Эстәлеккә күсергә

Асҡын районы ауылдары легендалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Асҡын районы ауылдары легендалары — халыҡтан йыйып алып бер баҫмаға тупланған ауыҙ-тел ижады.

Асҡын ауылы — Асҡын районы 1935 йылдың 31 ғинуарында ойошторола. Район үҙәге Асҡын һәм Бөрмә тигән ике йылға һыулай. Ул үҙ исемен Асҡын йылғаһынан алған. Йылғаға исемде ошо төбәктең төп халҡы — башҡорттар биргән булырға тейеш. Инйәр буйы башҡорттары менән хәҙерге Асҡын районында йәшәгән балыҡсы һәм танып ҡәбиләһе, академик Раил Ғүмәр улы Кузеев фекеренсә, ҡасандыр Инйәр буйы ҡумырыҡ табын, кәлсер табын башҡорттарынан айырылып, ошо төбәккә килеп нығына. Кузеев фаразын раҫлаған кеүек, яңы урында ла, башҡорттар элекке йәшәгән урынға ла ер-һыу атамаһын үҙҙәре менән бергә алып килә һәм Бөрмә йылғаһының һул ҡушылдығына ла Асҡын тип исем бирә. Архангель районындағы Асҡын менән Асҡын районындағы Асҡын йылғаһының сығышы бер төрлө аңлатыла. Асҡын йылғаһы үҙ исемен Аҡҫын тигән изге таш исеменән ала. Аҡҫын «изге һын» тигән мәғәнәне аңлата. Йылға исеме буйынса шул йылғаны һыулаған ауыл да ошо исемде йөрөтә башлай. Асҡын районында ла ошо хәл ҡабатлана. Асҡын ауылы эргәһендә «Өс ҡайын» тигән урын бар. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, элек был урында өс ҡайын үҫкән булған. Был урындың исеме шунан килеп сыҡҡан. Хәҙер инде был урын урманға әйләнеп киткән, шуға ҡарамаҫтан, был ер элекке исемен юғалтмаған.

Ҡашҡа (Сиреүбай) ауылы. Ҡашҡа һүҙенең хәҙерге башҡорт телендә яңғыҙлыҡ исем булып бик һирәк ҡулланыла, уны һүҙбәйләнештәрҙә генә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, «Алланың ҡашҡа тәкәһе булдыңмы әллә?» тигән әйтем бар. Бында ҡашҡа һүҙе һайланған, башҡаларҙан айырылып торған тәкә (образлы рәүештә кеше) тураһында һүҙ бара. Ҡашҡа һүҙе башҡорт телендә күберәк мал (ат, кәзә) исемдәрендә (икенсе төрлө зоонимияла) ҡулланыла. 1953 йылда Мәскәүҙә «Русский язык» нәшриәтендә баҫылған «Башҡорт теленең һүҙлеге» тип аталған аңлатмалы һүҙлектә ҡашҡа һүҙенә «хайуандарҙың маңлай уртаһындағы аҡ тап» тип аңлатма бирелгән. Миҫал итеп ерән ҡашҡа, ҡашҡаһы бар, ҡашҡаһы ҙур, ҡашҡа ат, ҡашҡа тәкә тигән һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр килтерелгән. Ошоларҙан башҡа башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғол «Башҡорт ҡашҡалары», БДУ профессоры Әнүәр Әсфәндиәров та шундай уҡ исемле мәҡәлә яҙғайны. Ҡашҡа һүҙе был әҫәрҙәрҙә «батыр» мәғәнәһен йөрөткән һүҙ булып тора. Ҡашҡа ауылы эргәһендә бик ҡыҙыҡ исемле Ыйыҡташ тауы бар. Бындай исемле тау башҡа урындарҙа бөтөнләй осрамай. Был боронғо төрки телендә әүҙем ҡулланылған ызыҡ, йәғни «изге» тигән һүҙҙән яһалған тау. Тимәк, боронғо ата-бабалар был тауҙы изге урын тип иҫәпләгәндәр. Үрҙә әйтеп үткән Ыйыҡташты Ҡашҡалар тағы ла Ханҡала, йәғни Ханйорто тип йөрөтә. Сөнки бик борон унда ошо тирәне Башҡортостан еренә хужа булып торған батыр Ҡашҡа, йәки Хан йәшәгән урын булған. Шул хәл таш исемендә лә һаҡланып ҡалған. Халыҡ Ханҡала тип юҡҡа ғына был ташҡа исем ҡушмаған. 1967 йылдағы беҙҙең анкетаның 20-се һорауына Ғилемйәнова Тәслимә апай түбәндәгесә яуап биргән: "Юғарыла яҙылған «Ыйыҡташ» хан ҡалаһы, йәки хан йорто булған, сөнки ул таштың да эсе бик иркен бүлмәләрҙән тора. Ҡашҡа ҡырында «Үлектәр» ере бар. Борон татарҙар менән башҡорттар ер өсөн һуғышып һәләк булған ер исеме ул.

