Эстәлеккә күсергә

Әбелхәйер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбелхәйер
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1693[1]
Тыуған урыны Төркөстан, акимат города Туркестан[d], Төркөстан өлкәһе
Вафат булған көнө 12 август 1748({{padleft:1748|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1]
Хәләл ефете Бопай-ханым[d]
Балалары Айшуак-хан[d], Ералы-хан[d] һәм Нуралы-хан[d]
Нәҫеле Сыңғыҙиҙар
Һөнәр төрө хаким
Биләгән вазифаһы Хан (дәрәжә)
 Әбелхәйер Викимилектә

Әбелхәйер (Балағайыр батыр; ҡаҙ. Әбілқайыр Мұхаммед Қазы бахадүр хан, рус. Абулхайр-хан; 1693—1748) — Ҡаҙаҡ ханлығы Кесе йөҙөнөң беренсе ханы (17181748)

Әбелхәйер хандың йәшлеге сағыу булып үтә. 1698 йылда ул ырыу-ара низағтарҙан ҡасып, башҡорттар араһында йәшенеп йәшәгән. 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан. Ул Алдар тархандың шәкерте булған, Йөрәктауҙағы һуғышта ҡатнашҡан[2].

1709 йылда Ҡаҙаҡ ханлығына әйләнеп ҡайта, 1710 йылда Кесе Йөҙҙөң ғәскәр башы итеп һайлап ҡуялар.

1718 йылда уны Кесе Йөҙҙөң ханы итеп һайлайҙар. Шул уҡ йылда Урта Йөҙ ханы Ҡайып менә бергә, 30 меңлек ғәскәр менән Жуңғарҙарға ҡаршы сыға һәм Аягүҙ йылғаһында алыш була. Ҡайһы бер уңыштарға ҡарамаҫтан, Әбелхәйер хан жуңғарҙарға ҡаршы тора алмаясаҡтарын аңлай[3][4][5][6][7][8][9][10][11][12][13][14],. Рәсәйҙең Себер хакимиәте менәнән Жуңғарға ҡаршы хәрби союз тураһында һөйләшеүҙәр башлай. Тик батша тулы протекторатлыҡ ҡабул итеү шарты ҡуя.

XVIII быуаттың 20‑се йылдарында Кесе йөҙҙөң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе һәм башҡорт, ҡалмыҡ, Яйыҡ казактарының ҡаҙаҡтар менән мөнәсәбәтен көйләү буйынса Ҡаҙаҡ‑Рәсәй һөйләшеүҙәре инициаторы. Подданныйлыҡ ҡабул итеүҙе һорағанда ул, Рәсәй империяһына башҡорттар кеүек хеҙмәт итәсәкмен тип белдерә, һалымдарҙы башҡорттарҙыҡы күләмендә билдәләүҙе һорай, тик урыҫ подданыйҙарының һөжүм итмәүҙәрен үтенә[15]

Рус дәүләтенә ҡушылыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1726 йылда Хан Әбелхәйер, Кесе Йөҙ аҡһаҡалдары исеменән гражданлыҡ һорап батша хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Был Йөҙ Рәсәй империяһы менән сиктәш, уның Рәсәй менән сауҙа һәм сәйәси элемтәләре ныҡлы булған. Әммә үтенес ҡабул ителмәй; ниәтенән кире ҡайтмай, 1730 йылдың сентябрендә Әбелхәйер тағы бер ҡат Өфө аша Петербургҡа Рәсәй императоры Анна Иоанновнаға хат менән илселәр ебәрә. 1730 йылдың 8 сентябрендә (19), Кесе Йөҙ вәкилдәрен батшабикә ҡабул итә. Кесе Йөҙҙө Рәсәй империяһына индереү тураһында үтенесе 1731 йылдың 19 февралендә (2 март) указ менән ҡабул ҡәнәғәтләндерелә. Тейешле ант биреү өсөн, Ҡаҙағстанға Тышҡы элемтәләр комиссияһы тәржемәсеһе Тевкелев етәкселегендәге Әбелхәйер ханға илселәр хат менән ебәрелә.

1731 йылдың 10 октябрендә Кесе йөҙҙөң Рәсәй империяһына ҡушылыуы тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.

