Төньяҡ кавказ телдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Төньяҡ кавказ
Таксон:

надсемья

Ареал:

Төньяҡ Кавказ

Классификация
Категория:

Евразия телдәре

Син-кавказ макроғаиләһе (гипотеза)

Состав

абхаз-адығ, нахск-дағстан телдәре

Телдәр коды
ISO 639-2:

ISO 639-5:

ccn

Ҡарағыҙ: Проект:Лингвистика
Төньяҡ Кавказ телдәре

Төньяҡ кавказ ғаиләһе — 1980 йылдарҙа С. А. Старостин тарафынан күҙалланған гипотетик ғаилә. Был атама аҫтында ике — абхаз-адығ һәм нахск-дағстан тел ғаиләләре берләшә. Берләшмәне күп ғалимдар инҡар итә. Беренсе төр менән С. А. Старостин — хатт, икенсе төркөм менән хуррито-урарт телен яҡынлаштыра.

Гипотетик ғаилә телдәре Төньяҡ Кавказда, шулай уҡ Яҡын Көнсығыштағы күп һанлы диаспораға таралған. Уға 40 тере, 1 күптән түгел бөткән тел һәм 1 яҙма тел инә.

Старостин гипотезаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лексика кимәлендәге ҡайһы бер оҡшашлыҡтар күптән билдәләнһә лә, быны фәнни нигеҙләү ынтылышы яңы ғына, атап әйткәндә, С. А. Старостин тарафынан барлыҡҡа килә[1]. Әммә уның оппонентары күп, бигерәк тә сит ил лингвистикаһында[кем?].

Старостин нигеҙ һалған хәҙерге макроскомпаративистикала төньяҡ кавказ ғаиләһе син-кавказ макроғаиләһенә инә.

Элегерәк төньяҡ кавказ ғаиләһе картвель телдәре менән бергә «иберий-кавказ» берлеген барлыҡҡа килтерһә, хәҙер был ҡараш барлыҡ лингвистар тарафынан тиерлек инҡар ителгән. Атап үтелгән телдәр ғаиләләре араһында уртаҡ һыҙаттар булыуын оҙаҡ ваҡыт тығыҙ бәйлнештә йәшәү менән аңлатырға була. Был Кавказ тел берлеге тураһында һөйләү мөмкинлеген бирә.

Старостин С. А. етәкселегендәге лингвистар төркөмө түбәндәге һығымталар яһай[2]:

  • сино-кавказ макроғаиләһе беҙҙең эраға тиклем 8-се мең йыллыҡта тарҡала
  • төньяҡ кавказ ғаиләһенең нахск-дағстан һәм абхаз-адығ телдәрнә тарҡалыуы яҡынса беҙҙең эраға тиклем 6-сы мең йыллыҡ уртаһына йәки 5-се мең йыллыҡ башына тура килә.

Лингвистарҙың һәм археологтарҙың (Сафронов, Чайльд, Монгайт, Брей-Трамп һ. б.) бер өлөшөнөң фекеренсә, төньяҡ кавказ тел ғаиләһе: Страчево-Криш, Кереш, Ҡаран, линия-лента керамикаһы, тимер (Көнсығыш Австрия), Альфельд (Марошанан алып Тиса буйлап Көнсығыш Словакияға тиклем), Бюкка (буковогорск, Үрге Тисы буйлапТөньяҡ Венгрияның Бюкка тауҙарында һәм Көнсығыш Словакияла), Тиса (Тиса бассейны), наколка-лента керамикаһы, трипольск, Боян, Буг-Денстр мәҙәниәттәренә йоғонто яһай.[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Nikolaev, 1994 Starostin
  2. 2,0 2,1 . В.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Diakonov I.M., Starostin S.A. Hurro-Urartian as an Eastern Caucasian Languages. Münchener Studien zur Sprachwissenschaft, R. Kitzinger, München 1986.
  • Дьяконов И. М., Старостин С. А., Хуррито-урартские и восточнокавказские языки// Сб. «Древний Восток. Этнокультурные связи», стр. 164—208. Изд-во «Наука», Главная редакция восточной литературы, Москва, 1988.
  • Дьяконов И. М. Языки древней Передней Азии. М. 1963.
  • Дьяконов И. М. Алародии (Хурриты, урарты, кутии, чеченцы и дагестанцы) // Сб. Алародии: этногенетические исследования. Махачкала, 1995.
  • Старостин С. А., Николаев С. Л. Севернокавказские языки и их место среди других языковых семей Передней Азии//Сб. Лингвистическая реконструкция и древнейшая история Востока. «Наука», Главная редакция восточной литературы, Москва, 1984.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]