ISO 639
ISO 639 | |
Төп тема | Телдәрҙең кодтары, тел[d] һәм тел ғаиләһе[d] |
---|---|
Рәсми сайт | iso.org/iso-639-language… |
Яуаплы | Standards Council of Canada[d][1] |
Орган по стандартизации | ISO |
Международная классификация стандартов | 01.140.20 |
ISO 639 Викимилектә |
639-1 | 639-2 | |
---|---|---|
Инглиз теле | en | eng |
Рус теле | ru | rus |
Украин теле | uk | ukr |
Француз теле | fr | fre |
Чечен теле | ce | che |
ISO 639 — Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының телдәр һәм тел төркөмдәре атамаларын стандартлаштырыу менән бәйле стандарттар йыйылмаһы.
ISO 639 атамаһы 1967 йылда раҫланған (ISO 639/R булараҡ)[2] һәм 2002 йылда ҡулланыуҙан алынған оригиналь стандарттың атамаһы ла булып тора.[3] ISO 639 алты өлөштән тора.
ISO 639 кодтарын файҙаланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ISO 639-ҙың киҫәктәренә индерелгән тел кодтары библиографик маҡсаттарҙа, йәнә компьютер һәм интернет мөхиттәрендә тел бирелмәләренең төп элементтары булараҡ ҡулланыла. Кодтар Википедия, Ресурстарҙың берҙәм күрһәткесе (URL) кеүек төрлө ҡушымталарҙа ла файҙаланыла.
ISO 639 базаһына RFC 3066 стандарты нигеҙләнә, ул Интернетта телдәрҙең кодтарын ҡулланыуҙы тасуирлай.
Стандарттың өлөштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стандарт | Атамаһы | Беренсе редакция | Ағымдағы редакция | Исемлектәге позициялары |
---|---|---|---|---|
ISO 639-1 | 1-се өлөш: Альфа-2 кодтары | 1967 (ISO 639 булараҡ) | 2002 | 184 |
ISO 639-2 | 2-се өлөш: Альфа-3 кодтары | 1998 | 1998 | >450 |
ISO 639-3 | 3-сө өлөш: Альфа-3 кодтары телдәрҙе тотош солғау өсөн | 2007 | 2007 | 7704 + локаль диапазон |
ISO 639-4 | 4-се өлөш: Телде кодлауҙың ҡулланмалары һәм дөйөм принциптары | 2010-07-16 | 2010-07-16 | (исемлекһеҙ) |
ISO 639-5 | 5-се өлөш: Альфа-3 кодтары тел ғаиләләре һәм төркөмдәре өсөн | 2008-05-15 | 2008-05-15 | 114 |
ISO 639-6 | 6-сы өлөш: Альфа-4 кодтары телдәрҙең варианттарын тулы солғау өсөн ҡулланыла | 2009-11-17 | 2009-11-17 | ? |
ISO 639 тел стандарттары асыҡ булып тора, йәғни даими тулыландырыла ала. Стандарттың һәр өлөшө Техник тәьминәт буйынса агентлыҡ тарафынан оҙатыла, ул, кәрәк булһа, кодтар өҫтәй йә кодтарҙың статусын үҙгәртә.
Айырым кодтарҙың тасуирламалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡулланыу өлкәләре:
- Айырым телдәр
- Тел макроғаиләләре (3-сө өлөш)
- Тел коллекциялары (1, 2 һәм 5-се өлөштәр)
- Тел төркөмдәре (1-се өлөшкә бер тел төркөмө генә инә:
bh
, тел төркөмдәренең күпселеге 2-се өлөштә кодланған һәм тағы бер нисәһе 5-се өлөшкә өҫтәлгән) - Ҡалған төркөмдәр
- Тел төркөмдәре (1-се өлөшкә бер тел төркөмө генә инә:
- Диалекттар
- Локаль файҙаланыу өсөн ҡалдырылған (2, 3-сө өлөштәр)
- Айырым хәлдәр (2, 3-сө өлөштәр)
Төрҙәр (айырым телдәр өсөн):
- Йәнле телдәр (2, 3-сө өлөштәр) (йәнле телдәрҙең бөтә макроғаиләләре)[4]
- Үле телдәр (2, 3-сө өлөштәр) (437 позиция,[5] 2-се өлөштә дүртәү:
chb
,chg
,cop
,sam
, 1-се өлөштә терәү ҙә юҡ) - Боронғо телдәр (1-3-сө өлөштәр) (112 позиция,[6] 2-се өлөштә 19 һәм уларҙың 5-һенең, атап әйткәндә
ave
,chu
,lat
,pli
һәмsan
— 1-се өлөштә лә коды бар:ae
,cu
,la
,pi
,sa
) - Тарихи телдәр (2, 3-сө өлөштәр) (63 позиция,[7] уларҙың 16-һы 2-се өлөштә, 1-се өлөштә береһенең дә коды юҡ)
- Яһалма телдәр (2, 3-сө өлөштәр) (19 позиция,[8] 9-ы 2-се өлөштә:
epo
,ina
,ile
,ido
,vol
,afh
,jbo
,tlh
,zbl
, 5-еһе 1-се өлөштә:eo
,ia
,ie
,io
,vo
)
Библиографик һәм терминологик кодтар:
- Библиографик (2-се өлөш)
- Терминологик (Лексикографик) (2-се өлөш)
Кодтарҙың диапазоны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альфа-2
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге латин алфавитының 2 хәрефенән торған кодтар ISO 639-1 стандартында ҡулланыла. Әммә ике хәрефле комбинациялар менән телдәрҙең киң исемлеген тамғалап бөтөп булмай, хәреф комбинациялары һаны күп тигәндә 676 була.