1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалдары барышында баш күтәреүселәргә ярҙам вәғәҙә итә, әммә 1737 йылының көҙөндә В. Н. Татищев менән ихтилал хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөй. Декабрҙә 2 меңлек ғәскәр менән Башҡортостанға килә, баш күтәреүселәргә мөрәжәғәт итеп, ғәйептәрен танып, баш һалырға өндәй, шулай уҡ аттарын тартып алыуҙан һ.б. язаларҙан ҡотҡарыуҙа ярҙам вәғәҙә итә. Ә үҙе шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡ далаларында йәшеренгән баш күтәреүсе­ләрҙе тотоп Рәсәй хөкүмәтенә тапшырырға бойороҡ бирә. Ихтилал етәкселәрен үҙенә саҡырып ихтилалды туҡтатырға өгөтләй, әммә тиҙҙән үҙе уларҙың, айырым әйткәндә Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең[16] йоғонтоһона бирелә.

1743—1747 йылдарҙа И. И. Неплюевтың аманатты алмаштырыуҙан (бер хан улын икенсеһе менән) баш тартыуына яуап итеп Ырымбур сик һыҙығына, сауҙа каруандарына, Яйыҡ казактары торамаларына һөжүм итә.

1748 йылдың август башында Әбелхәйер хан Орск нығытмаһынан иптәштәре менән туйҙан ҡайтып килгәндә, Барак хан карауанына һөжүм итә. Әбелхәйер хан һуғыш урынынан китмәй, хандың иптәштәре Барактың кешеләре күберәк булыуын аңлатып, китергә өгөтләп ҡараһа ла, Әбелхәйер Хан ризалашмай һәм һуғышты ҡабул итә. Оҙаҡ алышҡандан һуң Әбелхәйер Барак Хан тарафынан үлтерелә.

Ҡабырға йылғаһы Олкейек йылғаһына ҡойған урында (хәҙерге Ҡаҙағстанда) ерләнгән. Был урынды ҡаҙаҡтар «Хан моласы», йәғни хан ҡәбере тип атайҙар.

  1. 1,0 1,1 Abulkhair // https://www.britishmuseum.org/collection/term/BIOG158539
  2. Интернет-газета «Реальное время». «Алдаровщина»: как царские чиновники планировали сократить численность башкир 2021 йыл 25 ғинуар архивланған.
  3. Аныракайская битва (декабрь 1729 — январь 1730)
  4. Освободительная борьба народа против джунгар. Битва при Буланты и Анракай. Их значение
  5. Аныракайская битва — История Казахстана
  6. Аңырақай шайқасы
  7. Аңырақай шайқасы қазақша реферат
  8. Білгенге маржан | Аңырақай шайқасы 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  9. Аңырақай шайқасы 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  10. Ұлт тағдырын шешкен ұлы шайқастар
  11. Солтүстік жорық, Бұланты шайқасы, аңырақай шайқастарындағы Әбілхайыр ханның рөлі 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  12. Жоңғар басқыншылығына қарсы азаттық күресі Аңырақай шайқасы курстық жұмыс. Дата обращения: 1 июнь 2020. Архивировано из оригинала 13 июль 2014 года. 2014 йыл 13 июль архивланған.
  13. Аңырақай шайқасы | Жетісу. Дата обращения: 21 июнь 2017. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2017 года. 2017 йыл 14 октябрь архивланған.
  14. Аңырақай шайқасы — Тарих — Bilim — All
  15. «Казахстан»: Национальная энциклопедия / Главный редактор А. Нысанбаев — Алматы «Казахская энциклопедия» Общая редакция, 1998 ISBN 5-89800-123-9
  16. Н. В. Устюгов бының тураһында ошолай яҙа:
    «Умный и изворотливый, достаточно образованный для своей среды, убежденный противник царской колониальной политики, критикующий эту политику с позиций „вольного слуги“ периода феодальной раздробленности, организатор, умеющий влиять на массы, Бепеня был таким руководителем башкир, тягаться с которым Абулхаир хану было явно не под силу. Бепеня сумел заставить Абулхаира стать на свою точку зрения»

    Устюгов Н. В. Башкирское восстание 1737-1739 гг. — М.-Л.: Изв-во АН СССР, 1950. — С. 94.

  • Акманов И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987; Р ы ч к о в П.И. Топография Оренбургской губернии. Уфа, 1999
  • Таймасов С.У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. Стерлитамак, 2006.
  • Ерофеева, Ирина В. Хан Абулхаир. Полководец, правитель, политик. Алматы, Даик-Пресс, 2007, 452 с.
  • Абилхаир // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: Қазақ энциклопедиясы, 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.