 1735 йылдың июль уртаһынан Минзәлә, Зәй, Яңы Шишмә ҡәлғәләре тирәһендә ихтилалсылар һәм ҡәлғә гарнизондары араһында алыштар башлана[2]. Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. К. Кирилов Башҡорт комиссияһы етәксеһе генерал П. И. Румянцев менән бергә Башҡортостан менән идара итеүҙе үҙгәртеп ҡороу буйынса ҡағиҙәләр исемлеге төҙөй, уның буйынса ихтилалсыларҙы «казнить смертию, а других в ссылку сослать, а не свобождать; а пущих заводчиков, хотя они и отпущении получили — Акая, Кильмяка, Бепеня, Мясегута, Умира, Ишалю, Салтан-Мурата, по причинам партикулярных дел, одного по другом забрав, жестокою казнить смертию» — тип бойорола[3].

1736 йылдың июнь айының икенсе яртыһында Юрматы улусында Килмәк Нурышев башлығында баш күтәреүселәр (яҡынса 8 мең кеше) йыйын уҙғара, Башҡорт комиссияһы етәксеһе генерал П. И. Румянцев йыйынға аманатҡа алынған Солтанморат Дүскәевты башҡорттарға ғәйепте танырға килеү талабы менән ебәрә. Йыйында ҡатнашыусылар был талапты асыу менән ҡабул итә һәм Румянцев лагерына һөжүм итеп, ҡулға алынған ихтилалсылары, шул иәптән Аҡай Күсемовты, азат итергә ниәтләй. 1736 йылдың көҙөнә ҡарай Ҡазан даруғаһы баш күтәреүселәре Солтанморат Дүскәев һәм Абдулла Аҡаев тирәһендә туплана[4]. Сентябрҙә башҡорттар Румянцев урына яңы командир килгәс, Килмәк Нурышев һәм Солтанморат Дүскәев Ҡазан һәм Нуғай даруғалары ихтилалсылары исеменән Хрущевҡа хат яҙалар. Әммә Башҡорт эштәре буйынса комиссия командиры тағы ла ҡатыраҡ сәйәсәт алып бара[5].

1737 йылдың мартында өс Ҡыҙыл йылғалары бассейнында Нуғай һәм Ҡазан даруғалары вәкилдәренең ҡоролтайы була, унда Солтанморат Дүскәевтә ҡатнаша. Был съезда йәнә ихтилалды башларға һәм Урта жүз ҡаҙаҡтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән ҡарар ҡабул ителә. Дөйөм килешеү буйынса ҡаҙаҡтар менән һөйләшеп барыу өсөн Солтанморат етәкселегендә 12 башҡортты ебәрәләр[6]. 1737 йылдың мартында Урта жүз ханы Абулмәмбәткә башҡорттар ярҙам һорап киләләр. Шул уҡ йылдың йәйендә Абдулмәмбәткә, Аблайға һәм Барак солтандарға Солтанморат Дүскәев бара һәм Аблайға башҡорт ханы булырға тәҡдим итә. Аблай Башҡортостанға бармай, әммә унда яҡынса 800 ҡаҙаҡ яугирҙарын ебәрә, 1737 йылдың йәйендә һәм көҙөндә улар башҡорттар менән бергә Дим йылғаһы бассейнында һәм Өфө тирәһендә хәрәкәт итәләр[7].

Барак солтан үҙенең улы Шығай солтанды башҡорттар үҙенең ханы итеп таныған осраҡта ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Баш күтәреүселәр Себер даруғаһына килгән Шығай солтан тирәһендә көстәрҙе йыйырға ынтылып ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа дусар булалар[8]. 1738 йылдың мартында, Башҡортостанда дүрт ай булып, Шығай кире туған яғына ҡайтып китә, уның менән бергә Солтанморат башлығында 400 башҡорт ғаиләһе китә[9]. Юлда улар Кесе жүз ҡаҙаҡтары тарафынан һөжүмгә дусар була, Солтанморат үҙенең күпселек кешелрен юғалтып кире Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Аҙаҡ Солтанморат Дүскәев улы менән бергә Барак солтанға килә, унда ҡыш үткәрә һәм Ургенчҡа китә. Был осорҙа ҡараҡалпаҡтар араһында Башҡортостандан сыҡҡан Солтанморат исемле хан телгә алына башлай, әммә ул 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан Морат солтан йәки башҡа шәхес булыуы ихтимал[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]