Ырымбур ҡәлғәһе
Ырымбур ҡәлғәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список объектов культурного наследия: Оренбург (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Ырымбур ҡәлғәһе Викимилектә |
Ырымбур ҡәлғәһе — Рәсәй ҡәлғәһе, 1743 йылда Урал (Яйыҡ) йылғаһының төбиғи ҡалҡыулығында, «Маячный» тауы тирәһендә Урал һәм Һаҡмар йылғалары ҡушылған ерҙә император яр буйы ҡәлғә ҡоролмаһы булараҡ төҙөлгән. Ҡәлғә хәрби һәм сауҙа функцияларҙы үтәгән.
1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторола, һәм Ырымбур ифрат ҙур крайҙың административ үҙәге булып китә һәм Яйыҡ (Урал), ставрополь казактарын һәм ҡырғыҙ-кайсак, Өфө ҡалаһын һәм эргә-тирәләге биләмәләре менән Һамар ерҙәрен үҙ составына ала. . 1748 йылда ҡалала Ырымбур казак ғәскәре идаралыҡ итә. Урындағы казактар менән етәкселек иткән ғәскәри атаман Ырымбур губернаторына буйһона.
Яңы ҡәлғәгә халыҡты төрлө ташламалар менән ылыҡтыралар: биналар төҙөү өсөн бушлай ерҙәр биреү, һалымдан бер нисә йылға азат итеү. 1760 йылда Ырымбурҙа 2866 йорт иҫәпләнә, уларға башлыса дәүләт хеҙмәтендә торған чиновниктар (хәрби һәм граждан) хужа була. Бынан тыш, ҡала ситендә халыҡ иҫәбендә теркәлмәгән ваҡытлыса өйҙәр тип һаналған аласыҡтар була.
Ҡала исемен һайлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ырымбур» атамаһы «Ohren» (ишетеү һәләте) һәм «Burg» (ҡәлғә) немец һүҙҙәренән аңлатыла, йәғни, Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә "күҙ-ҡолағын"кәүҙәләндерә. Икенсе версия буйынса «Ырымбур» Орск ҡалаһы тирәһендә аҡҡан Орь йылғаһы исеменән алынған. Ҡәлғә XVII быуат эсендә Яйыҡ казак ғәскәренең сик буйы заставалары линияһында төҙөлгән. Ул Бөйөк ебәк юлында урынлашҡан. Ҡыш осоронда бынан сана юлы менән император өҫтәленә балыҡ осетровый путь ташығандар. Урал йылғаһы буйлап Ырымбур губернаһы аша елкәнле хәрби һәм йөк суднолары Каспий һәм Арал йүнәлешендә йөрөгән. Ҡәлғә бейек урында урынлашыуына күрә, эргә-тирәләге далалар 30-40 километрға күренеп торған. Төнгө ориентир өсөн Маяҡ тауында факел юлды күрһәтеп торған. Ҡәлғә Европа һәм Азия сиктәрендә, Урал йылғаһы аша сыҡҡан урында урынлашҡан.
Ҡала гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Документта телгә алынған өс халыҡ — башҡорттар, ҡырғыҙҙар һәм Яйыҡ ҡарағалпаҡтары тип фаразлап була. Бынан тыш, ҡалҡандағы бүленештәр өс бургомистрҙы һәм алты ратсгерҙы күрһәтеү ихтималлығы бар, әммә ул ваҡытта Ырымбурҙа магистрат та, ратсгерҙар ҙа булмай. Герб авторҙары — профессор И. С. Бекенштейн һәм Ырымбур экспедицияһы етәксеһе, Орск ҡалаһын нигеҙләүсе И. К. Кирилов. Уларҙың тырышлығы менән Ырымбур ҡалаһының икенсе гербә барлыҡҡа килә: тау башында ултырған ҡара төҫтәге бер башлы бөркөт. Ырымбур карталарында һәм пландарында әлеге ике герб тә бирелә.
Ырымбур гербының авторы — кенәз Щербатов, әлеге герб 1776 йылда уҡ Ырымбур ялан батальонына бүләккә тапшырыла.
