Эстәлеккә күсергә

Йосоп Арыҡов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йосоп Арыҡов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Себер даруғаһы

Йосоп Арыҡов — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы. Дыуан улусы батыры. Мулла.

Хәҙерге Ҡыйғы районы Йосоп ауылы уның исемен йөрөтә.

1735 йылдың авгусында Дыуан ырыуы батыры Йосоп Арыҡов һәм Түбәләҫ ырыуы батыры Байрас Йәнырыҫов отрядтары Теча биҫтәһенән Ырымбур ҡәлғәһенә йүнәлгән аҙыҡ-түлек ылауына һөжүм итә. Отряды менән Верхнеурал ҡәлғәһен уратып алған, һәм гарнизонды уны ҡалдырырға мәжбүр иткән[1].[2][3].

Бәпәнәй Төрөпбирҙин менән берлектә Себер даруғаһындағы ихтилалды етәкләй.

1736 йылдың 12 ғинуарында полковник Арсеньев етәкселек иткән Себер драгун полкын ҡыйрата, ҡәлғәне баҫып ала.

1736 йылдың ғинуар-февралендә Төлкөсура Алдағолов менән берлектә А. И. Тәвкилев һәм полковник П. Мартаков етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

Октябрь башында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Ҡыҙылташ ҡәлғәһенә В. Н. Татищевҡа килә, һәм шунда ҡулға алына.

1736 йыл уртаһында ул Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов кеүек баш күтәреүселәрҙең юлбашсылары менән бергә әсирлеккә эләгә һәм Өфөлә һаҡ аҫтында тотола. «Еребеҙҙә Ырымбур төҙөлөшө башланыуы» ихтилалға сәбәпсе булды тип яҙған улар мөрәжәғәтнамәләрендә. Баш күтәреүселәр ҡәлғә «төҙөлөшөн туҡтатырға һәм Илек тоҙон алдырмауға» ынтылған. Башҡорт старшиналары, әгәр «Өфө ҡалаһынан баш күтәреүселәрҙең юлбашсыларын ҡайтармаһағыҙ, штраф аттарын да бирмәйәсәкбеҙ, яһаҡ та түләмәйәсәкбеҙ» тип белдергән.

Йосоп Арыҡовтың һаҡ аҫтынан азат ителеүе тураһында документтар табылмаған. Шулай уҡ Арыҡовтың Себер даруғаһындағы 1737—1739 йылғы ихтилалға етәкселек иткәнлеге билдәле.

Екатеринбург һәм Минзәлә ҡәлғәләрендә тотола.

1738 йылда Санкт-Петербургҡа ебәрелә.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Йосоп Арыҡов Ырымбур комиссияһы начальнигы В. Н. Татищевҡа 1736 йылдың 2 авгусындағы мөрәжәғәтендә башҡорттарҙың Рәсәй подданныйлығы шарттарын боҙоу тураһында һүҙ алып барыуы менән дә билдәле. Хатта, ошо көнгәсә «уларға бер ниндәй ҙә ҡыҫым булмаған, ерҙәрендә бер ниндәй ҙә ҡалалар төҙөлмәгән, һәм үҙҙәрен дә ҡылыс менән тотҡарламағандар». Шул уҡ ваҡытта, Йосоп Арыҡов, быға тиклем 50 тапҡыр сыбыртҡы менән һуғылған һәм сәғәт буйы «дыбала» эленеп торғанын белдерә. Подданныйлыҡ шарттары бөтөнләй икенсе булған: «Беҙ, башҡорт халыҡтары, атай-олатайҙарыбыҙ, ҡарт олатайҙарыбыҙ подданныйлыҡҡа, хандарыбыҙҙы ҡалдырып, үҙ ихтыяры менән килгән, ә бөйөк батшалар, ҡылыс аҫтында тотмаған, беҙҙең үҙ ихтыярыбыҙ менән йәшәүебеҙҙе хуплаған. Һәм яһаҡ түләү шарты менән, беҙгә үҙ ерҙәребеҙ бирелгәйне… Әгәр элеккесә йәшәү мөмкинлеге булмаһа, үлемде ҡабул итергә әҙербеҙ. Беҙҙең бүтән барыр еребеҙ юҡ».

  1. Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Кресть­янской войны под руководством Е. И. Пугачева. С. 195; Кресть­янская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 70, 285, 435; МИБ. Т. 5. С. 35
  2. МИБ. Т. 5. С. 35, 67, 69, 85
  3. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 485
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой пол. XVIII в. Свердловск, 1991. (рус.)
  • Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995 г. (рус.)