Башҡорт ихтилалы (1662—1664)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡорт ихтилалы (1662—1664)
Дата

1662 — 1664

Урыны

көнсығышта Иҫәт, Мейәс йылғаларының урта ағымынан алып көнбайыштағы  Кама йылғаһының урта ағымына тиклем, көньяҡта Яйыҡ (хәҙер Урал) йылғаһынан алып төньяҡтағы Чусовая йылғаһына тиклем

Сәбәбе

башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтары боҙолоуы, налогтарҙың арта барыуы, Өфө воеводаһының башбаштаҡлығы

Һөҙөмтә

баш күтәреүселәрҙең талаптарын ҡәнәғәтләндереү

Ҡаршы тороусылар
Flag of Russia.svg Рәсәй дәүләте Башҡорт ихтилалсылары
Командующийҙар
Ф. Ф. Волконский, А. М. Волконский һ.б. Һары Мәргән, Ишмөхәммәт, Конкас һәм Диуәнәй Дәүләтбаевтар, Арыҫланбәк Бәккин†, Ғәүер Аҡбулатов һәм Үләкәй
Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ билдәһеҙ

1662-1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы — XVII быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт ихтилалдарының иң тәүге эре ихтилалдарҙың береһе.

Ихтилалдың сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ихтилалдың төп сәбәбе: Рәсәй хөкүмәте экспансияһы арҡаһында башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыу шарттарына ярашлы ергә раҫланған аҫабалыҡ хоҡуҡтарын юғалтыу ихтималлығы. Бынан тыш ҡәлғә — ҡаласыҡтар, нығытмалар төҙөү өсөн ерҙәрҙе баҫып алыу һәм батша хөкүмәтенең Башҡортостандың көньяҡ- көнбайышында ҡалмыҡтарға йәйләүҙәрҙе баҫып алырға рөхсәт итеүе, шулай уҡ Өфө воеводаһының башбаштаҡлығы, налогтарҙың арта барыуы, түрәләрҙең уларҙы йыйған саҡта үтә ғәҙелһеҙ ҡыланыуы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

1662 йылда Аманаттарҙың бер өлөшөн язалап хәбәре башҡорт ихтилалының (1662-64) көсәйеүенә сәбәп була.

Ихтилал территорияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ихтилал көнсығышта Иҫәт, Мейәс йылғаларының урта ағымынан алып көнбайыштағы Кама йылғаһының урта ағымына тиклем, көньяҡта Яйыҡ (хәҙер Урал) йылғаһынан алып төньяҡтағы Чусовая йылғаһына тиклем территорияла тарала.

Баш күтәреүселәрҙең хәрәкәт иткән юлдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ихтилал Себер һәм Уса юлдарында башланып китә. Башҡорттар Һары Мәргән, Арҫланбәк Баҡҡин һәм башҡа юлбашсылар етәкселегендә Ҡатай төрмәһен, Далматов һәм Невьян монастырҙәрен, Әрәмил, Эрбет, Белослуд, Мурза һәм башҡа слободаларҙы атакалай, уларҙың ҡайһы берҙәрен баҫып алалар. Баш күтәреүселәр менән көрәшкә батша хөкүмәте шаҡтай ҙур хәрби көстәр йүнәлтә. Иртәш күле янында эре алыш була.

Төньяҡ Башҡортостанда ла көрәш башлана, баш күтәреүселәр Көңгәр ҡалаһын, Степан төрмәһен, Воздвиженка һәм Рождественский монастырҙәрен баҫып алалар, урыҫ ауылдарын һәм Сылва йылғаһы буйындағы ауылдарҙы туҙҙыралар. Ихтилал Нуғай һәм Ҡаҙан даруғаларын солғап ала. Баш күтәреүселәр Ғаур Аҡбулатов һәм Салыш ҡушаматлы Үләкәй етәкселегендә Өфөнө, Минзәләне һәм башҡа нығытмаларҙы, ауылдарҙы ҡамап алалар. Хөкүмәт Нуғай һәм Ҡаҙан башҡорттарына ҡаршы Ҡаҙан воеводаһы кенәз Ф. Ф. Волконский етәкселендә ифрат ҙур көстәр йүнәлтә. Өфөгә килеп еткәс, ул ихтилалсыларға ҡаршы язалаусылар (карателдәр) отрядтарын ебәрә. Ошо уҡ ваҡытта ул башҡорттарға баш һалырға саҡырып мөрәжәғәт итә. Уға ҡайһы бер башҡорт феодалдары, мәҫәлән, Нуғай юлы тарханы Ишмөхәмәт Дәүләтбаев кеүектәр, ярҙам күрһәтә. Ҡазан һәм Нуғай юлдарында ихтилалсыларҙың бер өлөшө ҡорал һалыуҙарын белдерә. Кенәз Волконский ихтилал етәкселәре Ғәүер менән Үләкәйҙе язалап үлтертә. 1662 йылдың көҙөндә башҡорттарҙың күпселеге һөйләшеүҙәргә ризалыҡ белдерә, әммә был һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһеҙ ҡала.[1]