Ҡәлғә урынын һайлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур ҡәлғәһе Әбелхәйер хандың үтенесе буйынса төҙөлә башлай[1]. XVIII быуаттың беренсе яртыһында Азиялағы ҡеүәтле Жуңғар ханлығы ҡаҙаҡтаға һөжүм итеп, күп кенә ерҙәрен тартып ала, мөлкәтен тәләфләй. Шуға күрә Әбелхәйер хан Рәсәй подданныйлығына инергә теләй һәм 1730 йылда Петербургка илселәр юллай. Шулай уҡ ул Урал ҡушылдығы Орь йылғаһында, сауҙа ҡарауандарын һөжүмдәрҙән һаҡлап ҡалыу маҡсатында, урыҫ ҡәлғәһе төҙөлөүен үтенә. 1734 йылда Сенат обер-секретары И. К. Кирилов экспедицияға йүнәлтелә. Шулай уҡ кирилов эшләнәһе эштәрҙең планын төҙөй. Батшабикә Анна Иоанновна буласаҡ ҡәлғәгә үҙе исем уйлап таба — Оренбург. Бург немец телендә ҡәлғә, Орь — нығытылған пункты торасаҡ Орь йылғаһы тамағы.
1734 йылда экспедиция раҫлана. Уның составына хәрби һәм граждан белгестәре индерелә, уларҙа край менән идара итеүҙе ойоштороу йөкмәтелә. Экспедицияла һуңынан Ырымбур крайы тарихы буйынса бер нисә китап яҙған П. И. Рычков та ҡатнаша. Казактар һәм һалдаттар отрядтың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
1735 йылдың август башында экспедиция тәғәйенләнгән урынға барып етә, 15 августа — хәрби ҡәлғәгә, 31 августа ҡалаға нигеҙ һалына[1].
Орь йылғаһы тамағында ҡала тиҙҙән төҙөлөп бөтә, бындай мөһим үҙәк өсөн урын яңылыш һайланғаны асыҡлана: бында төҙөлөш материалдарын алып килеү бик ҡатмарлы, яҙғы ташҡында әлеге төбәк те һыу баҫа. Унан башҡа, ҡәлғә тораҡ пункттарҙан алыҫ урынлашҡан була, шуға күрә Рәсәйҙең үҙәк райондары менән бәйләнештәр булдырыу ҡыйынға тура килә. Ырымбурға юл башҡорт йәйләүҙәре аша үткәнгә күрә, улар яғынан һөжүмдәр буласағы күҙаллана. Ырымбур ҡалаһын икенсе урынға күсереү проблемаһы килеп тыуа[1].
И. К. Кириловтың вафатынан һуң (1737 йылдың 14 апреле) край менән идаралыҡ итеү билдәле тарихсы һәм географ, дәүләт эшмәкәре В. Н. Татищевҡа йөкмәтелә. Уның тәҡдиме буйынса, 1739 йылда Ырымбурҙы Урал ағымы буйлап 184 километрға аҫтараҡ төҙөү тураһында Указ сыға. Алдан төҙөлгән ҡәлғә Орск ҡәлғәһе тип нарыҡлана.
1740 йылда яңы төҙөлөш йәйелдерелә. Әммә тиҙҙән В. Н. Татищев баш ҡалаға саҡыртыла, Ырымбурға ул башҡаса әйләнеп ҡайтмай. Һөҙөмтәлә икенсе Ырымбурҙы ла шул уҡ яҙмыш көтә.
1742 йылда Ырымбур крайына ғәмәли статский советник И. И. Неплюев килә, тиҙҙән ул беренсе Ырымбур губернаторы итеп тәғәйенләнә. Төбәктәге хәлдәр менән танышҡандан һуң, Неплюев крайҙың хәрби-стратегик яҡтан ҡоролошо менән шөғөлләнергә һәм бының өсөн бер нисә ҡәлғә төҙөргә кәрәк тип таба. Тәүге сиратта ул ҡәлғәләрҙе ҡаҙаҡ далалары сигендә төҙөргә була, сөнки был яҡты нығытырға, Яйыҡ аръяғынан һөжүмдәрҙе туҡтатырға, башҡорттарҙы ҡаҙаҡтарҙан айырырға һәм уларҙың бергә уҡмашыуына ҡаршы торороҡ юлдар эҙләй башлай. 1742 йылдың йәйендә Неплюев сик буйҙарын тикшергәндән һуң шәхсән үҙе Яйыҡ, Уй һәм Тубыл йылғалары буйлап төҙөләсәк ҡәлғәләрҙең һәм редуттарҙың планын билдәләй. Неплюевтың планы буйынса 1743 йылда 8 ҡәлғә төҙөлә: Таналыҡ, Уртазым, Ҡыҙыл, Троицк, Ҡаракүл, Крутояр һәм Усть-Уйск һәм 18 редут. Әлеге ҡәлғәләрҙәең һәм редуттарҙың урынында хәҙерге көндә ошо уҡ исемдәр аҫтында тораҡ пункттары бар[2]. Неплюев фекеренсә, Татищев яңы ҡәлғә өсөн бигүк уңайлы урын һайламаған, уны 1736 йылда төҙөлгән Бәрҙе ҡәлғәһе урынында төҙөргә кәрәк булған[2]. Бында төҙөлөш материалдарын һәм ташты алып килеүгә уңайлыраҡ, эргә-тирәлә бик һәйбәт а бесәнлектәр һәм балыҡҡа бай күлдәр бар. Урыҫ сауҙагәрҙәренә лә Урта Азия яғынан килеп етеүе күпкә еңелерәк булыр ине.
