Урал казак ғәскәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Урал казактары (рәссам Николай Самокиш)
Пиратский К. К. Л.-Гв. Урал Казак дивизионы һәм Урал Казак ғәскәре. 1867 йыл (Парад формһы)[1].
Лейб-гвардия казак полкының генерал-адъютанты, обер-офицеры һәм Урал Казак ғәскәренең ялан атлы полктарының казагы. 1883 йыл[2]

Урал казактары (уралец) йәки Урал казак ғәскәре (1775 йылға тиклем һәм 1917 йылдан һуң — Яйыҡ казак ғәскәре) — Рәсәй империяһындағы казактарҙың бер төркөмө. Урал өлкәнең көнбайышында (хәҙерге Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш өлкәләрендә, һәм Ырымбур өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө), Урал (1775 йылға тиклем Яйыҡ) йылғаһының урта һәм түбәнге ағымы буйлап урынлашҡан. Ғәскәр старшинлығы — 1591 йылдың 9 июленән, Яйыҡ казактарының Шамхал Тарковскийға ҡаршы Батша ғәскәре походында ҡатнашҡан осорҙан алып. Хәрби штабы — Уральск (1775 йылға тиклем Яйыҡ ҡаласығы тип атала). Дин буйынса: күпселеге — православие христиандары, әммә араларында старообрядсылар ҙа, мосолмандар (8 % тиклем) һәм буддистар (ламаистар) (1,5 %) ҙа була. Ғәскәри байрам, ғәскәри круг — 8 (яңы стиль буйынса 21) ноябрь, Изге Архангел Михаил көнөндә үткәрелә. 1721 йылдан алып — Хәрби коллегияһы, 1744 йылдан — Ырымбур хәрби губернаторы, 1882 йылдан Ҡаҙан хәрби округы командующийы ҡарамағында була. 1775 йылдан һуң Урал казак ғәскәре тип үҙгәртелә. 1816 йылдан алып Айырым Ырымбур корпусы составына инә[3].

Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал казактарының полк байраҡтарының береһе (1883 йылғы) ал ҡыҙыл ҡаймалы һәм Архистратиг Михаил һурәте төшөрөлгән ҡуйы күк төҫтәге туҡыманан ғибәрәт[4]. Байраҡтарҙың береһе Австралияға алып сығыла һәм XXI быуатта Рәсәйгә кире ҡайтарыла (Ырымбурға)[5]. Яйыҡ казактары күк төҫтәге мундир һәм фуражкалар кейәләр, тирәҫтәре һәм лампастары ал ҡыҙыл төҫтә була[6].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1584 йылда бер нисә йөҙ Дон һәм Волга буйы казактары Яйыҡ йылғаһы буйынан Нуғай Урҙаһының ерҙәрен баҫып алалар. Етәкселәр араһында Матвей Мещеряк һәм атаман Барабош исемдәре телгә алына. Башҡа бер версия буйынса Яйыҡ казактарының тарихы йөҙ йыл элек башланған һәм ул Дон һәм атаман Гугня менән бәйле[7]. Ул тирәлә Алтын Урҙанан айырылып ҡалған һәм шул уҡ Яйыҡ буйҙарында мал аҫырау өсөн киң йәйләүҙәр эҙләгән ҡайһы бер татар ғаиләләре лә көн күрә. Башта был ике ҡәүем бер-береһе менән дошманлаша, әммә һуңынан аралар йомшара, казактар татар улустарынан кәләшлеккә ҡыҙҙар ала башлай. Шиғри риүәйәт һаҡланып ҡалған: буйҙаҡ тормошҡа күнеккән казактар яңы тыуған сабыйҙарҙы үлтергәндәр, ә ҡатындарын, яңы походҡа киткән саҡта, ташлап китер булғандар. Атаман Гугня беренсе булып ҡанһыҙ законға ҡаршы сыға һәм казактар унан үрнәк алып, ғаилә тормошона күнегә башлай. Легенданың реаль нигеҙе булыуы мөмкин, сөнки казактар XIX быуатҡа тиклем сиркәүҙәрҙә Гугниха әбейе иҫтәлегенә шәм ҡуялар. Казактар күрше ҡәбиләләрҙең ерҙәрен баҫып алып көн күрә, уларҙан үс алырға теләүсе ҡәбиләләр менән әленән-әле алышырға тура килә, шуға күрә казактар ҡурсалаусы эҙләп, Михаил Федоровичтың батшалығы осоронда Мәскәүгә делегация ебәрәләр. Батшаға казактарҙың Яйыҡ буйҙарын баҫып алыуы бик мөһим булып күренә. Батша уларға Яйыҡ йылғаһының инешенән үренә тиклем ерҙәргә грамота бирә һәм кеше һанын арттырырға рөхсәт итә. Казактарҙың һаны көндән-көн арта бара, улар Каспий диңгеҙе аша Дон казактары менән ҡушылып, фарсы сауҙа судноларын ҡыйрата, диңгеҙ буйы ауылдарын талай, ҡаршы төшкәндәрҙе аяуһыҙ үлтерә. Шаһ батшаға мөрәжәғәт иткәндән һуң Мәскәүҙән Донға һәм Яйыҡҡа өгөт-нәсихәтле грамоталар ебәрелә. Казактар Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә батшаға ғәйептәрен танып киләләр. Уларҙы Польшаға һәм Рига тирәһенә ебәрәләр, ә уларҙың урынына Яйыҡҡа стрелецтарҙы алып киләләр, һуңғараҡ улар казактарға ҡушылып бер ҡәбилә булып китә.