1663 йылдың яҙында ихтилал ҡабаттан көсәйә башлай һәм йәй айҙарында бөтә Башҡортостан территорияһына, Урал аръяғына йәйелә. Баш күтәреүселәр Режь йылғаһы буйында бер нисә ауылды баҫып ала. һуңынан Арамыш биҫтәһенә һөжүм итә, Невьян нығытмаһын ҡамай. Көҙгә табан Полуэктов командаһы ҡаршы сыға, әммә баш күтәреүселәр язалаусылар отрядына ҙур ғына зыян килтерә. Башланған эште дауам итер өсөн, башҡорттар үҙҙәренә союздаштар эҙләй. Себер даруғаһының башҡорттары Урал аръяғындағы урыҫ булмаған халыҡтар менән элекке бәйләнештәрен нығыталар. Бынан тыш, улар Күсем батшаның бүләһе Көсөк менән бәйләнешкә инә. Ул дәүерҙә Башҡортостан көньяҡ — көнсығышта Себер ханы Күсемдең нәҫеле йәшәгән ерҙәр менән ситләш була. Элекке Себер ханлығының ерҙәренә дәғүә иткән Күсем тоҡомдары урыҫтарға ҡаршы сығыштарҙы көтөп кенә тора. Шулай итеп, Башҡортостандағы ихтилал улар өсөн бик отошло булып сыға. 1662 йылдағы хәрәкәттә улар әле ҡатнашмай, әммә киләһе йылдың ҡышынан Себер ханы Көсөк, башҡорттарҙың төп башлығы Һары Мәргәндең вафатынан һуң, 1663 йылдың башында, ихтилалсыларға ҡушыла.

Билдәле булыуынса, Себер батша улдары, шул иҫәптән Көсөк тә, хәрби яҡтан етди ҡурҡыныс тыуҙырмай. Ихтилалсылар, күрәһең, Көсөк Урал аръяғындағы урыҫ булмаған халыҡтарҙы туплау, берләштереү өсөн уңайлы кеше, тип уйлаған. Уларҙың калмыҡтар менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙары ла бушҡа түгел, сөнки ҡалмыҡтарҙан да улар мөһим ярҙам көткән. Шул уҡ ваҡытта, Көңгөр воеводаһы күрһәтеүенсә, башҡорттарға бер нисә урыҫ кешеһе лә ярҙамлашҡан, мәҫәлән, И. Громыхалов һәм А. Аникеев ихтилалды әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән.

Урал аръяғы баш күтәреүселәре Иҫәт, Нейва, Эрбет йылғалары бассейнында хәрәкәт итә, башҡорт ерҙәрендә төҙөлгән төрмәләргә, слободаларға, монастырҙәргә һөжүм итәләр. Нуғай һәм Ҡаҙан даруғалары ихтилалсылары элеккесә крайҙың үҙәгендә һәм көнбайышында, Өфөгә яҡын ерҙәрҙә һәм Кама аръяғындағы нығытмаларҙа эш итә.Был даруғаларҙа йәшәүселәр ҙә союздаштар эҙләй. Улар ҡалмыҡ тайшалары Дайсын һәм Әюкә менән бәйләнеш урынлаштыралар. Башҡорттарҙы мансиҙар (вогулдар), себер һәм көңгөр татарҙары, марыйҙар, ҡалмыҡтар ҡеүәтләй. Батша хөкүмәте башҡорттарға ҡабаттан һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим яһай. Нуғай даруғаһының ихтилалсылары 1663 йылдың көҙөндә Өфө воеводаһы менән һөйләшеүҙәрҙе яңырттылар. Уларҙың илселәре Динмөхәммәт Юлаев һәм Аҡтай Дуҫмөхәммәтов 1664 йылдың башында Мәскәүгә юлланалар, февраль айында батша ярлыҡашы (льготалар менән файҙаланыу өсөн юғары власть тарафынан бирелгән «жалованная грамота») менән ҡайталар. Грамотала батшаның Нуғай башҡорттарының талаптарын ҡәнәғәтләндерелеүе тураһында бәйән ителә. Ҡаҙан даруғаһы башҡорттары Өфө воеводаһы менән һөйләшеүҙәрҙе 1664 йылдың йәйендә башлайҙар. Шул уҡ йылдың көҙ айҙарында Себер башҡорттары ла батша хөкүмәте менән һөйләшеүҙәрҙе яңырта. Уларҙың илселәре 1665 йылда Тубыл ҡалаһына бара һәм воевода менән килешеү төҙөй.

Ихтилалдың һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батша хөкүмәте ихтилалсыларҙы еңә алмай һәм уларҙың талаптарын үтәргә мәжбүр була. Өфө воеводаһы стольник А. М. Волконский ваҡытынан алда эштән сығарыла, уның урынына башҡорттарҙың үтенесенә ярашлы стольник Ф. И. Сомов тәғәйенләнә. Ер мәсьәләһе буйынса хөкүмәт яғынан бик мөһим ташлама эшләнә, иң мөһиме: рәсми рәүештә башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтары раҫлана. Яңы воеводаға башҡорттарҙың килмешәктәр тарафынан ерҙәрен биләүҙәре тураһындағы ялыуҙарын кисекмәҫтән ҡарарға һәм уларҙың талаптарын үтәргә ҡушыла. Хөкүмәт шулай уҡ яһаҡ йыйыусыларҙың да башбаштыҡлығын бөтөрөргә вәғәҙә итә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Устюгов Н. В., Башкирское восстание 1662—1664 гг., в сб.: Исторические записки, т. 24, М., 1947;
  • Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1998.
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой половине XVIII века. — Свердловск: Изд-во Урал. ун-та, 1991.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]