Эстәлеккә күсергә

Төлгөҙбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Төлгөҙбаш
татар. Төлгезбаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°14′01″ с. ш. 56°29′02″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 804 004

ОКТМО коды

80 604 404 141

Төлгөҙбаш (Рәсәй)
Төлгөҙбаш
Төлгөҙбаш
Төлгөҙбаш (Башҡортостан Республикаһы)
Төлгөҙбаш

Төлгөҙбаш (рус. Тульгузбаш) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. Асҡын ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 265 кеше[1]. Почта индексы — 452884, ОКАТО коды — 80204804004.

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Асҡын): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 79 км

Төлгөҙбаш ауылы Төй йылғаһы бассейнына ҡараған Асҡын йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡын ауылынан төньяҡҡа табан 18 километр һәм Чернушка тимер юл станцияһынан (Пермь крайы) көньяҡ-көнсығышҡа табан 79 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Әнүәр Әсфәндиәровтың Башҡорт ауылдары тарихына бағышланған хеҙмәтендә Төлгөҙбаш ауылы XIX быуатта Төлгөҙ йылғаһы үрендә барлыҡҡа килгән.

1903 йылда (башҡа мәғлүмәттәрҙә 1906-1911 йылдар арауығында Бөрө өйәҙе биләмәһендә нигеҙләнгән. Атамаһы Төлгөҙ йылғаһы менән бәйле. Документтарҙа Тульчук-Баш, Тульгучбаш тип тә теркәлгән.

1920 йылда Төлгөҙбаш ауылының 74 хужалығында 345 башҡорт йәшәгән[3].

19031905 йылдарҙа Татарстандан беренсе күсеп килеүсе Ғатаулла ҡарт килеп, ҡуйы урманда ҡыуыш төҙөй, ағас төпләп, ер ҡаҙый башлай. Унан һуң Ҡаҙансынан Насиров Басир, Вәхитов Шәфиҡ, Халиҡ, Әбдрәзәҡов Шәйислам үҙҙәренә ер һатып алалар. Был ваҡытҡа ерҙе бояр Жуковский һатып алған була. Ул үҙе Петербургта йәшәгән. Бында сейә ағастары менән уратып алынған ике ҡатлы дачаһы булған. Йәй көнө ғаиләһе менән ял итергә ҡайтып йөргән. Урындағы халыҡ боярға ер өсөн һалым түләгән. Күсеп килеүселәр әкренләп йорттар төҙөй башлай. Ауылдан йыраҡ түгел Төлгөҙ йылғаһы аҡҡан, һәм йылға башында ултырған ауыл Төлгөҙбаш тип аталған.
1917 йылда 50-60 йорт, ике мунса була ауылда. 18 километр алыҫлыҡта урнашҡан Ҡаҙансы ауылына кәрәсин һатып алырға йөрөйҙәр. Ҡуйы урман аша юл һалыу тураһында ҡарар итәләр.
1911 йылда Дауыт мулла тәҡдиме буйынса мәсет төҙөлә, ул 1931 йылға тиклем эшләй.
1929 йылда башланғыс мәктәп асыла. Беренсе уҡытыусылары Өфөнән килгән Шакир Үрәҙмәтов, Ниғмәтйән Ҡансияров, Нурмөхәмәт Кирәев (Кирәй Мәргән атаһы) һәм башҡалар булған.

1882—1934 йылдарҙа Төлгөҙбашта сығышы менән хәҙерге Пермь крайы Октябрь районы Йомран ауылынан булған башҡорт мәғрифәтсеһе Нурмөхәмәт сәсән Йомрани йәғни Арыҫлан улы Кирәев йәшәгән. Уның «Беҙҙең ерҙәребеҙ һатылған» тигән шиғыры әле лә актуаль яңғырай, ер менән һатыу-алыу эштәрен төптән уйлап башҡарыу, уны киләсәк быуын балаларыбыҙға тапшырыу мәсьәләһен күтәрә:

Эй, туғандарым, ерҙе һаҡлағыҙ,

Әрәм итмәгеҙ, ерҙе һатмағыҙ.

Белегеҙ алдан ер ҡәҙерҙәрен,

Ерендә булһын үҙ ҡәберҙәрең.

Сәсәндең улы Кирәй Мәргән (1912—1984) — күренекле яҙыусы, фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор. Өфө ғилми үҙәгендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һәм Башҡорт дәүләт университетында оҙаҡ йылдар емешле хеҙмәт иткән[4].

19291930 йылдарҙа ауылда коллективлаштырыу башлана."Ҡыҙыл Төлгөҙ" колхозы төҙөлә.Сафиуллин Ниғмәтйән уның беренсе рәйесе була.Һуңынан колхоз «Ирек» тип исемләнә.
1931 йылда мәсет бинаһын мәктәп итеп үҙгәртәләр.
1939 йылда мәктәп — ете йыллыҡ, 1962 йылда — һигеҙ йыллыҡҡа әйләнә.
19411945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына Төлгөҙбаш ауылынан 182 кеше китә. 103 кеше әйләнеп ҡайта, 79 яугир һәләк була. Төлгөҙбаш ауылы Советтар Союзы Геройы Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы Һәм Ленин ордены кавалеры, Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән Кавказ тауҙарында барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған Шәрип Васиковтың тыуған төйәге.
19331951 йылдарҙа колхоз төрлө үҙгәрештәр кисерә, "Дружба"колхозы, 1969 йылдан" Дружба" совхозына керә.
1964 йылдың 30-сы йылдарынан «Ҡыҙыл Төлгөҙ» артеле эшләй, ағас эшкәртәләр, сана, саңғылар һәм башҡалар, эшләйҙәр…[5]

Төлгөҙбаш ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 345
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 462
1959 йыл 15 ғинуар 427
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 262
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 265 125 140 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны


Әлеге ваҡытта ауылда 1-се Асҡын урта мәктәбе филиалы — Төлгөҙбаш башланғыс мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер — акушерлыҡ пункты, 2 магазин, мәсет бар. КФХ эшләй, юлдар төҙөкләндерелгән, телефон, интернет, телевидение бар. Кешеләр заманса йорттар төҙөп кергән.

Күренекле кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[6]

  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Ялан урамы (рус. улица Полевая)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Юбилей урамы (рус. улица Юбилейная)