Стенька Разин Яйыҡ казактарҙың ултыраҡтарын баҫып ала, стрелецтар үлтерелеп бөтә. Казактар балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнәләр, тоҙ сығаралар. Ғәскәр Яйыҡ ҡаласығында йыйыла торған кругка буйһона. Бөтә казактар ҙа үҙ биләмәләренә хужа булалар һәм атаман-старшиналарҙы һайлап ҡуялар.

Казак походы

1591 йылдан алып урыҫ хөкүмәте Яйыҡ казактарын баҫып алынған көньяҡ-көнсығыш сиктәрендә хәрби колонизациялау һағында тоталар, уларға баштараҡ ҡасаҡтарҙы ла үҙ араһына алырға рөхсәт ителә[8] (1891 йылда Мәскәү батшаһына хеҙмәт итеүҙең 300 йыллығы билдәләнә. Ошо уңай менән Христос Спаситель сиркәүһенә нигеҙ һалына). 1632 йылда Яйыҡ казактарының беренсе иҫәп алыуы үткәрелә, ул саҡта уларҙың һаны яҡынса 900 йән эйәһе була[9]. Артабан Көньяҡ Уралға колонизациялау өсөн башҡа төрлө урыҫ булмаған халыҡ та ағыла башлай[10], араларында бигерәк тә Төньяҡ һуғыш осорондағы швед әсирҙәре төркөмө айырылып тора[11].

Яйыҡ казактары 1717 йылда кенәз Бекович-Черкасскийҙың Хиуа походында ҡатнаша, походта бик күптәр һәләк була (1723 йылғы иҫәп алыу буйынса 5000 кешенән 1500 кешенең яу яланында ятып ҡалыуы билдәле).

1718 йылда хөкүмәт атаманды һәм уның ярҙамсыһын тәғәйенләй; казактарҙың бер өлөшө ҡасаҡ итеп иғлан ителә һәм улар элекке йәшәгән урындарына ҡайтарылырға тейеш була. 1720 йылда Яйыҡ казактары араһында боларыштар башлана, казактар батша указына буйһонорға теләмәй һәм атаманды тәғәйенләп ҡуйыуға ҡаршы сығалар. 1723 йылда болалар баҫтырыла, етәкселәре язалана, атамандарҙы һәм старшиналарҙы һайлау бөтөрөлә, ғәскәр старшина һәм ғәскәр яҡлыларға бүленә, старшиналылар — хөкүмәт яҡлы була, икенселәре элекке һайлауҙы ҡайтарыуҙы талап итә.

