Рәүҙе заводы
Рәүҙе заводы — 1734 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1732 йылда) Рәүҙе йылғаһы (Чусовая йылғаһы ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Ҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ А. Н. Демидов тарафынан нигеҙ һалына.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1734 йылдан 1745 йылға тиклем, 1829 йылда һәм артабан 1843 йылдан алып — Демидовтар, 1805 йылда — А. В. Зеленцов, 1817 йылда — А. һәм П. Зеленцовтар, 1873 йылдан — Г. М. Пермикин, 1897 йылдан — В. А. Ратьков‑Рожнов, 1913 йылдан — П. Г. Солодовников завод хужалары була. 1819 йылда, 1879 йылда — ҡаҙна, 1835 йылда — Дәүләт заём банкыһы ҡарамағында була. Рәүҙе тау округына ингән.
Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылда, завод национализациялана.
1734 йылда эшләй башлаған осорҙа завод 96 мең дисәтинәнән ашыу ер биләгән. Заводта 2 домна мейесе, 20 горны, 10 сүкеше, XVIII быуат аҙағында — 2 домна мейесе, 25 горны, 11 сүкеше, 2 йәмшәйтеү станы, XX быуат башында 2 домна, ҡыҙҙырыу, сағылдырыу, 6 пудлингылау, 3 йәбештереү мейесе, 3 сүкеше, 4 прокат станы, 18 тимерлек горны була.
XVIII быуаттың аҙағында заводта 1996 крепостной крәҫтиән, 2374 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә,XX быуат башында эшселәр — 2140, 1917 йылда — 11078 тәшкил итә. 1783—1796 йылдарҙа 3124,8 мең бот суйын иретелә, уртаса йыллыҡ етештереүсәнлек 240,9 мең бот тәшкил итә. 1760 йылға 97 мең бот суйын һәм 59,5 мең бот тимер, 1800 йылда — ошоға ярашлы 329,5 һәм 76,4, 1860 йылда — 649,5 һәм 211,2, 1900 йылда — 603,1 һәм 356,7; 1913 йылда — 678,2 мең бот суйын, 740,3 мең бот тимер, 850,3 мең бот ҡорос етештерелә. 1840 йылдар аҙағында пудлингылау индерелә (1907 йылға тиклем). 1950‑се йылдар аҙағында баҡыр иретеү үҙләштерелә (4,3 мең бот баҡыр алынған); 1907 йылда мартен производствоһы индерелә.
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алынып, 200‑гә яҡын завод крәҫтиәне баш күтәреүселәргә ҡушылған.
1800 йылда, 1824—1826 йылдарҙа һәм 1841 йылда күмер яндырыусы эшселәр араһында, етештереү күләмен кәметеүҙе талап итеп, сыуалыштар була. 1867 йылда завод эшләмәй.
Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң, Рәүҙе заводында снаряд ҡоросо, хәрби ихтыяждар өсөн металл (никелле суйын һәм башҡалар), снаряд, тимерсыбыҡ етештерелгән.
1915 йылда заводҡа Пермь тимер юлы үткән. Рәүҙе заводы базаһында «Рәүҙе метиз‑металлургия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторолған.
Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Рәүҙе ҡалаһы урынлашҡан.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РӘҮҘЕ ЗАВОДЫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.