Семит телдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Семит телдәре — афразия йәки семит-хамит телдәре менән бер ғаиләлә торған, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ һәм Көнсығыш Африканы берләштереүсе макро тел ғаиләһе[1], йәғни бер нисә бер -береһенә яҡын торған, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйле эре телдәр өсөн уртаҡ  тел ғаиләһе.

 Хәҙерге ваҡытта киң таралған  семит телдәре

  • ғәрәп  теле (240 млн кеше өсөн туған тел[2][3], был телдә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 300 миллион кеше), уның артынан шулай уҡ күп һанлы һөйләшеүселәре булған 
  • амхар теле (25 миллион),
  • тигринья (9 млн)
  • иврит (8 млн)
  • яңы арамейлы ассирия теле (1-2 млн)
  • мальта теле  (371900)

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б.э. I быуатында семит телдәренең таралыуы
Балсыҡ таблицала аккад телендә яҙылған Амарн хаты.

Киң таралған фаразлау (гипотеза) буйынса, боронғо семит телендә һөйләшеүселәр Алғы Азияға Африканан килгәндәр. Тап бында афразия телдәренең тыуған урыны. Семит телдәре белгесе Ю. Заринс фекеренсә, семит телдәре  Яҡын көнсығышта керамит неолитынан алдағы климаттың б.э.т. 6200 йылда Глобаль һыуыныуы арҡаһында ҡороған осорҙа Аравияла күсмә көтөүселәр комплексында барлыҡҡа килгән. 

Бер нисә меңйыллыҡ дауамында семит ҡәбиләләре  бер нисә тапҡыр төньяҡҡа табан күскәндәр һәм башҡа өлкәләрҙең халҡы менән ассимиляцияға ингән. Б.э.т.  III менйыллыҡта семит ҡәбиләләре  Месопотамияны яулап алған һәм, дөрөҫ булһа, хәҙерге Сирия территорияһында ла йәшәгән. Беренсе семит исемдәре б.э.т.XXIX быуат шумер сығанаҡтарында осрай.

Иң киң таралған  семитте тыуҙырыусы тел диалекты булып аккад һөйләше тора. Ул Саргон империяһының (б.э.т. 2350-2170 йылдар) баш ҡалаһы булған Аккаданың географик исеме менән шулай аталған. Аккад теле элементтары шумер теленә үтеп ингән. Шул уҡ ваҡытта күрше төбәктәрҙә башҡа семит телдәре өҫтөнлөк иткән: төньяҡ-көнсығыш Сирияла — эблаит теле, көньяҡ Сирияла — аморит  теле, Ханаанда — ханааней теле, урта диңгеҙ яр буйҙарында — игарит теле. 

Б.э.т. икенсе мең йыллыҡта амориттар нигеҙ һалған Ассирия һәм Вавилон батшалыҡтарында аккад теле диалектында аралашҡандар[4][5]. Был телдә һөйләшеүселәр шумерҙарҙан ҡомартҡыға ҡалған шына яҙыуҙы ҡулланған. Күп сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, шуның менән бергә (б.э.т. I меңйыллыҡта) алфавит уйлап сығарған. Финикий алфавиты грек алфавитының нигеҙен барлыҡҡа килтергән. Тәүге семит алфавиттары ,хәҙерге заман алфавиттары кеүек үк, үҙ эсенә һуҙынҡыларҙы индермәгән. Б.э.т. II мең йыллыҡта халдейҙарҙың һәм сутийҙарҙың семит телендәге яҙмалары барлыҡҡа килгән. Б. э.т. II меңйыллыҡта дипломатик хаттар алышыуҙа аккад шына яҙыуы ҡулланылған. Бындай яҙмаларҙың булыуын египет фирғәүендәренең Амарн архивтары дәлилләп тора. 

Һуңыраҡ "лингва франк" ролен Ассирия баҫып алған барлыҡ  Яҡын Көнсығышта арамей теле башҡара. Бигерәк тә арамей теленең тотҡан роле  Ахеменидтар (б.э.т. VII б. — б.э.т. IV быуат) идара иткән ваҡытта ныҡ үҫешә, ул империяның рәсми теле булып тора. Арамей теле Иисустың һәм Инжилдағы Яңы Васыят персонаждарының туған теле булған.