1748 йылда ғәскәрҙең даими ойошмаһы (штаты) булдырыла, ғәскәр 7 полкка бүленә; ғәскәри круг тулыһынса үҙенең әһәмиәтен юғалта.

Урал казактары Рәсәйҙең бөтә азиат походтарында ҡатнша.

Пугачев ихтилалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы тәртип менән ризаһыҙлыҡ 1772 йылғы Яйыҡ казак ихтилалының ҡабыныуына һәм һуңғараҡ Яйыҡ казактарының 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышыда ҡатнашыуына сәбәпсе була. 1772 йылдың ғинуарында Яйыҡ ҡаласығына отряд менән генерал-майор фон Траубенберг һәм гвардия капитаны Дурново киләләр. Казактарҙың төрлө даулашыуҙарын һәм яҙыҡлыҡтарын тикшергәндән һуң фон Траубенберг ундай мөғәмәләгә өйрәнмәгән казактарҙы ҡайыш менән ярыуҙан да тартынмай. Казактарҙың нәфрәте сиктәренән сыға, бола башлана, хөкүмәт отрядын һәм Траубенбергтың үҙе ысын мәғәнәһендә тураҡлана, генералды яҡларға маташҡан ғәскәри атаман Тамбовцевҡа ла өлөш төшә[12].

1772 йылдың майында Ырымбур генерал-губернаторы Рейнсдорп ихтилалды баҫтырыу өсөн карателдәр экспедицияһын ойоштора. Генерал Фрейман Пугачев генералдары И. Пономарев, И. Ульянов, И. Зарубин-Чика етәкләгән казактарҙы тар-мар итә һәм 1772 йылдың 6 июнендә Яйыҡ ҡаласығын баҫып ала. Артабан ихтилалдың етәкселәрен язалау үткәрелә, уларҙы ботарлайҙар, танау тишектәрҙен йолҡоп алалар, телдәрен, ҡолаҡтарын ҡырҡалар, маңлайҙарына тамғалар ҡуялар.

Ул ваҡытта крайҙа йәшенеп ҡалырлыҡ урындар байтаҡ була, боласыларҙың күбеһе шунда боҫоп ҡала. Артабан Екатерина II-нең казак кругтарын артабан ғәҙәттәгесә үткәреүҙе тыйыу тураһындағы указы сыға.

Уральскиҙа Архангел Михаил соборы (1741) — Пугачев ихтилалының шаһиты

Яйыҡ ҡаласығындағы Архангел Михаил соборының ҡәлғәһендә комендант подполковник Симонов һәм капитан Крылов (буласаҡ мәҫәлдәр ижад итеүсе Иван Андреевич Крыловтың атаһы) етәкселегендә гарнизон булдырыла.

1773 йылда башланған ихтилал алдағыһының дауамы ғына була, сөнки батша хөкүмәте репрессиялары менән халыҡтың ризаһыҙлығын тыйып торһа ла, беренсе яй сығыу менән ул ысын һуғышҡа әйләнә, уның барышында ихтилалға башҡорттар, ҡаҙаҡтар һәм бөтә Рәсәй киңлегендәге крәҫтиәндәр ҡушыла. Ғәскәрҙә Екатерина II үлтермәгән «батша Петр Федорович» йәшеренгәне тураһында имеш-мимештәр 1773 йылдың яҙында уҡ тарала. Әлбиттә, яҡындан Пугачевты күргән казактар ысынын белгән, әммә сығышҡа әҙер булған казактарға был Пугачевтың килеп сығыуы уңайлы сәбәп кенә була.

ЯИЦКОМУ ВОЙСКУ

О ПОЖАЛОВАНИИ ЕГО РЕКОЮ,
ЗЕМЛЕЮ, ДЕНЕЖНЫМ ЖАЛОВАНЬЕМ
И ХЛЕБНЫМ ПРОВИАНТОМ,

1773 г., СЕНТЯБРЯ 17

Самодержавного амператора, нашего
великаго государя Петра Федоровича
всероссийскаго: и прочая, и прочая, и прочая.

