Урал телдәре
Урал | |
Таксон |
семья |
---|---|
Ареал | |
Классификация | |
Категория | |
Ностратик телдәр (гипотеза)
| |
Состав | |
самодий тармағы, фин-уғыр тармағы | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
Урал телдәре — фин-уғыр һәм самодий тармағын берләштергән тел ғаиләһе. Фин-уғыр һәм самодий телдәре ҡәрҙәшлеген Э. Н. Сетяля иҫбатлаған. Үткән заманда фин-уғыр һәм самодий телдәре барлыҡҡа килгән дөйөм урал теле булған тигән нәтижә яһай ул. «Урал телдәре» тигән атама булыуға ҡарамаҫтан, фин-уғыр һәм самодий телдәре айырым өйрәнелә, шулай уҡ киң мәғәнәләге «уралистика» термины булыуға ҡарамаҫтан фин-уғыр телдәрен өйрәнеүсе лингвистика тармағы йәшәп килә.
Боронғо урал телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал телдәрен өйрәнеүселәрҙең күпселеге, урал телдәре Көньяҡ Уралда киң һәм халыҡ аҙ йәшәгән төбәктәрҙә таралған булған тип иҫәпләй[1]. Хәҙергә урал телдәрендә, етәрлек дәрәжәлә нигеҙ телдә булған, 150 дөйөм тамыр формалары булыуы асыҡланған. Уртаҡ тел бөтөнлөгө тарҡала башлауы, күренеүенсә, 6 мең йылдан да артыҡ түгел.[2]
Урал халыҡтары мифологияһында көньяҡтан төньяҡҡа ағыусы Донъя йылғаһы (Тобол-Иртыш-Обь) бар. Шуға күрә, боронғо урал телдәре Төньяҡ боҙ океаны һыу йыйыу бассейнеда булған тип дәлилләргә була.[3]
Классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фин-уғыр телдәре түбәндәге төркөмдәргә бүленә:
- төньяҡ төркөмгә инеүсе балтик буйы-фин — фин, ижор, карел һәм вепс телдәре; көньяҡ төркөмгә инеүсе эстон, вод, лив телдәре;
- волга буйы — мордова телдәре (моҡша, моҡша һөйләшендәге эрзән телдәре), шулай уҡ көнсығыш ялан, төньяҡ-көнбайыш тау һөйләштәрендәге мари телдәре.
- пермь — удмурт, коми-зырян, коми-пермяк һәм коми-язьвин телдәре;
- уғыр — ханты һәм манси, шулай уҡ венгр телдәре.
- саам — саам халҡа һәйләшкән телдәр.
Самодий телдәре 2 төркөмгә бүленә:
- төньяҡ — ненец, нганасан, энецкий телдәре;
- көньяҡ — сельский, юҡҡа сыҡҡан камасин, матор, сойот, тайги, карагас, кобыл телдәре.
Ҡайһы бер тикшереүселәр көньяҡ төркөмө телдәрен үҙ аллы тармаҡ тип иҫәпәләй. Үле телдәр һәм юҡ буған халыҡтар тураһында XVII быуат һәм XIX быуат башындағы яҙмаларҙан билдәле. Саян-самодий телдәре, был телдә һөйләшкән халыҡтар башҡа төрки, монгол, рус телдәренә күсеү сәбәпле юҡ булғандар.
Тышҡы ҡәрҙәшлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал телдәренең башҡа ҙур генетек төркөмгә инеүе тураһында төрлө гипотезалар бар, тик уларҙың береһе лә урал телдәре белгестәре тарафынан танылмаған. Ностратик гипотезаға ярашлы, Урал ғаиләһе, башҡа тел ғаиләләре һәм макроғаиләләре менән бер рәттән, эрерәк берәмек - ностратик макроғаилә составына инә, өҫтәүенә, унда юкагир телдәре менән берләшә, урал-юкагир телдәр төркөмөн барлыҡҡа килтерә. Был гипотезаны белгестәр бәхәсле йәки хаталы тип тәнҡит итә һәм ышаныслы түгел тип иҫәпләй.[4][5] 1950 йылдарҙың уртаһына тиклем урал телдәрен һәм алтай телдәрен бер макро-ғаиләгә берләштергән урал-алтай гепотезаһы киң таралған булған. Хәҙергә көндә лингвистар был гипотезаны танымай. Урал телдәренә эскимос-алеут телдәрен дә яҡынлаштырғандар.[6]Урал, юкагир һәм эскимос-алеут телдәрен берләштергән Урал-Себер телдәре теорияһы ла бар.
Типология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Типологик яҡтан ҡарағанда урал телдәре бер төрлө түгел. Бәлки, боронғо урал теле бер төрлөрәк булғандыр. Телдәрҙең типологик төрлөлөгө телдәрҙең ҙур территорияларға таралыуы һәм оҙаҡ ваҡыт үҙ- ара изоляцияла йәшәүе менән аңлатыла. Пермь, объ-уғыр һәм волга буйы телдәре агглютиатив булһалар, балтик буйы-фин, самодий, бигерәк тә саам телдәрендә флексия элементтары күберәк таралған.
Фонетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пермь телдәрендә тартынҡы өндәр 26-ға етә, ә фин телендә ни бары 13 кенә. Ниндәйҙер сәбәп менән фин телендә тартынҡы өндәр, боронғо урал теле менән саҡыштырғанда, кәмегән. Һүҙҙәргә баҫым яһау ҙа урал телдәрендә төрлөсә. Ҡайһы бер телдәрҙә (балтик буйы-фин телдәрендә) баҫым беренсе ижеккә, башҡа телдәрҙә (ялан мари, ненец, коми-пермяк телдәрендә) баҫым төрлө ижеккә, удмурт телендә башлыса һуңғы ижеккә төшә. Сингармонизм күренешен һаҡлаған (мәҫәлән, фин теле) телдәр бар, башҡа телдәрҙә (мәҫәлн, пермь телдәре) был күренеш бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
Морфология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ханты теленең урта-объ диалектында 3 килеш булһа, венгр телендә 20 килеш. Урал телдәрендә тиҫкәре формалар тиҫкәре ҡылым менән билдәләнһә, эстон телендә был форма юҡҡа сыҡҡан. Үткән заманды билдәләү өсөн өс форма булыуы осрай, шул уҡ ваҡытта бер генә форма булған телдәр осорай.
Лексика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал телдәренә бөтә тарихи дәүерҙә лә башҡа телдәр тәъҫир иткән һәм башҡа телдәр телдең грамматик төҙөлөшөндә үҙ эҙен ҡалдырған. Рәсәй Федерацияһы территорияһындағы урал телдәренә рус теле ҙур йоғонто яһай.
Яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгр телендәге латиницалағы беренсе яҙма ҡомартҡы 1200 йылда ижад ителгән («Ҡәбер янындағы телмәр һәм доға»). Быға тиклем венгрҙар рун яҙмалары менән яҙған. XIII быуат тип билдәләнгән карел телендәге туҙға яҙылған грамота һаҡланған. XIV быуатта коми телендә яҙылған ҡомартҡылар (алфавитом абур) һаҡланған. Фин һәм эстон телдәрендәге XVI быуат ҡомартҡылары булыуы билдәле.
Урал телдәрендә яҙма бер төрлө таралмаған. Боронғо яҙма традициялары булған венгр, эстон, фин телдәре менән бер рәттә яҙма тел насар үҫешкән ханты, манси телдәре һәм яҙмалары булмаған вод, вепс лә телдәре бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Adondolo Daniel M. The Uralic james faure walker.
- ↑ Janhunen, Juha.
- ↑ Бурлак С. А., Старостин С. А. Сравнительно-историческое языкознание. — М.: Академия, 2005. — С. 267. — 432 с. — ISBN 5-7695-1445-0.
- ↑ Нерознак В. П. Праязык: реконструкт или реальность? // Сравнительно-историческое изучение языков разных семей : Теория лингвистической реконструкции / Отв. ред. Н. З. Гаджиева. — М.: Наука, 1988. — С. 36—38. — ISBN 5-02-010869-3.
- ↑ George Starostin. Nostratic . Oxford Bibliographies. Oxford University Press (29 октябрь 2013). doi:10.1093/OBO/9780199772810-0156. — «Nevertheless, this evidence is also regarded by many specialists as insufficient to satisfy the criteria generally required for demonstrating genetic relationship, and the theory remains highly controversial among mainstream historical linguists, who tend to view it as, at worst, completely invalid or, at best, inconclusive.» Архивировано 13 сентябрь 2015 года.
- ↑ Баскаков Н. А. Алтайская ғаилә телдәрен һәм уны өйрәнеү. М: Наука, 1981, с. 7, алға
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Напольских В. В. Введение в историческую уралистику. Ижевск, 1997.
- Напольских В. В. Древнейшие этапы происхождения народов уральской языковой семьи: данные мифологической реконструкции. М., 1991.
- Основы финно-угорского языкознания, [т. 1-3]. М., 1974-76.
- Серебренников Б. А. Уральские языки // Лингвистический энциклопедический словарь. — М.: СЭ, 1990. — С. 537—538.
- Хайду П. Уральские языки и народы / Пер. с венг. М., 1985.
- Хелимский Е.А. Компаративистика, уралистика. Лекции и статьи. М., 2000.
- Collinder B. Survey of the Uralic languages. [2 ed.]. Stockholm, [1957].
- Deczy G. Einfuhrung in die finnisch-ugrische Sprachwissenschaft. Wiesbaden, 1965.
- Hajdu P. Finnugor nepek es nyelvek. Budapest, 1962.
- Hajdu P. Bevezetes az urali nyelvtudumanyba. Budapest, 1966.
- Marcantonio, Angela. The Uralic Language Family: Facts, Myths and Statistics. Publications of the Philological Society, 35. Oxford — Boston: Blackwell, 2002.