Эстәлеккә күсергә

Кавказ тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кавказ тауҙары
Оло һәм Кесе Кавказ, Кавказ аръяғы. НАСА фотоһүрәте
Оло һәм Кесе Кавказ, Кавказ аръяғы. НАСА фотоһүрәте
Характеристикалар
Майҙаны477 165 км²[1]
Оҙонлоғо1100 км
Киңлеге160 km
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеЭльбрус 
Бейек нөктәһе5642 м
Урынлашыуы
42°30′ с. ш. 45°00′ в. д.HGЯO
Кавказ
Красная точка
Кавказ тауҙары
 Кавказ тауҙары Викимилектә

Кавказ тауҙары (абх. Кавказаа ашьхақәа, авар. Кавказалъул мугIрул, адыг. Къаукъаз къурш, әзерб. Qafqaz dağları, әрм. Կովկասյան լեռնաշղթա, груз. კავკასიონი, дарг. Кавказла дубурти, ингуш. Кавказан лоамаш, ҡаб.-черк. Къаукъаз къурш, ҡарас.-балҡ. Къапкъаз таўла, лезг. Къавкъаз, осет. Кавказы хæхтæ, чеч. Кавказан лаьмнаш) — Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәре араһындағы тау системаһы. Атама этимологияһы билдәләнмәгән[2].

Кавказ тауҙары Оло Кавказ һәм Кесе Кавказ тау системаларына бүленә.

Оло Кавказ 1100 км ашыу төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан, Анапа районы һәм Таман ярымутрауынан алып Каспий буйындағы Апшерон ярымутрауына тиклем (Баҡы янында). Оло Кавказдың иң ҙур киңлеге Эльбрус меридианы районында 180 км етә. Үҙәгендә Ғәҙәттәгесә, Оло Кавказ 3 өлөшкә бүленә: Көнбайыш Кавказ (Ҡара диңгеҙҙән Эльбрусҡа тиклем), Үҙәк Кавказ (Эльбрустан Казбекҡа тиклем) һәм Көнсығыш Кавказ (Казбектан Каспий диңгеҙенә тиклем).

Иң танылған түбәләр — Эльбрус тауы (5642 м) һәм Казбек тауы (5033 м), мәңгелек ҡар һәм боҙлоҡтар менән ҡаплы.

Сочи янындағы тауҙар — Аишхо (2391 м), Аибга (2509 м), Чигуш (3238. м), Псеашхо һ. б. (Красная Поляна курорт ерлеге) — 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашты.

Кавказ — күпмелер вулкан әүҙемлеге менән йыйырсыҡлы тауҙар, Альп тауҙары кеүек үк, Өсөнсөл осорҙа (яҡынса 28-23 миллион йыл элек) барлыҡҡа килгән. Бында гранит һәм гнейс, нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары бар. Баһаланған резервтары 200 млрд нефть барреленә тиклем. (сағыштырыу өсөн: Сәғүд Ғәрәбстаны ятҡылыҡтары запастары 260 миллиард баррель тәшкил итә).

Географическая принадлежность

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кавказ тауҙары ҡайһы ҡитғаға ҡарауы тураһында төрөлө фекерҙәр бар. Бер ҡараш буйынса, Европаның иң бейек түбәһе — Эльбрус тауы (5642 метр), йәки италия-франция сиге буйлап урынлашҡан Альптағы Монблан (4810 метр).

Кавказ тауҙары Европа һәм Азия араһында, Евразия плитаһы үҙәгендә урынлашҡан.

Сикте швед офицеры һәм географы Филипп Иоганн фон Страленберг тәҡдим итә: Урал тауҙары түбәһе аша үтеп, шунан аҫҡа табан Эмба йылғаһы буйлап, Каспий диңгеҙенә тиклем (Кавказ тауҙарынан төньяҡҡа ҡарай 300 км алыҫлыҡтағы Кумо-Маныч соҡоро аша) урынлашҡан. 1730 йылда был ҡараш урыҫ батшаһы тарафынан хупланды, һәм шул ваҡыттан башлап күп ғалимдар менән ҡабул ителде. Был билдәләмә нигеҙендә, тауҙар Азияла урынлашҡан, Европаның иң бейек тауы — Монблан.

Икенсе яҡтан, La Grande Encyclopédie[3] Европа һәм Азия сиген асыҡ күрһәтә: кавказ һыртының ике яғынан да көньяҡҡа ҡарай. Эльбрус һәм Казбек — Европа тауҙары килеп сыға.