Во имянном моем указе изображено
яицкому войску: Как вы, други мои,
прежным царям служили до капли
своей до крови, дяды и оцы вошы,
так и вы послужити за своё отечество
мне, великому государю амператору
Петру Федаравичу. Когда вы устоити
за своё отечество, и ни истечет
ваша слава казачья от ныне и до веку
и у детей вашых. Будите мною,
великим государям, жалованы:
казаки и калмыки и татары. И которые
мне, государю императорскому
величеству Петру Фе(до)равичу,
виновныя были, и я, государь
Петр Федаравич, во всех винах
прощаю и жаловаю я вас: рякою с
веръшын и до усья, и землею, и
травами, и денижъным жалованьям,
и свиньцом, и порахам, и хлебныим
правиянтьтам.

Я, велики государь амператор,
жалую вас Петр Федаравичь.

Поход 1773 йылдың 17 сентябрендә башлана, Бударин форпосынан (Көнбайыш Ҡаҙағстандың Бударин ҡалаһы) Яйыҡ ҡаласығына табан яҡынса 200 кеше юллана, улар ҡаланы яулап ала алмай, шулай ҙа ихтилалсылар яғына казактарҙың бер өлөшө күсә. «Амператор Петр» яҡлы булған казактар Пугачевтың төп хәрби көсө булараҡ уның менән бергә бер нисә еңеүгә өлгәшәләр, Ырымбурға китешләй улар Рассыпной, Нижнеозерный, Татищев ҡәлғәләрен, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ — Чернореченск ҡәлғәһен, артабан — Ҡарғалы (Сәйет) биҫтәһен һәм Һаҡмар ҡаласығын баҫып алалар, ярты йыл дауамындаЫрымбурҙы ҡамауҙа ҡатнашалар, был ваҡытта самозванецтың армияһы крәҫтиән отрядтары, Урал заводтары эшселәре, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, татарҙар иҫәбенә артҡандан -арта бара. Ноябрь айында казактар Овчинников һәм Зарубин-Чика етәкселегендә генерал-майор Карҙың экспедицияһының тар-мар итә.

Василий Перов, «Пугачевтың хөкөмө», 1879, урыҫ музейы, Санкт-Петербург

Ошо уҡ ваҡытта Яйыҡ ҡаласығында атаман М. П. Толкачёв командованиеһы аҫтында Архангел Михаил соборы ҡәлғәһенең ҡамау башлана. 1774 йылдың ғинуар аҙағында бында атаман А. А. Овчинников отряды килә, уның артынан — Пугачёв үҙе. 20 ғинуарҙағы уңышһыҙ һөжүмдән һуң Пугачев үҙенең ғәскәреянына, Ырымбурға, китә. Ғинуар аҙағында Пугачев ҡабаттан Яйыҡ ҡаласығына килә. Казактар уны, ғәскәргә нығыраҡ бәйләү маҡсатында, йәш казак ҡыҙы Устинья Кузнецоваға өйләндерәләр, туйҙан һуң Пугачев элекке ғәскәри атаман А. Н. Бородиндың йортонда урынлаша. Пугачёв ғәскәри кругты йыя, кругта ғәскәри атаман вазифаһына Н. А. Каргинды, ә старшиналар итеп А. П. Перфильевты һәм И. А. Фофановты һайлайҙар. Ошо уҡ айҙа атаман Овчинников Яйыҡ йылғаһы тамағына, Гурьев ҡаласығына, поход эшләй, уның кремлен яулай, бай трофейҙар алып, урындағы казактар иҫәбенә отрядты тулыландыра һәм Яйыҡ ҡаласығына ҡабаттан ҡайта.

