Эстәлеккә күсергә

Мэр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бургомистр битенән йүнәлтелде)

Мэр (франц. maire "өлкән", ингл. mayor (/ˈmɛər/ йә /ˈmər/ тип уҡыла), икеһе лә Латин телендәге maior йә major (әйтелеше: majˈjɔr),  "ҙурыраҡ, өлкәнерәк, нығыраҡ, бигерәк" тигән мәғәнәле һүҙҙән килә) - байтаҡ илдәрҙә муниципалитетты етәкләгән кешенең (мәҫәлән, ҡала йәки ҡасабаның башлығы) вазифаһының рәсми исеме.

Илдән-илгә мэрҙың нисек һайланғанын, ниндәй хоҡуҡтарға эйә булғанын һәм ниндәй бурыстар үтәгәнен асыҡлаған закондар һәм ғәҙәттәр айырыла; бынан тыш, ҡала йә ҡасаба башлығы төрлө юлдар менән һайланырға (йә, ғөмүмән, вазифаға индерелергә) мөмкин. Төрлө хөкүмәт системаларында мэр урындағы (ҡала йә ҡасаба кимәлендәге) башҡарма власть органының башлығы, күп ағзанан торған органдың етәксеһе, йә фәҡәт "церемониялы" (йәғни ниндәй ҙә булһа сәйәси көскә эйә булмаған, йәки бик әҙ һанлы ҡарарҙарҙы раҫлай алған) вазифа ғына була ала.

Британия утрауҙарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Англия һәм Уэльс ерҙәрендәге мэр вазифаһы феодаль дәүерҙәге бэйлиф (bailiff "милек күҙәтеүсеһе", "башҡарыусы", хәҙерге мәғәнәһе "пристав") йә рив (reeve, "күҙәтеүсе, староста, етәксе"; хәҙерге ваҡытта был вазифаға Англияла ҡала магистраты башлығы, Канадала иһә ауыл биләмәһе башлығы эйә була). Англия ерҙәре нормандар тарафынан ишғәл ителгәндән һуң, Лондон магистратының башлығы бер быуаттан күп ваҡыт буйы портрив (portreeve) тип аталған. Ошо ваҡытта мэр, Англия Короле Ерһеҙ Джон (John Lackland; урыҫ телендәге ғәҙәткә ярашлы исеме Иоанн тип яҙыла) рөхсәт иткәненсә, халыҡ тарафынан һайланған булған. Ун икенсе быуаттың башынан алып, портрив вазифаһы урынына мэр вазифаһы килә, 1190 йыл тирәһендә Винчестер етәксеһенә лә шул уҡ хоҡуҡтар бирелә, артабан был вазифа төрлө ҡала етәкселәренә лә тарала. XIX быуаттың аҙағынан алыпБерләшкән Короллектә (Бөйөк Британияла) мэрҙарҙы һайлау тәртибен 1882 йылғы муниципаль берләшмәләр хаҡындағы ҡанундың ун бишенсе бүлексәһе (the Municipal Corporations Act 1882, Section 15) билдәләгән (хәҙерге ваҡытта ул ҡанун ғәмәлдән сығарылған). Ошо ҡағыҙға ярашлы, мэр йыл һайын, ҡырпағайҙың (ноябрҙең) 9-ында, биләмә (ғәҙәттә, ҡала) шураһы ағзалары (олдермендар, шурасылар, ингл. aldermen, councillors), йә ошо вазифаларға лайыҡ тип табылған кешеләр араһынан һайланырға тейеш булған. Бер йыллыҡ ваҡытҡа һайланыуына ҡарамаҫтан, яңынан һайланыу мөмкинлеге лә бар булған. Ауырыу йә биләмәһендә булмау ваҡытында мэрҙың бурыстарын олдермендар араһынан һайланған урынбаҫары үтәгән. Ике ай буйы биләмә эштәрендә ҡатнашмаған мэр вазифаһынан бушатылған.  Ex officio (вазифаһы сәбәпле), мэр үҙе етәкләгән биләмәһендә суд власының башлығы хоҡуғына ла эйә булған. Мэрға түләү мәсьәләһен биләмә шураһы хәл иткән.

Урта быуаттағы Уэльс ерҙәрендә мэр (Latin: лат. maior; валл. maer), Cyfraith Hywel ҡануниәт йыйынтығына ярашлы, королдең шәхси биләмәләрендәге крәҫтиәндәрҙе контролләргә мәжбүр булған синауник Клан етәкселәре был вазифаға эйә була алмаған.[1] Мэр тип аталған башҡа вазифа ла булған (maer biswail "һыйыр тиҙәге мэры"), ошо кеше король эйә булған мал-тыуарҙы күҙәтергә тейеш булған. Шотландия һәм Ирландия ерҙәрендә лә оҡшаш вазифалар булғаны бар.