Мансуров Павел Дмитриевич
Мансуров Павел Дмитриевич | |
Герб | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1726 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1801 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Смоленск православие зыяраты[d] |
Балалары | Мансуров Александр Павлович[d] |
Нәҫеле | Мансуровтар[d] |
Хәрби звание | генерал-поручик[d] |
Һуғыш/алыш | Урыҫ-швед һуғышы (1741—1743) |
Ғәскәр төрө | Урыҫ император армияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гражданский чин | действительный тайный советник[d] |
Мансуров Павел Дмитриевич (1726—1801[1]) — генерал-поручик, Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан етәкселәрҙең береһе; сенатор, мөхбир йәшерен советник.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаҡлы Мансуровтар нәҫеленән сыҡҡан дворянлы. 1736 йылда хәрби хеҙмәтен башлай, 1741—1743 йылғы Урыҫ-швед һуғышында һәм Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша. 1770 йылдың 25 ноябрендә офицер чиннда 25-йыллыҡ хеҙмәте өсөн 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.
1773 йылдың ноябрендә Хәрби коллегияһы указы буйынса П. Д. Мансуров һәм генерал-майор П. М. Голицын генерал-аншеф А. И. Бибиков етәкселегендә Пугачев ихтилалын баҫтырыу өсөн ебәрелә. Мансуров етәкләгән бригада Пугачев атаманы И. Ф. Араповты Алексеевск тирәһендәге алыштарҙа һәм Быҙаулыҡ ҡәлғәһе янында ҡыйрата, артабан Сорочинскиҙа Ҡаҙандан килә ятҡан генерал Голицын корпусы менән ҡушыла.
Голицын менән Мансуров 1774 йылдың 22 мартында Пугачев отрядтарын — Татищев ҡәлғәһе янындағы алышта, һуңынан |Һаҡмар (Ырымбур өлкәһе)|Һаҡмар ҡаласығы эргәһендә еңәләр. Бынан һуң Изюм гусар полкы һәм Яйыҡ старшинаһы М. И. Бородиндың казак отряды менән көсәйтелгән Мансуровтың бригадаһы Яйыҡ ҡаласығына һөжүм башлай. Апрелдең беренсе көндәрендә Мансуров Нижнеозерный һәм Рассыпной ҡәлғәләрен, Илецк ҡаласығын яулап ала. 12 апрелдә Иртецк форпосында — баш күтәреүсе казактарҙы, өс көндән — Быковка йылғаһы янында атамандар А.Овчинников, А. П. Перфильев һәм К. И. Дехтяревтарҙы тар-мар итәләр.
Бригада Яйыҡ ҡаласығына 16 апрелдә бәреп инә, Михайло- Архангел соборының ҡала ҡәлғәһен ҡамауҙан азат итә, быға тиклем ҡәлғә 1773 йылыдң 30 декабренән пугачевсылар ҡулында була. Май-июлдә Мансуров Оло Үҙән, Кесе Үҙән һәм Ырғыҙ йылғалары янында Толкачев, Дербетев, Речкин, Фофанов атамандарҙы ҡыйрата, август-сентябрҙә Волга менән Яйыҡ араһында казактарҙың аҙаҡҡы отрядтарын тар-мар итә, бынан һуң Пугачев та тотола. Мансуров боланы баҫтырғаны өсөн 40 мең дисәтинә ер бүләккә ала һәм Изге Анна орденына лайыҡ була (1774).
Екатерина Икенсенең 1777 йылдың 28 июнендәге указына ярашлы генерал-поручик итеп үрләтелә. Батшалыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Көньяҡ Уралда 20 мең дисәтинә ер менән бүләкләнә, һуңынан шунда Мансуров Калуга губернаһының Медынск һәм Масальск өйәҙҙәренән 300 крәҫтиәнен күсерә. Әлеге буш ерҙәрҙә бер нисә ауыл төҙөй, улар араһында Спасский (Мансуров) һәм Александровка (Бурунча). 1778—1781 йылдарҙа Псков наместниклығын етәкләй, 1781 йылдың 28 июнендә 2-се департамент сенаторы вазифаһына тәғәйенләнә, ә 1781 йылдан сенатор вазифаһында хеҙмәт итә. Император Павел I уны 1798 йылда отставкаға ебәрә.
Ҡыҙҙарынан башҡа улы була. Ырымбур тыуған яҡты өйнеүселәрҙең мәғлүмәттәренән — Мансуровтың улы Александр менән XIX быуат башында П. Д. Мансуровтың бөтә Ырымбур имениеларына, шул иҫәптән Бурунча ауылына хужа булған генерал-лейтенант Александр Павлович Мансуров — бер үк кеше[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мансуровы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Православный приход храма с. Бурунча 2016 йыл 4 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Псковская энциклопедия // Главный редактор — А. И. Лобачёв. Псков: издательство «Псковская энциклопедия», 2007.
- Степанов В. П. Русское служ. дворянство 2-й пол. XVIII в. — СПб. ,2000