«Батша ҡайныһы» казак Кузнецовтың йорто

1774 йылдың мартында Татищев ҡәлғәһе янында генерал П. М. Голицын ғәскәрҙәре баш күтәреүселәрҙе ҡыйрата, Пугачёв Бәрҙе биҫтәһенә сигенә, ҡәлғәлә ҡалған Овчинников сигенеүҙе ҡаплап тора, боеприпастары бөткәс, 300 казак менән дошман ғәскәрен йырып үтеп, Нижнеозерный ҡәлғәһенә сигенә. 1774 йылдың апрель уртаһында Овчинников, Перфильев һәм Дехтярев етәкселегендәге казактар, Яйыҡ ҡаласығынан генерал П. Д. Мансуров бригадаһына ҡаршы сыға, әммә алыш уңышһыҙ була. Овчинников ҡалған казак отрядтары менән Магнит ҡәлғәһенә табан китә һәм унда Пугачев менән осраша. Михельсон ғәскәренең эҙәрлекләүенән ҡасып, Пугачев ғәскәре Урал, Кама алды, Волга буйы, Башҡортостан аша үтә, юл ыңғайы Ҡаҙан, Һарытау, Камышин ҡалаларын яулайҙар. Ғәскәрҙә халыҡ һаны бер кәмей, бер арта.

Екатерина Бөйөк Төркиә сиктәренән Суворов етәкселегендәге ғәскәрҙәрҙе Яйыҡҡа ебәрә, казактар бер-бер артлы еңелеүҙәргә дусар була. Казактарҙың башлыҡтары Пугачевты тотоп хөкүмәткә тапшырырға ҡарар сығара. Үҙән йылғалары араһында улар Пугачевты хөкүмәт ғәскәрҙәренә бирәләр. Суворов шәхсән үҙе «батшанан» һорау ала һәм Мәскәүгә тиклем оҙатып бара. Яйыҡ казактары араһынан Пугачевтың иң яҡын көрәштәштәре Пугачев менән бергә язалана. Ихтилалды баҫтырғандан һуң, 1775 йылда, Екатерина II боланы оноттороу маҡсатында Яйыҡ казак ғәскәренә — Урал казак ғәскәре, Яйыҡ ҡаласығына — Уральск яңы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуя. Ошо ваҡыттан ғәскәр үҙенең автономлығын юғалта.

Урал казак ғәскәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1858 йылғы Ырымбур, Урал һәм Башҡорт казак ғәскәрҙәре ерҙәре картаһы
1890-сы йылғы Урал казак ғәскәре ерҙәре картаһы
Е. М. Корнеев
«Урал казактарының пикеты». 1802 йыл

Урал казаклығының башлығы итеп наказлы атаман һәм ғәсҡәри идаралыҡ билдәләнә. 1782 йылдан Әстерхан һәм Ырымбур генерал-губернаторы ҡарамағында була. 1868 йылла «Ваҡытлы положение» индерелә, яңы положение буйынса Урал казак ғәскәре артабан яңы ойошторолған Урал өлкәһенең генерал-губернаторына (наказлы атаман) буйһона башлай. Урал казак ғәскәренең территорияһы 7,06 млн га тәшкил итә һәм 3 бүлеккә бүленә (Урал, Лбищенск һәм Гурьев). 480 тораҡ пункттарында (30 станица) 166,4 мең кеше. Урал казак ғәскәренә төрлө халыҡ вәкилдәре инә: башҡорттар, ҡалмыҡтар, урыҫтар һәм татарҙар. 480 тораҡ пункттарында (30 станица) 1723 йылда — 3 мең, 1803 йылда — 29 мең, 1881—116, 1916 йылда 166 мең кеше иҫәптә тора[3].

1832—1867 йылдарҙа Ырғыҙ-Кәмәлек (көньяҡ-көнбайыш) башҡорттары Урал казак ғәскәренең башҡорт бүлеген тәшкил итәләр. 1723 ғәскәр составында 49 башҡорт булһа, 1747 йылда — 292, 1862 йылда 6095 башҡорт була[3]. 1737 йылда Яйыҡ казактары Яйыҡ йылғаһының үрге ағымында Илецк ҡаласығына нигеҙ һалалар. Илецк казактары Һамар тирәһенән Илек йылғаһына 1735 йылда күсерелгән старообрядсы казактарҙың ҡалдыҡтары була; Илецк казактарының дүрт станицаһы Урал казак ғәскәренең беренсе полк бүлегенә ҡарай, әммә электәр бында йәшәгән казактар уларҙы ситләтә, сөнки улар урыҫ хакимиәте ҡарары буйынса Урал бассейнына күсерелгән булған; Илецк станицалары ғәскәри общинаға алынмай һәм Түбәнге Урал йәмәғәт балыҡсылығында ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм ителә.