Альфа-3
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Альфа-3» кодтары (кодтар хәҙерге латин алфавитының 3 хәрефенән тора) ISO 639-2, ISO 639-3 һәм ISO 639-5 стандарттарында ҡулланыла. Математик хисаплау һөҙөмтәһендә был кодтарҙың һаны 263=17576 була алыуы асыҡлана.
Альфа-3 кодтарын ISO 639-ҙың өс өлөшөндә бергә файҙаланыу ҙурыраҡ система эсендә координациялауға мохтаж.
ISO 639-2 шул иҫәптән үҙ эсенә дүрт махсус кодты mul
[уточнить], und
[уточнить], mis
[уточнить], zxx
[уточнить], резервланған qaa-qtz
(20×26=520 код) диапазонын һәм егерме өс дубль яҙманы («B/T» — библиографик һәм терминологик (лексикографик) — кодтар) ала. Был 520+23+4=547 код 3-сө өлөштә телдәрҙе кодлау йә 5-се өлөштә тел ғаиләләрен һәм төркөмдәрен кодлау өсөн тотонола алмай. Ҡалдыҡта 17576-547=17029.
ISO 639-2 стандартында ISO 639-1-гә ингән бөтә телдәр (серб-хорват һәм молдаван теленән тыш) һәм тел варианттары өсөн кодтар бар. Мәҫәлән, ISO 639-1-ҙә француз теле бер генә кодлы — fr
, ә ISO 639-2-лә уның өсөн дүрт код бар: fre
/fra
хәҙерге француз теле, frm
урта быуаттар француз теле (англ. French, Medieval; 1400—1800 йылдар) һәм fro
иҫке француз теле (англ. French, Old; 842—1400 годы).
Бөгөнгө көнгә Ерҙә алты-ете меңдән ашыу тел бар[9]. Тимәк, 17029 кодтың булыуы һәр телгә хосуси код бирергә мөмкинлек бирә, әммә һуңғы сиктә бының ҡайһы бер телдәргә хәреф комбинацияһы был телдең традицион атамаһына тап килмәгән ирекле код биреүгә килтереүе ихтимал.
Альфа-4
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Альфа-4» кодтары (кодтар хәҙерге база латин алфавитының 4 хәрефенән тора) ISO 639-6-ла ҡулланыла. Телдәр һәм диалекттар өсөн сикке һан — 264=456976.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.iso.org/maintenance_agencies.html
- ↑ ISO/R 639:1967 (недоступная ссылка — история). ИСО (1 март 1988). Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ ISO 639:1988 (недоступная ссылка — история). ИСО. Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ ISO 639 code tables (недоступная ссылка — история). Sil.org. Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ ISO 639 code tables (недоступная ссылка — история). Sil.org. Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ ISO 639 code tables (недоступная ссылка — история). Sil.org. Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ ISO 639 code tables (недоступная ссылка — история). Sil.org. Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ ISO 639 code tables (недоступная ссылка — история). Sil.org. Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ Statistical Summaries (недоступная ссылка — история). Ethnologue. Дата обращения: 5 август 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ГОСТ 7.75-97(недоступная ссылка)
- Список кодов языков (инг.)(инг.)
- ISO 639-2 Registration authority (инг.)(инг.)
- ISO 639-3 Code Tables (инг.)(инг.)