1743 йылдың 11 апрелендә инде икенсе батшабикә Елизавета Петровнаның Указына ярашлы[2], хәҙерге Ырымбурҙың урынында — Урал йылғаһының текә ярында, Һаҡмар йылғаһы тамағына яҡын — өсөнсө Ырымбур төҙөлә башлай. Татищев нигеҙләгән ҡәлғәгә Красногорск ҡәлғәһе тигән исем бирелә.
Төҙөлөш бик тиҙ бара. 1743 йылдың көҙөндә үк ҡала-ҡәлғә башлыса төҙөлөп бөтә. План буйынса ул күп мөйөш формаһында була, төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙылған, соҡорҙар менән тирә-яҡтан уратылған була.
Ҡәлғә структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур ҡәлғәһе овал буйлап тупраҡтан торған һәм бут таш менән нығытылған ур менән уратыла.
Ҡәлғәлә 10 бастион һәм 2 полубастион була: I Нагорный (полубастион), II Сауҙа, III Бәрҙе, IV Провиант, V Воскресенск, VI Губерна , VII Галофей, VIII Фон Штокман, IX Никольск, X Неплюев, XI Успенск, XII Преображенск (полубастион). 1818 йылда Кенәз Волконский бастионын төҙөү планлаштырыла.
Тәүге ун йыллыҡта ҡала уры 12 фут уртаса бейеклектә була (3,5 метрҙан ашыу).тәрәнлеге уртаса 12 фут. киңлеге 35 фут. Яйыҡ йылғаһы яғынан ҡәләғә ябылмаған килеш эшләнгән, сөнки был яҡтан 24-28 метр бейеклектәге текә яр етерлек тәбиғи һаҡ булып тора, тип һанайҙар. Һуңыраҡ был яҡтан редант төҙөйҙәр, әммә ул да оҙаҡ ҡулланылмай. Ҡалаға дүрт ҡапҡа асыла: Һаҡмар, Орск, Чернореченск һәм Урал. (Водяной). Орск ҡапҡаһынан башҡа, бөтә ҡапҡалар һуңғараҡ исемдәрен алмаштыра[2].
Ҡала регуляр планы буйынса төҙөлә, уның нигеҙендә тура мөйөшлө селтәр ята. Бындай планировка ҡәлғәнең һаҡлау мөмкинлектәрен көсәйтә. Киҫелешкән урамдар бик аҙ, башлыса урамдар ике-өс квартал һайын киҫешә. былар бөтәһе лә дошманға ҡалаға инеүҙе ҡатмарлаштырыу сиктәрендә эшләнә. Дошман тип күсмә тормош алып барған һыбайлылар күҙ уңында тотола. Административ биналар ҡала үҙәгендә түгел. ә йылға буйында йәки шул тирәлә урынлаштырыла. План ассиметриялы. Дөйөм алғанда, ҡала-ҡәлғә планировкаһы уникаль тип һанала.
Ҡала көньяҡтан төньяҡҡа табан төҙөлә. Төп урамдар — Штаб һәм Губерна (хәҙерге ваҡытта — Ленин һәм Совет), был урамдарҙа юғары офицерҙар һәм чиновниктар йәшәй. Губерна урамынан көнсығышҡа табан — казактар, көнбайышҡа табан — һалдаттар һәм һөргөнселәр. Ҡалғандар өсөн шул уҡ ваҡытта Бәрҙә бастионында зиндан (острог) төҙөлә. Ҡалған өлөштәр дәүләт ҡаҙаны ҡарамағында ҡала.
1744 йылда беренсе каруанһарай (балсыҡ менән һыланған ситән) эшләй башлай[2].