Кавказда илленән артыҡ халыҡ йәшәй (әзербайжандар, аварҙар, черкестар, балҡарҙар, чечендар, грузиндар, лезгиндар, ҡарасайҙар, даргиндар, осетиндар һ. б.), улар кавказ халыҡтары тип билдәләнә, кавказ, һинд-европа, шулай уҡ алтай телдәрендә аралаша.

Ерле кавказ халыҡтары барыһы ла тиерлек мосолмандар, христиандар булып урыҫтар, грузин, әрмән, украиндар ҙур өлөшө, абхаз һәм осетиндарҙың күп өлөшө һанала. Әрмән Сиркәүе һәм Грузин Сиркәүе — донъяла иң боронғо христиан сиркәүҙәре. Икеһенең дә рухи пропагандалау һәм халыҡтарҙың милли үҙенсәлеген һаҡлауҙа роле ҙур.

Йылға һәм һыу ятҡылыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кезенойам күле.

Кавказ тауҙарында йылғалар ағымдары йүнәлеш күбеһенсә радиаль. Инеше Кавказда булған йылғалар Ҡара диңгеҙ:

Азов диңгеҙе:

Каспий диңгеҙе бассейндарына ҡоя:

  • Кума
    • Подкумок
  • Ҡура
  • Самур
  • Сулак
    • Аварское Койсу
    • Андийское койсу
  • Терек
    • Сунжа
      • Аргун
    • Малка (бифуркация → Ҡура)

Төбәктәге иң ҙур күл — Севан күле.

Кавказда Рәсәйҙең иң ҙур шарлауыҡтарының береһе — Төньяҡ Осетиялағы Зейгалан шарлауығы урынлашҡан. Уның бейеклеге — 600 м.[4]

Бөтә ерҙә таралған ҡырағай хайуандарҙан башҡа шулай уҡ ҡырағай ҡабан, тау кәзәһе, бөркөт осрай. Бынан тыш, бик йыш ҡырағай айыуҙар осрай. Бик һирәк кавказ леопардын (Panthera pardus ciscaucasica), һеләүһенде күрергә мөмкин. Һуңғы кавказ мышыһы 1810 йылда үлтерелә.

Бында умыртҡаһыҙ хайуандар төрҙәре күп, мәҫәлән, үрмәксенең яҡынса 1000 төрө иҫәпләнә[5].

Кавказда 6349 төрлө сәскә үҫемлектәре, шул иҫәптән, 1600 урындағы төрҙәре үҫә. 16 төр тау үҫемлектәре Кавказда барлыҡҡа килгән. Бик ҙур Балтырған, Европала неофит баҫып алыусы төр һанала, был төбәктән сыҡҡан. Ул 1890 йылда декоратив үҫемлек булараҡ Европаға ебәрелә.

Кавказдың биологик төрлөлөгө ҡырҡа кәмей, тәбиғәтте һаҡлау күҙлегенән ҡарағанда, Ер шарының иң бирешкән 24 төбәк исемлегенә инә.

Илдәр һәм төбәктәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йылға аҡланы, Трусов тарлауығы, Грузия
Аргун тарлауығы, Грузия
Кавказ. И. К. Айвазовский.
Төньяҡ-Көнбайыш Грузия

Кавказда климат юғарылыҡ буйынса ла, киңлек һәм урыны буйынса ла ныҡ айырыла. Температура, ғәҙәттә, өҫкәрәк менгән һайын кәмей. Уртаса йыллыҡ температура Абхазияның Сухум ҡалаһында Цельсий буйынса 15 градус тәшкил итә, ә Казбек тауы итәгендә 3700 метр бейеклектә уртаса йыллыҡ һауа температураһы Цельсий буйынса −6,1 градусҡа тиклем төшә.

Кавказ яуған ҡар күләме менән билдәле. Уртаса алғанда, ҡышын ҡар ҡатламы 10-30 см тәшкил итә. Күскен ҡурҡынысы ноябрҙән апрелгә тиклем янай.

  1. https://www.peakbagger.com/range.aspx?rid=38
  2. Откупщиков Ю. В. Очерки по этимологии. — СПб.: Изд. С.-Петербургского университета, 2001. — 479 с. — С. 310—318.
  3. 31-томная энциклопедия. Опубликована во Франции с 1886 по 1902 год
  4. Большой Зейгеланский водопад
  5. Кавказские Пауки «CHECKLISTS & MAPS» 2009 йыл 11 февраль архивланған.