Файл:Учуг.jpg
Урал йылғаһындағы быуа (учуг)

Ғәскәрҙә 19 йәштән 41 йәшкә тиклем хеҙмәт иткәндәр. Һуғыш ваҡытында ғәскәрҙә 9 атлы полк, 10 йөҙлөк, артиллерия батареяһы, 2 команда ҡатнашһа, тыныс ваҡытта ғәскәрҙә 3 атлы полк (16 йөҙлөк), эскадрон, Лейб-гвардия берләштерелгән казак полкында бер йөҙлөк һәм 2 команда (барыһы 2973 кеше) була, шулай уҡ ғәскәргә Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ҡаҙан һәм башҡа ҡалаларҙа полиция хеҙмәтен үтәү бурысы йөкмәтелә[3]. Рәсәй империяһының башҡа казактары араһында Урал казактары тышҡы ҡиәфәте менән айырылған — уларҙың күбеһе һаҡал йөрөткән. Ҡоралдан — мылтыҡтар, пистолеттар, ҡылыстар, һөңгөләр ҡулланылған.

Ғәскәри частар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1-се Урал казак полкы
  • 2-се Урал казак полкы
  • 3-сө Урал казак полкы
  • 4-се урал казак полкы
  • 5-се Урал казак полкы
  • 6-сы Урал казак полкы
  • 7-се Урал казак полкы
  • 8-се Урал казак полкы
  • 9-се Урал казак полкы
  • 10-сы Урал казак полкы

Ихтилалдарҙы баҫтырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал казак ғәскәре 1662 — 1664 йылғы Башҡорт ихтилалын, 1701 — 1711 йылғы Башҡорт ихтилалын, 1755 — 1756 Башҡорт ихтилалын, 1830—1831 йылғы Поляк ихтилалын (1 полк), 1835 йылғы Ихтилалды, 1844 йылғы ҡаҙаҡ ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша.

Һуғыштарҙа ҡатнашыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыйылма лейб-гвардия казак полкының Урал йөҙлөгө казактары

Урал казак ғәскәре Рәсәй алып барған барлыҡ һуғыштарҙа тиерлек ҡатнаша: 1591 йылғы Кавказ походында, 1695 һәм 1696 йылдарҙағы Азов походтарында, 1700—1721 йыдарҙағы Төньяҡ һуғышында, 1773—1775 йылҫы Крәҫтиәндәр һуғышында, 1788—1790 йылғы Рәсәй — Швеция һуғышында, 1806—1812 йылдарҙағы Рәсәй — Төркиә һуғышында (2 полк), 1808—1809 йылғы Рәсәй — Швеция һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында (2 полк) һәм Рус армияһының 1813—1814 йылдарҙағы сит ил походтарында (4 полк), 1828—1829 йылғы Рәсәй — Төркиә һуғышында (1 полк), 1839—1840 йылғы Хиуа походында (2 полк), 1852 һәм 1853 Коканд походтарында, 1853 — 1856 йылғы Ҡырым һуғышында (2 полк), 1860 −1876 йылдарҙағы Төркөстан походтарында, 1877—1878 йылғы Рәсәй — Төркиә һуғышында (1 йөҙлөк), 1880 йылғы Әхәл — Текин экспедицияһында, 1904—1905 йылғы Рус-япон һуғышында (2 полк), 1914—1918 йылғы Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында[3].