1750 йылдар уртаһына ҡарата ҡаланың көнсығыш яғынан казак биҫтәһе төҙөлә башлай. Биҫтәгә Георгий исеме бирелә, әммә был биҫтәне Ҡалмыҡ тип йөрөтәләр, сөнки тап ошонда казактарға яҙҙырылған һәм суҡындырылған ҡалмыҡтарҙы күсерәләр. 1773 йылдың көҙөндә, пугачевсылар Ырымбурға яҡынлай башлағас, биҫтә губернатор ҡушыуы буйынса үртәлә.
Меновой дворы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1745 йылда Яйыҡ йылғаһының һул ярында меновой дворы барлыҡҡа килә[2]. Был саман өйө 1749 йылҡы ташҡындан емерелә, шуға күрә 1750 йылдан алып яңы кирбес бинаһы төҙөлә. Сауҙа йәй осоронда ғына бара, ҡышҡыһын каруанһарайҙа сауҙа итәләр, был йорт 1750—1754 йылдарҙа яңы урында төҙөлә.
Ырымбур ҡәлғәһе Рәсәй хакимлығын раҫлау өсөн мөһим сауҙа үҙәге булып китә. Бында Хиуанан, Бохаранан, Хәрәзмдән һәм башҡа Урта Азия ҡалаларынан сауҙагәр карауандары килә. Сауҙагәрҙәрҙең хәүефһеҙлегенә бик ҙур иғтибар бирелә, артабан 1744 йылда Яйыҡтың икенсе ярында Аҡса алмашыу дворы ойошторола. Ошо уҡ ваҡытта Ырымбур ҡәлғәһе Урал тау заводтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итергә кәрәк була, сөнки улар йыш ҡына башҡорттар тарафынан һөжүмләнә. Ырымбур ҡәлғәһе Рәсәй дәүләтенең көньяҡ- көнсығыш сиктәрен һаҡлаусыҡәлғәләр системаһының төп пукты булып тора.
Пугачев болаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың аҙағында, ҡала Пугачев ихтилалы ваҡытында 6 ай дауамында ҡамауҙа ҡалған ғында Ырымбур үҙ тарихында иң ҙур тетрәнеү кисерә[3]. Ырымбур ҡәлғәһе А. С. Пушкиндың «Пугачев болаһы тарихы» 2011 йыл 23 июнь архивланған. һәм урыҫ әҙәбиәтенең классик әҫәре «Капитан ҡыҙы» повесында телгә алына. Екатерина II заманында Емельян Пугачев етәкселегендәге ихтилал империя өсөн етди ҡурҡыныс тыуҙыра.
1773 йылдың көҙөндә Е. Пугачевтың отрядтары Яйыҡ ҡаласығынан Ырымбурға табан юлланалар. Юл ыңғайы баш күтәреүселәрҙең һаны арта бара — хәрәкәткә башҡорттар, казактар,мишәрҙәр, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар, алпауыт крәҫтиәндәре ҡушылалар.
1773 йылдың 5 октябрендә баш күтәреүселәр армияһы Яйыҡ йылғаһына яҡынлаша. Пугачевсылар Яйыҡ үҙәндәрендә лагерь ҡоралар, һуңынан уны Бәрҙе ҡәлғәһенән көньяҡҡа табан күсерәләр. Һыуыҡтар төшкәс, ихтилалсылар башлыса Бөрҙегә күсә. Ырымбур эргәһендәге Бөрҙе биҫтәһе Пугачевтың төп нығытмаһы булып тора. Емельян Пугачев үҙен император Петр III тип таныта.
1773 йылдың 12 октябрендә Ырымбур губернаторы ҡәлғә гарнизоны көстәре менән ҡамаусыларға ҡаршы торорға маташа, әммә алышта бер нисә тиҫтә кеше юғалтып, сигенергә мәжбүр була[3].
Ырымбур ҡамауы башына баш күтәреүселәрҙең һаны 2360 кеше тәшкил итә. Уларҙың 20 пушкаһы, бер нисә мискә дарыһы була[3]. Пугачевсылар Ырымбур ҡәләғәһен пушкаларҙан утҡа тоталар һәм уны штурм менән алырға маташҡандан һуң, оҙайлы ҡамау тактикаһына күсәләр.
Ырымбур гарнизонына ярҙамға Ҡазандан генерал Кар етәкселегендәге ғәскәрҙәр юллана, әммә был отряд Юзей ауылы тирәһендәге алыштарҙа ҡыйратыла. Пугачевсыларға ҡаршы ҡуйылған башҡа ғәскәрҙәр ҙә тар-мар ителә. 13 ноябрҙә полковник Чернышев ике мең яугирҙары менән ҡамауға эләккән ҡалаға яҡынлашҡас, уны ихтилалсылар хәйлә менән тоҙаҡҡа эләктерәләр. Һөҙөмтәлә Чернышев үҙе һәм уның отрядындағы офицерҙар әсирлеккә эләгә һәм язалана.