«Әмир ауылы» легендаһы. Ҡашҡа ауылы эргәһендә Әмир ауылы бар. Әмир ауылын революцияға ҡәҙәр Байғуш тип йөрөткәндәр. Байғуш — бай кеше мәғәнәһендә, сөнки ошо ауылда бер генә ғаиләнән торған бер генә кеше булған. Ошо бай кешенең ике улы булған: береһе Ҡашҡа, ә кесе улының исеме билдәһеҙ. Был байҙың оло улы өйләнгәс, уны хәҙергә Ҡашҡа ауылына урынлаштырған.

«Йыланлы күл» легендаһы. Әмир ауылы янында бәләкәй генә күл бар. Уны Әмир, Ҡашҡа халҡы «Йыланлы» тип атап йөрөтә. Ололар һөйләүе буйынса был күлдә йыландар күп булған.

«Ҡыйғаҙы ауылы» легендаһы. Асҡын районында Таныпҡа уң яҡтан ҡойған Ҡыйғаҙы тигән йылға бар. Шул йылға буйында ултырған Ҡыйғаҙы тип йөрөтөлгән бик боронғо башҡорт ауылы башҡорт мәҙәниәтенә күренекле башҡорт фольклорсыһы һәм яҙыусыһы Кирәй Мәргәнде биреүе менән билдәле. Ауыл исеменең нигеҙен тәшкил иткән Ҡыйғаҙы йылғаһының исемен урындағы халыҡ ике төрлө аңлата. 1552 йылда Ҡазан ханлығының баш ҡалаһы Ҡазан рустар (Мәскәү) тарафынан баҫып алынғас, Ҡазанды һаҡларға йәлеп ителгән башҡорттар үҙ иленә ҡайта. Шулар араһында Айдабайсар, Ҡырдабайсар һәм Сыудабайсар тигән өс егет ошо яҡ башҡорто ла була. Шул башҡорттарҙан Сыудабайсарҙың шәхси тамғаһы кәкерсәк тип аталған. Шуға ла Сыудабайсарҙы «ҡыйыҡ ауыҙ» тип йөрөткәндәр имеш, тип аңлаталар ауыл ҡарттары. Ҡыйыҡ ауыҙ тигән атама аҙаҡ Ҡыйғаҙы булып үҙгәргән. Икенсе аңлатма буйынса Ҡыйғаҙы Ҡоҙай тигән кеше исеменән (йәғни антропонимдан) һәм ғаҙы һүҙенән яһалған. Ҡоҙай тигән кеше ауылға тәү башлап нигеҙ ҡорған.

«Олокүл (Бөгөлмә) ауылы» легендаһы. Олокүл — Асҡын районындағы бик ҙур булмаған башҡорт ауылы. (Башҡорттар уны тағы ла Бөгөлмә тип тә йөрөтә.) Рәсми ҡағыҙҙарҙа ни өсөндөр русса Большое Озеро, башҡортса Олокүл тип йөрөтөлә. Ул Олокүл күле эргәһендә урынлашҡан. Ауылдың исеме ошо кулдең исеменән алына. Ауыл эргәһендә тағы Арҡылыкүл бар. Ул иң ҙур күл булып иҫәпләнә. Ул Төлгөҙбаш менән Олокүл ауылдары араһында юлға арҡылы урынлашҡан. Шуға күрә исеме «Арҡылы» тип атала. Күл оҙонса формала һәм ағастар менән уратып алынған. Күлдә балыҡтар ҙа байтаҡ. Тирә яғында ҡарлыған, балан, бөрлөгән үҫә. Ыйыҡтау тигән тау исемен айырып күрһәтергә кәрәк, сөнки ыйыҡ һүҙе боронғо төрки теленең вариҫтары иҫәпләнгән Ҡырғыҙ илендәге Ысыҡкүл менән бәйле. Ысыҡкүл атамаһы Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Әдһәм Рәхим улы Тенишев «изге күл» тигән мәғәнәгә эйә тип иҫәпләй. Ыйыҡтау исеме лә шуның кеүек «изге тау» тигән мәғәнә йөрөтә, һәр төбәктең изге урыны булған. Тап шундай изге урындарҙа борон башҡорттар ҡоролоҡ ваҡытында Аллаһы Тәғәләнән ямғыр яуҙырыуҙы, ямғыр бик күп яуған саҡтарҙа, киреһенсә ямғырҙы туҡтатыуҙы һораған. Сөнки изге урында теләгән теләкте, һораған үтенесте Аллаһы Тәғәлә ҡабул итер булған һәм үтәгән. Ыйыҡтау, беҙҙеңсә, ошондай мәғәнәлә ҡулланылған тау булып тора булһа кәрәк.