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышы осоронда ғәскәр 9 атлы полк (50 йөҙлөк), артиллерия батареяһы, гвардия йөҙлөгө, 2 команды (барыһы 1917 йылға ҡарата 13 меңдән ашыу кеше) менән ҡатнаша.Ҡаһарманлыҡтары өсөн 5378 Урал казактары Георгий тәреләре һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Октябрь революцияһынан һуң Урал казактарын, башҡа Рәсәй казак ғәскәрҙәрен кеүек, фажиғәле яҙмыш көтә. Баштараҡ казактар большевиктарға һәм уларҙың дошмандарына ҡарата нейтраль позиция һаҡларйҙар, казактар үҙҙәренең эске тәртиптәрен һаҡларға тырышалар, әммә асыҡтан-асыҡ большевиктарға ҡаршылыҡ күрһәтмәйҙәр, бигерәк тә фронтовиктар, тәүге тарҡау болаларҙың башында дин һәм боронғолоҡ яҡлы булған ҡарттар торалар.

Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы власть нығынған һайын, казактар араһында ҡаршылашыу көсәйә бара. Илдә Граждандар һуғышы башлана. 1918 йылдың мартында казактар үҙҙәренең биләмәләрендә большевистик ревкомдарын тарҡаталар һәм ихтилалды баҫтырыу өсөн ебәрелгән карателдәр отрядтарын ҡыйраталар. 1919 йылда Урал йылғаһының түбәнге ағымында ғәскәр үҙҙәренең атаманын — Гурьев ҡалаһының Гурьев станицаһы казагы генерал-лейтенант В. С. Толстовты һайлай. Яңы атаман етәкселегендә казактар Колчак командованиеһы аҫтындағы ғәскәрҙең составына ингән Урал армияһының нигеҙен тәшкил итәләр. Әлеге ваҡиғаларҙың эпизодтары легендар совет «Чапаев» фильмында һәм Д. А. Фурмановтың ошо уҡ исемле китабында тасуирлана. Лбищенский станицаһында 25-се уҡсылар (буласаҡ Чапаев) дивизияһы штабының ҡыйратылыуы ғәскәрҙең аҙаҡҡы уңышлы алышы була. Артабан — еңелеүҙәр артынан еңелеүҙәр, ғәскәрҙең ҡалдыҡтары Урал буйлап Каспий диңгеҙенә сигенәләр. 1920 йылдың ғинуарында ҡыҙылдар Гурьевты яулап алғандан һуң Толстов етәкселегендә Урал армияһының ҡалдыҡтары артабан Кавказға, Деникинға ҡушылыр өсөн, Форт-Александровскийға бик ауыр юлды үтәләр. Ҡышҡы һыуыҡта боҙло сүл аша үтеү ҙур юғалтыуҙарға килтерә: 15 меңлек отрядтан бары тик 2 мең туңған һәм ас казактар барып етә, әммә был ваҡытҡа Рәсәйҙең көньяғында аҡтар хәрәкәте һәләкәткә осрай һәм әлеге поход бер ниндәй һөҙөмтәгә килтермәй.

Атаман Толстов етәкселегендәге 214 кешелек отряд (бер нисә генерал, офицер, казактар, ғаилә ағзалары) 1920 йылдың 4 апрелендә Иранға эмиграцияға китәләр, Урал армияһы ғәмәлдән сыға, ә Урал казак ғәскәре бөтөрөлә. Александровск фортынан Персияға походы тураһында В. С. Толстовтың «От красных лап в неизвестную даль» (Уралецтарҙың походы) китабында ентекле күрһәтелә, китап 1921 йылда Константинополь ҡалаһында беренсе тапҡыр нәшер ителә. [[2007 йыл]да Уральск ҡалаһының «Оптима» нәшриәтендә ҡабаттан баҫтырыла[13].

