Эстәлеккә күсергә

Юрмый

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юрмый (башҡ. Юрми, Юрмый, Йүрми) — төньяҡ-көнбайыш башҡорттары составындағы боронғо башҡорт ҡәбиләһе.

Ырыу аралары: әптелмән, ғасаба, исай-ғасаба, ҡазаннар, типтәр, урман, яһаҡлы.

Юрмый этнонимы болгарҙарҙа, венгрҙарҙа һәм сыуаштарҙа билдәле. Топонимикала Юрмияз, Юрминка, Юрмиязбаш кеүек һ.б. исемдәр осрай.

Абдусәләмовтар, Дүсәевтар G2 гаплотөркөмөнә ҡарағаны асыҡлана[1].

Башҡорттарҙың юрмый ҡәбиләһенең этник тарихы Волга булғарҙары, мадьярҙарҙың Кер Кер ырыуы менән һәм болгарҙарҙың Бөйөк Болгария Ерми ырыуы менән бәйле.

Б. С. Ильясовтың яҙмаларына ҡарағанда, юрмыйҙар V быуат аҙағында башҡа (юрматы, байлар, юламан, ғәйнә ҡәбиләләре һәм куртугурҙар менән ҡәбилә союзы һәм боронғо башҡорт халҡын төҙөй[2]. Юрмыйҙарҙың формалашыуына уларҙың йәнәй, ҡатай, юрматы башҡорт ҡәбиләләре менән күрше булыуҙары йоғонто яһай. XII—XIII быуаттарҙа юрмыйҙар Дала Зәйе һәм Шишмә йылғалары буйында, ә XIII—XIV быуаттарҙа — Ыҡ йылғаһы бассейнында көн иткән, күршеләре байлар, бүләр, йылан, ирәкте, ҡатай һәм ҡырғыҙ башҡорт ҡәбиләләре булған.

XIV быуат аҙағы — XV быуат башында юрмый ҡәбиләһенең бер өлөшө ҡатайҙар менән себер яҡтарына күсенә һәм Төй, Етеҙ Танып йылғалары буйлап урынлаша. Бер өлөшө юрматы ҡәбиләһе менән көньяҡҡа юлланып, Ашҡаҙар, Ағиҙел, Стәрле йылғалары һәм Нөгөш йылғаһының уң яғында йәшәй башлай.

Таралыу территорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең биләмәләрендә Ҡазан даруғаһының Юрмый улусы барлыҡҡа килә.

XVII быуат аҙағынан XIX быуатҡа тиклем юрмыйҙарҙың ерҙәре Бөгөлмә өйәҙенә, а кантон идаралығы системаһы дәүерендә — 12‑се башҡорт кантонына инә.

Хәҙер юрмый ҡәбиләһе таралған ерҙәрҙә Башҡортостандың Баҡалы, Туймазы һәм Шаран, Татарстандың Аҙнаҡай, Әлмәт һәм Лениногорск райондары урынлашҡан.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  • История башкирских родов. Юрми. Том 21 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, А. Г. Салихов, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — 716 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.