Баш күтәреүселәрҙең көсө көндән-көн арта — декабрь башына Пугачевтың армияһы 25000 кеше тәшкил итә, пушкаларҙың һаны 86 була. Хәрәкәт йәйелгәндән йәйелә бара, ә Ырымбур ҡәлғәһе 1774 йылдың март аҙағына тиклем ҡамауҙа ҡала. Ырымбурҙа аслыҡ башлана.
1773—1774 йылдарҙағы ҡыш осоронда хөкүмәт баш күтәреүселәргә ҡаршы байтаҡ көс йүнәлтә — А. И. Бибиков етәкселегендәге бер нисә кавалерия һәм пехота полктары. Ихтилалсылар сигенергә мәжбүр була. 1774 йылдың 22 мартында Татищев ҡәлғәһе тирәһендә улар бик ҙур юғалтыуҙар кисерә. бынан һуң Ырымбур ҡамауҙан азат ителә. Артабан баш күтәреүселәр башҡа уңышһыҙлыҡтарға тарыйҙар. 1774 йылдың сентябрендә Е. Пугачев ҡулға алына, А. В. Суворов уны Мәскәүгә оҙатып килә. Болотный майҙанында язалана[3].
1773—1774 йылдарҙағы ваҡиғаларҙан һуң Ырымбур ҡәлғәһе оҙайлы ваҡыт хәрби әһәмиәтен юғалтмай. тағы ла оҙаҡ һаҡлана. XIX быуаттың беренсе яртыһында халыҡтың күпселеген элеккесә казактар һәм һалдаттар тәшкил итә. Гарнизо бөтөрөлгәндән һуң Ырымбур ҡәлғәһе юҡҡа сығарыла.
Һаҡланып ҡалған ҡәлғә фрагменттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862 йылда ҡәлғә бөтөрөлә[4], урҙары һәм соҡорҙары юҡ ителә. Хәҙерге ваҡытта ҡәләгәнән бер нисә фрагменты тороп ҡалған. бөтөрөп булмай ҡәлғәбеҙҙән. IX Николаевск бастионының (ҡайһы бер схемаларҙа IV һан аҫтында күрһәтелгән) уры һаҡланып ҡалған, Ырымбур президен кадет училищеһы клубының артында урынлашҡан. Ер аҫты ҡыуышлығының ишеге шартлатылған, ҡәлғә тимерлеге 1990-се йылдарҙа һүтелгән. Бина дәүләт һағы аҫтында була. Водяной ҡапҡаның ҡалдыҡтары, ҡәлғә манараһы һаҡланған, шулай уҡ гарнизон хәрби госпитале әлегә тиклем эшләп килә. Госпиталдең корпустары Е хәрефе формаһында төҙөлгән — императрица Бөйөк Екатерина хөрмәтенә. Элекке гарнизон гаупвахта бинаһында хәҙерге көндә Ырымбур тарихы музейы урынлашҡан. 2020 йылда үҙ тарихи урынында Орск ҡапҡалары тергеҙелә, уларҙы һаҡланып ҡалған һүрәттәрҙән, схемаларҙан һәм тасуирламаларҙан тергеҙәләр. Орнаменты һәим гербы менән ҡапҡалар теүәл рәүештә тарихи аналогты ҡабатлай, ҡәҙимге ҙурлыҡта эшләнә: ҡапҡалар фасадының киңлеге — яҡынса 8,5 м, бейеклеге — 7,7 м, уйымының бейеклеге һәм киңлеге — 4,2 м[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Оренбург
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Основание города Оренбурга 2022 йыл 4 декабрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Оренбургская крепость
- ↑ Упразднение крепости
- ↑ В Оренбурге восстановили легендарные Орские ворота . Официальный сайт Русского географического общества (10 ноябрь 2020). Дата обращения: 15 ғинуар 2021.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Основание города Оренбурга 2022 йыл 4 декабрь архивланған.
- Оренбург
- Оренбургская крепость
- Упразднение крепости
- История градостроительства Оренбурга. 1743—1750
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гельмгольц Ф. Оренбургский меновой двор: Стат. очерк с приложением таблиц об оборотах ярмарочной торговли за последние 15 лет //Известия Оренбургского географического общества. Вып.3. 1894.