1930-сы йылдарҙа тыуған яҡтарында ҡалған йәки ҡайтҡан казактар большевистик репрессияларына дусар булалар. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Сталин тергеҙгән Дон, Кубань йәки Терек ғәскәрҙәренең частарынан айырмалы рәүештә Урал ғәскәре ҡабаттан тергеҙелмәй.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылдың 24 февралендә Уральск ҡалаһында казак кругы үткәрелә, уның делегаттары 30 мартта «Урал ҡала казак тарихи-мәҙәни йәмғиәтен» теркәүгә өлгәшәләр. Яңыртылған казаклыҡтың беренсе етәксеһе итеп Ю. Баев һайлана. 1990 йылдың июнендә үк Мәскәүҙә үткән казактар Союзының беренсе ойоштороу кругына Урал казактары делегацияһы халыҡ депутаттарына Урал өлкәһенең бер өлөшөн Рәсәй менән ҡушыу тураһында мөрәжәғәт алып килә. 1991 йылдың 13-15 сентәбрендә Урал казактарының Урыҫ хөкүмәтенә тоғро хеҙмәт итеүенең 400-йыллығын билдәләгән байрам уҙғаралар[14]. Бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстандың властары Урал казаклығының тергеҙелеүенә ҡаршы сыҡтылар. 1996 йылдың 27 ғинуарында Урал казак ғәскәренең тергеҙелеүе тураһында иғлан ителә войска, атаманы — С. Иртикеев[15]. Урал (Яйыҡ) казак общинаһы раҫлана. 1997 йылда Казактар Союзында тарҡаулыҡ барлыҡҡа килә. Ырымбур өлкәһенең Ташлы һәм Илецк райондарының казактары Казактар Союзы составында үҙҙәренең ойошмаһын булдыралар.

Һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1825 йылдың башына Урал казак ғәскәрендә 28 226 кеше иҫәпләнә (ҡатын-ҡыҙ менән бергә)[16]. 1900 йылдың башына Урал казактарының (ғаилә ағзалары менән бергә) дөйөм һаны 123 меңдән ашыу кеше тәшкил итә[17]

Территориаль урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1-се Урал хәрби бүлек (Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләре)

2-се Лбищенск хәрби бүлек (Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләре)

3-сө Гурьев хәрби бүлек (Атырау өлкәһе)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:Книга:Перемены в обмундировании
  2. Ҡалып:Книга:Иллюстрированное описание
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 УРАЛ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Полковое знамя Уральских казачьих полков
  5. Торжественная передача Георгиевского полкового знамени Уральского казачьего войска
  6. Казаки в Великой войне
  7. Яицкие (уральские) казаки
  8. Казаки на службе Московского царя
  9. Яицкие казаки по переписи 1632 г.
  10. Назаров А. И., Очерки по истории фамилий уральских (яицких) казаков. Алматы: Комплекс, 2003. — 180 с., ISBN 9965-471-72-X
  11. Шебалдина Г. В., Шведские военнопленные в Сибири. Первая четверть XVIII века. М., 2005. С. 166.
  12. Челобитная яицких казаков имп. Екатерине II, 1772 г. 15 января 1772 г., текст на сайте «Восточная литература»
  13. Издательство «Оптима»
  14. Казачество в современной истории Казахстана
  15. Уральское (Яицкое) казачье Войско (г. Уральск)
  16. Уральское казачье Войско. Уральские казаки в ХІХ в
  17. К ВОПРОСУ О СОВРЕМЕННОМ СОСТОЯНИИ УРАЛЬСКОГО КАЗАЧЕСТВА В КАЗАХСТАНЕ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бородин Н. А., Уральское казачье войско // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Пушкин А. С. История Пугачёва. [1]
  3. Шишков В. Я. Емельян Пугачёв (роман) [2]
  4. Машковцев В. Золотой цветок — одолень (исторический роман). — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1990. — 412 с. — Тираж: 30000 экз. — ISBN 5-7688-0257-6
  5. Железнов И. И. Уральцы (Очерки быта уральских казаков). Репринтное издание. — Уральск: Оптима, 2006. [3]
  6. Савичев Н. Ф. Уральская старина. Рассказы из виденного и слышанного (Избранные произведения).
  7. Масянов Л. Л. Гибель Уральского казачьего войска. — Нью-Йорк, 1963.
  8. Бородин Н. А. Уральские казаки и их рыболовства. — СПб., 1901
  9. Неплюев И. И. Проект Неплюева о преобразовании Яицкого войска / Предисл. В. Витевский // Русский архив, 1878. — Кн. 2. — Вып. 5. — С. 5-33.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]