Һалйот

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һалйот
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Халыҡ

башҡорттар

Һалйот — башҡорт ҡәбиләһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе өлкәһенең төньяғында Иҫәт йылғаһы буйҙарында һалйот ҡәбиләһе нәҫеле булған башҡорттар йәшәй. Башҡорт этнографы Р. З.Йәнғужин һалйоттарҙың нирун тип аталған монгол ҡәбиләһенән килеп сыҡҡанлығын яҙа, улар Сыңғыҙ хандың маҡсатына ҡаршы булған. Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Алан Го исемле бер башлыҡтың уртансы улы Багути Салджи тоҡомдары тип иҫәпләй, Сыңғыҙ хан заманында уларҙы салджиуттар тип йөрөткәндәр. Сыңғыҙ ханға тиклем нурин ырыуы башлыҡтары күп булған, улар берләшеп йәшәүҙе өнәмәгән, тап шуға күрә лә Сыңғыҙ хан хәҙерге монголия территорияһында йәшәгән бөтә ырыуҙарҙы бергә туплап, үҙенә генә буйһондорорға булғас, салджиуттар уның үҙенә ҡаршы һуғышырға ант итә. Р. З. Йәнғужин билдәләүенсә, Сыңғыҙ хан менән бәрелештә еңелгәндән һуң, һалйоттар наймандар менән бергә Урта Азияға Ҡара Ҡытай дәүләтенә ҡаса, һуңғараҡ улар Уралға күсенә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]