Овчинников Андрей Афанасьевич
Овчинников Андрей Афанасьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1739 |
Вафат булған көнө | 25 август 1774 |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Овчинников Андрей Афанасьевич (1739 — 25 август 1774) — Яйыҡ казагы, 1772 йылғы Яйыҡ ихтилалында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачевтың иң яҡын арҡалашы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Овчинников казак хеҙмәтенә 1757 йылда инә, Яйыҡ буйы Рәсәй рубеждарын «Бохара яғындағы» ҡаҙаҡтарҙың һөжүмдәренән һаҡлауҙа ҡатнаша. Хәрби тәжрибәһе, батырлығы һәм үҙ һүҙле холҡо арҡаһында Овчинников казактар араһында абруй ҡаҙана, уны бер нисә тапҡыр Яйыҡ казак ғәскәре эштәре буйынса Петербургка ебәрелгән делегацияларға һайлайҙар («зимовые станицы»).
Овчинников император власына ҡаршы оппозицияла ғәскәр ҡулы аҫтындағы партия яҡлы була (уға ҡапма-ҡаршы старшиналар ҡулы аҫтындағы партия) 1772 йылғы Яйыҡ казак ихтилалында әүҙем ҡатнаша. Баш күтәреүселәр еңелгәндән һуң Овчинников ҡаса һәм бер нисә ай алыҫ дала утарҙарында йәшеренә[1]. Пугачевтың ихтилалына 1773 йылдың 18 сентябрендә ҡушыла — Пугачев отрядының Яйыҡ ҡаласығына беренсе тапҡыр һөжүм иткән көндө. Бер көндән Овчинников казак-баш күтәреүселәре кругында поход атаманы итеп һайлана.
Овчинников Пугачевтың иң яҡын даирәһенә инә, «Йәшерен Дума» һәм «Хәрби коллегияның» ағзаһы була. Нәҡ Овчинниковҡа Башҡортостанда ихтилал күтәреү тураһында уй килә.
Овчинников Пугачевтан «генерал-фельдмаршал һәм бөтә Рәсәй ордендары кавалеры граф Панин» исемен ала. Яйыҡ казактарының атлы отрядтары менән командалыҡ итә, Яйыҡ ҡәлғәһе һәм Ырымбур араһында урынлашҡан бөтә ҡәлғәләрҙе алыуҙа; Ырымбурҙы ҡамауҙа һәм Яйыҡ ҡаласығындағы Михайло-Архангел соборын ҡамауҙа ҡатнаша. Овчинников атаман Чика- Зарубин менән бергә Юзей ауылы янында 7 — 9 ноябрҙәге алыштарҙа Пугачевтың отрядтары меннән етәкселек итә генерал В. А. Карҙың карателдәр корпусын ҡыйраталар һәм Кар ашығыс рәүештә Бөгөлмәгә ҡарай сигенергә мәжбүр була. Кар был еңелеүҙән һуң командалыҡты генерал-майор Фрейманға тапшыра һәм Мәскәүгә ҡайтып китә[2].
1774 йылдың ғинуарында Овчинников, Пугачевтың бойороғо буйынса, Яйыҡ үҙәндәрендәге Гурьев ҡалаһына табан походты етәкләй, һөжүм менән уның кремлен баҫып ала һәм отрядын урындағы казактар менән тулыландырып, уларҙы Яйыҡ ҡаласығына алып килә.
1774 йылдың мартында] генерал П. М. Голицын Татищев ҡәлғәһен ҡамауға алған саҡта Овчинников ҡәлғә эсендә һуңғы пушка зарядына тиклем ҡала һәм Пугачевтың сигенеүен ышыҡлай. Шунан һуң ҡамаусыларҙың сафтарын йырып, Нижнеозерный ҡәлғәһенә сигенә, унда А. П. Перфильевтың һәм К. И. Дехтяревтың отрядтары менән осрашып, Яйыҡ ҡаласығына етер ерҙә генерал П. Д. Мансуровтың каратель экспедицияһын туҡтатырға маташа, әммә Быковка йылғаһы эргәһендәге алышта еңелә.
Көньяҡ Урал һәм далалар аша ҙур урау походын башҡара һәм башҡорт ирекмәндәре менән үҙ сафтарын тулыландырып, 1774 йылдың майында Магнит ҡәлғәһе тирәһендә Пугачевтың төп армияһына ҡушыла, артабан Урал, Кама һәм Волга буйлап поход яһап, Троицк ҡәлғәһе эргәһендәге һуғыштарҙа, Башҡортостанда, Көңгөр һәм Ижевск тирәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, Ҡаҙан, Һарытау, Камышинды баҫып алыуҙа, Царицын һәм Пролейка йылғаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1774 йылдың 24 авгусында (4 сентябрь) Ҡара Яр янындағы һуңғы алыш алдынан, Солениково ватага эргәһендә, Пугачев, армияһының рухын күтәреү маҡсатында үҙенең яҡын көрәштәштәренә, шул иҫәптән ғәскәрҙең баш поход атаманына ла, яңы титулдар бирә: «Божиею милостью, мы, Петр Третий, император и самодержец Всероссийский. Жалуем мы от армии нашей в генерал-фельдмаршалы и всех орденов кавалеры атамана Андрея Овчинникова…». Киләһе көндө Волганың дала ярындағы ҡаты алышта Андрей Овчинников һәләк була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андрущенко А. И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. — Москва: Издательство «Наука», 1969. — 360 с. — 3000 экз.
- Дубровин Н. Ф. Пугачёв и его сообщники. В 3 тт. — СПб.: Тип. И. Н. Скороходова, 1884.
- Козубский К. Э. Борьба за Яик. // Русский Вестник, № 36-37 (68-69), октябрь 1992.
- Лёвшин А. И. Историческое и статистическое обозрение уральских казаков. — СПб, 1823.
- Лимонов Ю. А., Мавродин В. В., Панеях В. М. Пугачёв и пугачёвцы. — Л.: Наука, 1974. — С. 47-73.
- Овчинников Р. В. Последние страницы биографии пугачёвского атамана И. Н. Зарубина-Чики // Башкирский край. Сборник статей. — Уфа, 1991. — С. 30-45.
- Лимонов Ю. А., Мавродин В. В., Панеях В. M. Пугачёв и его сподвижники. — M.-Л.: Наука, 1965.
- Пушкин А. С. История пугачёвского бунта. ч. 1—2. — СПб., 1834.
- Рознер И. Г. Яик перед бурей. — М.: Мысль, 1966.
— М.: Мысль, 1966.