Б.э.т. I меңйыллыҡ башында семит теле яҙмаһының ареалы киңәйә; Финикия Урта диңгеҙ яр буйҙарын колонизациялай һәм үҙләштерә, ә Эфиопияла Дʿмт дәүләтендә йәшәгән геэздарҙың көньяҡ аравия телендә яҙылған тәүге яҙмалары барлыҡҡа килә.

Инжилдә әйтелгәнсә, семит телендә һөйләшеүселәр Нойҙың улы Симдан сыҡҡан. 

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афразия телдәренең  хәҙерге замандағы картаһы. Семит телдәре таралған урындар әфлисүн төҫлө күрһәтелгән.. 
  • Көнсығыш семит телдәре †
    • аккад теле †
      • боронғо вавилон һөйләше †
        • яңы вавилон һөйләше †
          • һуңғы вавилон һөйләше †
      • боронғо ассирия һөйләше †
        • яңы ассирия һөйләше†
    • эблаит теле†
  • Көнбайыш семит телдәре
    • Үҙәк семит телдәре
      • Төньяҡ-көнбайыш семит телдәре 
      • угарит теле †
        • Ханаан телдәреязыки
          • финикий теле †
            • пуник теле †
          • моавит теле †
          • боронғо йәһүд теле †
        •  Дейр-Алла теле
        • Самаль теле
        • Иҫке арамей теле †
          • сирия теле †
            • Яңы арамей теле
              • көнбайыш яңы арамей теле
              • туройо
              • яңы мандейтеле
              • Төньяҡ -көнсығыш яңы арамейские телдәре
              • Йәһүд--арамей телдәре
      • Аравия телдәре
        • Төньяҡ аравия телдәре †
        • классикаға тиклемге ғәрәп теле †
          • классик ғәрәп теле †
            • хәҙерге заман  стандарт ғәрәп теле 
            • ғәрәп теленең хәҙерге заман һөйләштәре
            • мальта теле
    • Көньяҡ семит телдәре
      • Көньяҡ аравия эпиграфик (сайхад) телдәре†
        • миней теле †
        • сабей теле †
        • катабан теле †
      • Хәҙерге заман көньяҡ аравия телдәре 
        • мехри
        • сокотрий теле
        • шехри
        • батхари
        • харсуси
        • хобьот
      • Эфиосемит телдәре
        • геэз †
        • тигре
          • дахлик
        • амхар теле
        • тигринья
        •  гураге телдәрее

Лингвистик характеристика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонетика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Семит телдәренең фонетик төҙөлөшөнә түбәндәге үҙенсәлектәр хас:

  • тартынҡыларҙың( яңғырау, һаңғырау һәм эмфатик) өс рәтле(сериялы) булыуы
  • һуҙынҡы өндәрҙең сикле һанлы булыуы һәм уларҙың бойондороҡлолоғы
  • тамаҡ төбө менән әйтелгән тартынҡыларҙың үҫешкән системаһы

Морфология һәм лексика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • даими булмаған һуҙынҡылы өс тартынҡынан торған  тамыр  
  •  ике  (ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар) родтың(төркөмдөң) булыуы
  • исемдәрҙең үҙенсәлекле бәйлелеге (ҡарарға изафетты һәм идафаны)
  • борон ҡылым  системаһы перфект-имперфекттан торған; һуңыраҡ, перфект , ҡағиҙә булараҡ, үткән заманды, имперфект — киләсәк заманды (мәҫ. иврит) йәки хәҙерге (мәҫ. ғәрәп теле) заманды аңлата
  • ҡылым тоҡомдарының системаһы һәм һүҙ яһаусы моделдәрҙең булыуы 
  • алмаштарҙы яһаусы суффикстарҙың дөйөм системаһы
  •  төрлө сфераларҙа ҡулланылыусы бик күп һанлы (20 мең  тирәһе) дөйөм  һүҙлек запасы булыу.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [1] Лингвистический энциклопедический словарь. — М., 1990. — С. 442—443
  2. Данные лингвистической энциклопедии Ethnologue (1999 год)
  3. Сайт университета Лаваль (2010 год) 2013 йыл 26 февраль архивланған.
  4. Культура Ассирии 2009 йыл 29 апрель архивланған.
  5. Ассирийцы. 2010 йыл 12 апрель архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дьяконов И. М.  Семитские языки // Лингвистический энциклопедический словарь. — М.: Сов. энциклопедия, 1990. — С. 442—443. — ISBN 5-85270-031-2..
  • Старинин В. П.  Структура семитского слова: Прерывистые морфемы. — М.: Изд-во восточной литературы, 1963. — 116 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]