Бөркөт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Steinadler Aquila chrysaetos closeup1 Richard Bartz.jpg

Бөркөт (лат. Aquila chrysaetos) — ҙур йыртҡыс ҡош. Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Осҡанда ҡанат осондағы оҙон ҡауырһындары йәйелгән бармаҡ һымаҡ, һорғолт ҡойроғо төбөндә арҡыры аҡ һыҙат күренә. Дөйөм төҫө ҡара-көрән. Оло ҡоштарҙың елкә һәм яурын ҡауырһындары һарғая төшә. Уларын сал бөркөт тиҙәр.Үҙенсәлекле саңҡылдай: «ҡйың-ҡйың-ҡйың». Ҡая ташлы тауҙарҙа, урмандарҙа йәшәй. Асыҡ ерҙә һунар итә. Ҡуян һәм бәләкәйерәк йәнлектәр, ҡоштар аулай. Ултыраҡ ҡош. Һирәк осрай. Ояһы ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә була. Көрән таптар менән ҡапланған 1-3 (күберәк 2) йомортҡа һала. Ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр. Э.Ф.Ишбирҙиндән.