Алтай телдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтай
(бәхәсле)
Географик таралышы:

Көнсығыш, төньяҡ, үҙәк һәм көнбайыш Азия, шулай уҡ көнсығыш Европа

Лингвистик классификация:

Алтай

Тармаҡтары:
ISO 639-2 и 639-5:

tut

Алтай телдәре — төрки телдәрҙе, монгол телдәрен, тунгус манжур телдәрен, шулай уҡ корей һәм япон телдәрен берләштереүсе, телдәрҙең гипотезаға нигеҙләнгән ҙур ғаиләһе. Алтай телдәре генетик ҡәрҙәшлеге тураһындағыдағы гипотеза Н.А. Баскаков, З.Гомбоц, М.З. Зәкиев, Ж.Ғ. Кейекбаев, Е.Д.Поливанов, Н.Н. Поппе, Г.И.Рамстедт,М. Рясянен һ.б. хеҙмәттәрендә урын алған. Был телдәрҙең дөйөм лексик, фонетик һәм морфологик оҡшашлыҡтары (сингармонизм, агглютинация), зат категорияларының, предлогтарҙың юҡлығы, затһыҙ ҡылым формаларының (сифат ҡылым,хәл ҡылым) ҡулланылышы, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы, эйәлек категорияһының булыуы, бәйләүестәрҙең ҡулланылыуы алда аталған телдәрҙе берләштереүгә нигеҙ булып һанала. Һөйләмдә һүҙ тәртибе дөйөм ҡағиҙәләргә нигеҙләнә: эйәрсән һүҙ эйәртеүсе һүҙҙең алдынан; эйә һөйләм башында, хәбәр һөйләм аҙағында килә һ.б. Тәү тел системаһы тулыһынса асыҡланмау сәбәпле,гипотеза иҫбатланмай ҡала килә.

Алтай телдәре лексикаһында, һүҙҙең фонетик төҙөлөшөндә (сингармонизм) һәм күп кенә грамматик категорияларҙың (агглютинация, тартым, һөйләм төҙөлөшө) уртаҡлығында типологик оҡшаш билдәләр күҙәтелә. Алтай телдәрендә һүҙҙең тамыры тотороҡло ауаз составы һәм мөстәкиллеге менән айырылып тора. Һүҙ яһалышы һәм үҙгәреше тамырһа берҙәй ҡушымталар ялғау юлы менән (агглютинация) башҡарыла. Алтай телдәре өсөн ал ҡушымталар характерлы түгел. Барлыҡ алтай телдәренә дә тиәрлек сингармонизм хас. Алтай телдәрендә зат категорияһы юҡ, уларҙың күпселегендә тартым категорияһы бар. Затланышһыҙ ҡылым формалары (сифат ҡылым, хәл ҡылым һ.б.) йыш ҡулланыла. Алтай телдәрендә эйә - һөйләм башында, хәбәр һөйләм аҙағында килә. Һөйлемдә һүҙ тәртибе ғөмөми ҡағиҙәләргә нигеҙләнә: эйәреп килеүсе һүҙ алдағы һүҙгә бәйле. Шуға күрә алтай телдәрендә предлогтар түгел, ә бәйлектәр файҙаланыла. Алтай халыҡтарының телен, тарихын, этнографияһын һәм фольклорын өйрәнә торған фән тармағы алтаистика тип атала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рамстедт Г.И. Введение в алтайское языкознание. Морфология. М., 1957;
  • Котвич В.Л. Исследование по алтайскәм языкам. М., 1962;
  • Киекбаев Дж. Г. Введение в урало-алтайское языкознание. Уфа, 1972;
  • Баскаков Н.А. Алтайская семья языков и её изучение. М., 1981.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]