Арыҫланбәк Бәккин
Уҡыу көйләүҙәре
Арыҫланбәк Бәккин | |
башҡ. Арыҫланбәк Бәккин | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Арыҫланбәк Бәккин (билдәһеҙ[1] — 1664 йыл) — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫланбәк Бәккин башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Себер даруғаһында эш итә. 1663 йылдың мартында Арыҫланбәк Бәккин Тубыл воеводаһы И.А.Хилков менән һөйләшеүҙәр алып бара, әммә улар һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Яҙын Себер даруғаһы башҡорттары Арыҫланбәк Бәккин һәм башҡалар етәкселегендә ихтилалға яңынан күтәрелә. 1664 йылдың яҙында Себер даруғаһының башҡорт улустарына Д.Полуэктов етәкселегендәге язалау полкы экспедицияһы ваҡытында Мейәс йылғаһының үрге ағымында Арыҫланбәк Бәккин үлтерелә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Славянская энциклопедия. XVII век». М., ОЛМА-ПРЕСС. 2004 год.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланбәк Бәккин(недоступная ссылка)
- «Араслан-Бек» на интернет-проекте «Хронос»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ XVII быуат 1-яртыһында тип фаразлана