Эстәлеккә күсергә

Һырҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Һырҙы — табын төркөмө башҡорттары составына ингән ырыу.

Ырыу аралары: ҡурман, ҡырҡтар, өрөк, әбел.

Һырҙылар боронғо төрки сығышлы ырыу. Этник тарихы ҡара — табын ырыуы тарихы менән тығыҙ бәйле.

Йәшәгән территорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуатта һырҙылар ҡыуаҡандар менән йәнәшә Әй һәм Йүрүҙән йылғалары үҙәндәрендә урынлаша. Был яҡтарҙа «Һырҙы йорто», «Һырҙы зыяраты» тигән топонимдар һаҡланып ҡалған. Һуңыраҡ һырҙылар Урал аръяғына күсенәләр һәм Тинес һәм Мейәс йылғалары араһындағы территорияны биләйҙәр.

Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылғанынан һуң һырҙыларҙың аҫаба ерҙәре Себер даруғаһының Һырҙы улыҫына инә. XVIII—XIX быуаттарҙың аҙағында ырыу биләгән территория Екатеринбург һәм Силәбе өйәҙҙәренә, ә кантон идара итеү системаһы осоронда — 2-се, 5-се башҡорт кантондарына индерелә.

Хәҙерге ваҡытта һырҙы ырыуы ерҙәре Силәбе өлкәһе Арғаяш районы биләмәһенә инә.