«Әрсеү баҫыуы» легендаһы. Олокүл ауылы янында Әрсеү тигән баҫыу бар. Һуғыш ваҡытында был урындарҙы таҙартҡан, йәғни әрсегән булғандар. Шунан баҫыуға исем бирелгән.

«Ғатаулла соҡоро» легендаһы. Ауылдан алыҫ тугел Ғатаулла соҡоро бар. Был бик тәрән булмаған соҡор. Ғатаулла тигән бабай, атҡа атланып, күрше ауылға аҡса илтеп барған, быны кулаҡтар белеп ҡалып, ошо соҡорҙа, Ғатаулла бабайҙы ла, уның атын да үлтереп, эргәлә булған һаҙлыҡҡа һалып китәләр. Шул ваҡыттан башлап был соҡорҙо Ғатаулла соҡоро тип йөрөтә башлайҙар.

«Төлгөҙбаш ауылы» легендаһы. Төлгөҙбаш ауылының исеме үк Төлгөҙ йылғаһының башы тигәнде аңлата. Төлгөҙ йылғаһы, Яңа Ҡаҙансы ауылы янындағы Көтмәҫ йылғаһына барып ҡушыла. Төлгөҙбаш ауылы тирәһендә лә күлдәр, йылғалар, тауҙар байтаҡ.

«Иҫке Күскилде ауылы» легендаһы. Иҫке Күскилде ауылын балыҡсы ҡәбиләһе башҡорттары төҙөгән. 1795 йылда Күскилде ауылында 140 аҫаба башҡорт һәм 12 типтәр алынған. Халыҡ күбәйә төшкәс, Күскилденән яңы ауыл айырылып сыға. Уны Яңы Күскилде тип исемләйҙәр.

«Ҡышлауйылға ауылы» легендаһы. Асҡын районындағы Ҡышлауйылға ауылы исеме Ҡышлау йылғаһы исеменән килеп сыға. Был йылғаға Танып шифаханаһы янындағы Яҡты шишмә лә ҡушылып китә. Яҡты шишмәнең үҙенең бер нисә исеме бар: «Яҡты шишмә», «Изге шишмә». Ысынлап та, был шишмәнең һыуы бик шифалы. Ололар һөйләүенсә, бер ваҡытты хаждан ҡайтып барыусы бер бабай юлда ауырып үлеп китә. Был бабай үлгән урындан шишмә бәреп сыға. Күпмелер ваҡыт үткәс, Яҡты шишмә янынан үтеп барыусы бер күҙе насар күргән кеше шишмәнең һыуы менән битен йыуа, һәм күпмелер ваҡыт үткәннән һуң уның күҙе асылып киткәндәй була. Шунан был шишмәне «Яҡты шишмә» тип атап йөрөтә башлайҙар.

«Яңы Ҡаҙансы ауылы» легендаһы. Был Иҫке Ҡаҙансынан айырылып сыҡҡан ауыл. Иҫке Ҡаҙансынан ҡасан бүленеп сыҡҡаны, ни өсөн Ҡаҙансы тип аталыуы тураһында фекерҙәр төрлө. 1967 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан беҙҙең ебәргән анкетаға 1909 йылғы уҡытыусы Бариев Камал Мөғин улы тултырып ебәргән анкетала юғарыла һеҙҙен «Ауылығыҙ ни өсөн шулай аталған? Ауылығыҙға тәү башлап нигеҙ һалыусылар ҡайҙан сыҡҡан?» тигән һорауға түбәндәгесә яуап биргән: «Ҡазанчы дигән ҡабилә булса кирәк. Алар шушы тирәдә йәшәгәннәр. Иске Ҡазанчы авылынан 1815 йылда күчеп утырганнар», — тип яҙған Камал Мөғин улы. Ә бына БДУ профессоры Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров архив материалдарына таянып был турала икенсе фекерҙе ҡеүәтләй. Төп Ҡаҙансынан (йәғни Иҫке Ҡаҙансынан) яңы ауыл айырылып сыҡҡан ти.

