Балыҡсы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Балыҡсы
Тамги балыкчинцев.png
Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Рәсәй

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Балыҡсы (Балыҡчы) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының ҡариҙел һөйләшенә ҡарай[1].

Этноним[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ этимологияһында балыҡсы — балыҡ тотоу йәки бал йыйыу менән шөғөлләнеп, хандарға балыҡ йәки бал менән яһаҡ түләгәндәр тип аңлатыла. Фольклорсы М. Х. Минһажетдинов әкиәт сюжеттарын анализлағандан һуң, этноним боронғо тотемик табыныуҙарҙан барлыҡҡа килеп, «балыҡтан тыуған» тип аңлата. Әммә Р. Ғ. Кузеев буйынса, балыҡсылыҡ башҡорттарҙың хужалығында мөһим роль уйнамай һәм балыҡ культы менән бәйле тасуирламалар юҡ, шунлыҡтан был гипотезаларҙың дөрөҫлөгө бик шикле[2].

Baliq, baluq һүҙе VIII быуатҡа ҡараған боронғо төрки тексттарҙа «ҡала» мәғәнәһендә, ә baluqdagy — «ҡалала йәшәүселәр» мәғәнәһендә ҡулланылған. Мәхмүт Ҡашғари буйынса балыҡ һүҙе «мәжүсилек осорондағы төркиҙәр һәм уйғырҙар телендә ҡаланы» аңлата. Балыксы (балыкчи) этнонимы тәү башлап ултыраҡ торамаларҙа йәшәүселәрҙе йәки боронғо ҡала периферияһында йәшәүсе күсмә халыҡ (мәҫ., наукерде фарсы һүҙе — «яңы ҡалаларҙа йәшәүселәр», ирәкте этнонимы — «ҡәлғәлә хеҙмәт итеүселәр» йәғни «ҡәлғәне һаҡларға бурыслылар») тип аңлатылған[2].

«Балыҡсы» этнонимы башҡорттарҙан тыш ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, тываларҙа, төркмәндәрҙә билдәле[3].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Bashkirs clans.jpg

Балыҡсы башҡорттарының тарихи риүәйәттәренә ярашлы, уларҙың боронғо ата-бабалары Алтайҙан һәм Көньяҡ Себерҙән булғандар. Риүәйәттәрҙә Көнгән тип аталған хатта урыны ла билдәләнә. Тәүҙә уларҙың ата-бабалары Яйыҡ буйына килеп урынлаша, артабан «Бәләбәй яҡтарында, ҡатай ерҙәрендә» оҙаҡ көн итеп, Танып йылғаһы буйлап төньяҡҡа йүнәлгәндәр һәм Төй йылғаһы үҙәнендә урынлашҡандар. Риүәйәттәрҙә шулай уҡ «ике сирмеш-мосолмандар» — Кеби һәм Юрмый иҫкә алына, улар был төбәктә йәшәп үҙҙәренең исемдәрен Ҡубыяҙ һәм Урмияҙ — ике ҙур башҡорт ауылдары атамаларында ҡалдырғандар. Р. Ғ. Кузеев буйынса, XIII—XIV быуаттарҙа тик ҡобау-мең һәм юрмый ырыуы вәкилдәре «сирмеш-мосолман» була алғандар, улар боронғо башҡорттарҙан айырылып ғәйнәләр һәм таныптар һымаҡ төньяҡҡа күскәндәр[2].

Урал алдына балыҡсы башҡорттары ҡатай ырыу-ҡәбилә төркөмөнөң дөйөм тулҡынында үтеп ингәндәр. XIII—XIV быуаттарҙа ҡатай ырыуҙары менән Ыҡ йылғаһының бассейнында йәшәгәндәр. Ҡатайҙар көнбайыш һәм көнсығыш тармаҡтарға бүленгәс, этник яҡтан көнбайыш ҡатайҙарға яҡын булыуҙарына ҡарамаҫтан, балыҡсы ҡәбиләһе башҡорттары төньяҡҡа йүнәлгәндәр. Бында улар Ҡариҙел йылғаһы уң яры буйлап Сарыс һәм Төй үҙәндәрендә төпләнәләр. Был төбәктә уларҙың биләмәләре танып һәм унлар ҡәбиләләре ерҙәренә күрше була[3]. XVI быуатта төньяҡ Башҡортостанға күскән ирәктеләрҙең (ҡара табындарҙың) бер өлөшө балыҡсыларҙың формалышыуында үҙ ролен уйнай[4].

