Эстәлеккә күсергә

Әмир (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Әмир
татар. Әмир
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°02′13″ с. ш. 56°58′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 819 002

ОКТМО коды

80 604 419 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әмир (Рәсәй)
Әмир
Әмир
Әмир (Асҡын районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әмир

Әмир (рус. Амирово) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 304 кеше[1]. Почта индексы — 452892, ОКАТО коды — 80204819002.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 304 150 154 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 40 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡашҡа): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 137 км

Байғыш ауылын хәҙер Әмир тип атайҙар. 1791 йылда Ракай Итҡулов, Ғайнулла Ташбулатов иҫкә алына.
1816 йылда ауылда 55 йәшлек Әмир улы Әйүп Әмиров йәшәгән. Улар ауыл исеме менән бәйле кешеләр булыуы мөмкин.
XIX быуат башында таҫтүбәлеләргә 65 йылға арендаға ер биреүселәрҙең килешеүгә ҡуйған тамғалары билдәле. Улар: Ҡашҡа Кәримғолов, Йәрмөхәмәт Урыҫҡолов, указлы мулла Әбделхәким Темиров, Байғазы Таймасов, Нәҙерша Сафиндар.
Архив мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 21 йортта 121 кеше, 1816 — 24 йортта 164, 1834 — 32 йортта 200, 1870 — 42 йортта 230, 1920 — 105 йортта 521 аҫаба башҡорттары йәшәгән.
1895 йылда мәсет янында «башҡорт мәктәбе» булған.

Урам исеме[2]

  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тау өстө урамы (рус. улица Нагорная)
  • Беренсе май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Ялан урамы (рус. улица Полевая)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Әмир ауылы