«Ташлыкүл (Шишмә Үрәкәй) ауылы» легендаһы. Ташлыҡул исеме шунан килеп сыҡҡан. Ташлыҡлы бер күл буйы булған. Уның элек шишмәһе лә булған. Тик хәҙер ул аҡмай, сөнки ҡороған. Күл буйы эре ташлыҡ. Күлгә лә, ауылға ла Ташлыҡул тип исем бирелгән. Икенсе төрлө Ташлыкүл ауылын Шишмә Үрәкәй тип тә йөрөтәләр. Ошо бәләкәй генә ауылда иллегә яҡын ер-һыу атамалары яҙып алынған.

«Эйәлегүл» легендаһы. Был ауылдан алыҫ түгел, Эйәлегүл тигән бик матур йоморо күл булған. Ул бик матур, тәрән булған. Әммә етәкселәр мелиорация үткәрәбеҙ тип, эргәһендәге ағастарҙы ҡырҡҡандар һәм күл һайығып ҡалған. Был хәл һуғыш йылдарында булған, ти. Ауылдан бер кеше ошо күл ярынан китеп барғанда, уға ҡара костюм кейгән ир осраған. Теге кеше аптыраған: «Һуғыш ваҡытында әзмәүерҙәй егет нишләп бында йөрөй?» — тип уйлаған. Артына әйләнеп ҡараһа, теге әҙәм ҡайҙалыр юғалған. Өйөнә ҡайтып күп тә тормай, был кеше үлгән. Был ирҙе күлдең эйәһе тип һөйләйҙәр ололар. Үләре еткән кешегә ҡара, ғүмере оҙон кешегә — аҡ костюмда күренә икән.

«Ташлытау» легендаһы. Олокүл ауылы янында «Ташлытау» тигән бер урын бар. Бында ҙур сокор бар. Ул соҡор таш менән тулы. Шуға уны халыҡ Ташлытау тип атала.

«Мәхийән» шишмәһе. Был шишмә йылға буйында урынлашҡан. Уны Мәхийән исемле ағай шишмәнең тәмле һыулы икәнен белгәс, уға матурлап бура яһап төшөрә, тирә-яғын кәртәләп ала. Шишмәнең тирәһенә төрлө ағастар ултыртып ҡуя. Шунан шишмә Мәхийән шишмәһе тип йөрөтөлә башлай.

Изге шишмә» легендаһы. Изге шишмә тураһында «Асҡын һыуҙары» китабында Ләйсән Миңлеғолова яҙып ҡалдырған легендалар бар. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, элек Ғәлиулла ағайҙың оло ҡатынының балаһы булмаған. Ул бала тыуыуын бик теләгән, хоҙайҙан ярҙам һораған, бик ҡаты илаған, ти. Ҡатын үлгәс, уны тау буйына ерләгәндәр. Ошо ҡәбер янынан һыу ҡалҡып сыҡҡан һәм тауҙан аҫҡа ағып иөшкән. Ләйсән Хатип ҡыҙы әйтеүенсә, әбейҙәр уны Ғәлиулла ҡатынының күҙ йәштәре ул тип әйтәләр ти.

  • Абдуллина А. А. Асҡын һыуҙары. — — Өфө: Китап, 2005. — С. 245.
  • Кирәй Мәргән. Башҡорт халыҡ ижады. — Өфө: Китап, 1981. — С. 137.
  • Шәйхуллина Э. Ф. Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы тарихы һәм фольклоры. — Өфө, 2018. — 7-8, 16-18, 48-56 с.
  • Ризәлә Шәйхинурова. Еркәйемдең тарих һөйләмәгән юҡ һуҡмағы, юҡ тауы. — Өфө: "Йәшлек" гәзите, 1996, 9 июль.

https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Faskinskajanov-b.rbsmi.ru%2Farticles%2Ftoponimika-ser-re%2FLEGENDALAR-741536%2F%3Futm_source%3Dvk%26utm_medium%3Dsocial%26utm_campaign%3D165290375&el=snippet

]]