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Себер даруғаһының Балыҡсы улусын тәшкил итә. Балыҡсы башҡорттарының ерҙәре XVIII—XIX быуаттарҙа Бөрө өйәҙенә, ә 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 5-се (артабан 10-сы, 11-се) башҡорт кантондарына ҡарай[3].

XIX быуат башында Балыҡсы улусы составында 175690 десәтинә ер, шул иҫәптән һөрөлгән ерҙәр — 6443, бесәнлектәр — 7244, урмандар — 156821, уңайһыҙ ерҙәр — 4837 десәтинә тәшкил иткән[5].

XVII—XVIII быуаттарҙа балыҡсылар башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡандар. 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы осоронда, Өфө воеводаһы Д. А. Волконский Балыҡсы һәм Әйле улусы баш күтәреүселәренә ҡаршы каратель акциялары уҙғарған. Бының тураһында 1664 йылда икенсе Волконский А. М. башҡорттарҙы батша властары буйһонорға саҡырып былай итеп яҙған:

«Вас, Айских волостей и Балыкчинских, за ваши неправды повоевал, побил и в полон поймал многих и разорил, и то вам разоренья от себя учинилось, от вашего воровского (то есть повстанческого) заводу и умыслу»

— МИБ, часть 1. — с. 185

Балыҡсы башҡорттары шулай уҡ 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнашҡандар. 1736 йылдың 19 ғинуарында А. И. Тевкелев етәкселегендәге каратель отрядтары балыҡсыларҙың Һөйәнтүҙ ауылына килеп, унда йәшәгән халыҡты ҡаты язалап үлтерәләр. Бының тураһында П. И. Рычков үҙ күҙе менән күргәндәрен артабанғыса яҙып ҡалдырған[6]:

«...близ тысячи человек с женами и детьми их во оной деревне перестреляно и от драгун штыками, а от верных башкирцев и мещеряков копьями переколото; сверх того сто пять человек собраны были в один амбар и тут огнем сожжены... при чем всего удивительнее, что многие из тех воров, будучи в огне, имевшиеся в амбаре копья со многими хульными и бранными словами на стоящих тут драгун выбрасывали и нескольких там по­ ранили... И таким образом вся оная дерев­ня Сеянтусы и жители с их женами и детьми от мала до велика через одну ночь огнем и оружием погублены, а жилища их в пепел об­ращены»

Тевкелевҡа «Тәфтиләү» башҡорт халыҡ йырында хурлыҡ тамғаһы ҡуйылған. Балыҡсылар, башҡа башҡорттар кеүек Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының шарттарын үтәп, Рәсәйҙең барлыҡ һуғыштарында ҡатнашҡандар[7].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балыҡсы башҡорттарының тораҡ пункттары[8][9][10]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Асҡын районы Билгеш, Гөмбә, Иҫке Күскилде, Көнгәкбаш, Ҡамашиҙе, Ҡашҡа, Ҡубыяҙ, Солтанбәк, Сураш, Табаҫҡытамаҡ, Ташлыкүл, Урмияҙ, Үршиҙе, Үтәш, Әмир, Әүәҙәй, Яңы Бағаҙы, Яңы Күскилде, Яңы Сөйөш һ. б.
Ҡариҙел районы Муллаҡай, Түбәнге Балмаҙы, Ураҙбахты, Яңы Муллаҡай
Татарстан Апас районы Шәмбалыҡсы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История башкирских родов, 2014, с. 27
  2. 2,0 2,1 2,2 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — Б. 350—352. — 572 б.
  3. 3,0 3,1 3,2 Йәнғужин Р. З. Балыҡсы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. История башкирских родов, 2014, с. 22
  5. История сёл и деревень Башкортостана, 2009, с. 295
  6. История башкирских родов, 2014, с. 24
  7. История сёл и деревень Башкортостана, 2009, с. 297
  8. История башкирских родов, 2014, с. 48—66
  9. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]