Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр
Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр |
Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр — Рәсәйҙә XVII — XIX быуаттың беренсе яртыһында дәүләт, һарай һәм иҡтисади крәҫтиәндәр йән башына һалым түләү урынына ҡаҙна һәм шәхси заводтарҙа һәм фабрикаларҙа эшләгән, йәғни, заводтарға беркетелгән крәҫтиәндәр. Рәсәйҙә ҡаҙна һәм шәхси тау заводтарына теркәлгән тау сәнәғәте крәҫтиәндәре категорияһы. XVII быуаттың аҙағында һәм бигерәк тә XVIII быуатта хөкүмәт эре сәнәғәткә ярҙам итеү һәм Себерҙәге һәм Уралдағы мануфактураларға дәүләт крәҫтиәндәрен беркетеү практикаһын киң ҡуллана[1].
Ғәҙәттә, беркетелгән крәҫтиәндәр миҙгелле эштәрҙе үтәгән, мануфактураларға билдәһеҙ ваҡыттҡа беркетелгәндәр, йәғни, мәңгегә. Беркетелгәндәр араһында тупланған рекруттар тау һәм металлургия заводтарында оҫталар булып китәләр. Формаль рәүештә әлеге крәҫтиәндәр феодаль дәүләттең милеге булып ҡалалар, әммә практикала сәнәғәтселәр уларҙы үҙҙәренең крепостнойҙары һымаҡ эшләтәләр һәм язалайҙар. Тау һәм металлургия сәнәғәте беркетелгән крәҫтиәндәрҙең эксплуатацияһына ҡоролған була, мәҫәлән, Алтай тау округында[2]. Заводтарға оҙатыу сираты улус старшиналары һәм ауыл старосталары тарафынан билдәләнгән[3].
1805 йылдан Әүжән-Петровка заводтарында — 2754, Ҡағы заводында һәм Үҙән заводында 2688 ир ат иҫәпләнә, улар башлыса Вятка губернаһынан, Ҡазан губернаһынан, Минзәлә өйәҙенән була. Квалификациялы кадрҙар етешмәүе, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәрҙең йыш сыуалыштары, үҙ хужалыҡтарынан оҙаҡҡа айырылып тороуға ризаһыҙлыҡ белдереүҙәре реформалар үткәреүгә сәбәпсе була. 1807 йылғы 15 марттағы Положение буйынса, Урал предприятиеларының заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәре ҡаҙна (1813 йылдан алып) һәм шәхси (1814 йылдан алып) заводтарҙа эшләүҙән азат ителә. Шәхси заводтарҙы даими эш көсө менән тәьмин итеү өсөн заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәре мәжбүри (1847 йылдан алып — ваҡытлы) эшселәр булараҡ посессион крәҫтиәндәр категорияһына күсерелә. Заводҡа беркетелгән 1000 ир аттың 58-ҙе — мәжбүри эшсе, ҡалғаны дәүләт крәҫтиәне була. Крәҫтиәндәр атлы бер мәжбүри эшсене — егеү кәрәк ярағы булған 3 ат һәм 316 һум 82 тин, йәйәүлене 118 һум 67 тин аҡса менән тәьмин итергә тейеш булған[3]. Урал заводтарына Рәсәйҙең төрлө губерналарынан 17850 эшсе тәғәйенләнгән. Көньяҡ Уралда улар Әүжән-Петровка заводтарында һәм Ҡағы тау сәнәғәте округтарының (XIX быуат башында — 418, уртаһында 559 кеше), Пермь губернаһының заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәре (XIX быуат башында 599 кеше) араһынан йыйылған. 1816 йылдан Илек тоҙ промыслаһына Ырымбур губернаһынан һәм Һарытау губернаһынан 3050 дәүләт крәҫтиәне беркетелгән (1828 йылға ҡарата — 3690). Мәжбүри эшселәр тоҙҙо йәйен Илек Һаҡлауынан Һарытау губернаһы үҙ иҫәбенә ташыған; эш хаҡы һәм өҫтөнлөктәр (икеләтә артыҡ ер бүлеме, һалымдар һәм йөкләмәләр түләмәү хоҡуғы) алған. Крәҫтиән хужалыҡтарын алып барыуҙы, тоҙ ташыу өсөн кәрәкле һанда мал тотоуҙы күҙәткән промысла идарасыһына буйһонған. Эш малы булмағандар Илек Һаҡлауында һәм тоҙ келәттәрендә эшләгән. Хужалыҡтарҙың бөлгөнләнеүе, мал кәмеүе, тоҙ ташыусыларҙы һалым һәм йөкләмәләрҙән азат итеүҙең сығымдары аҡланмауы арҡаһында, 1828 й. Илек промыслаһы эшселәре (3690 кеше) һалым түләүселәр ҡатламына күсерелә. Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәренең күпселеге аҡрынлап тау сәнәғәте эшселәре ҡатламына күсә[3].
XVIII быуаттың аҙағында хөкүмәт крәҫтиәндәрҙе заводтарҙы беркетеүҙе туҡтата. 1807 йылғы указ буйынса, Урал тау заводтарында беркетелгән крәҫтиәндәр мәжбүри рәүештә завод эшенән азат ителә башлай. XIX быуаттың башынан беркетелгән крәҫтиәндәр «мотлаҡ хеҙмәткәрҙәр» исеме аҫтында посессионный крәҫтиәндәр категорияһына индерелә, 1861—1863 йылдарҙа крепостнойлыҡ хоҡуҡ бөтөрөлөү менән әлеге категория юҡҡа сығарыла.
1861 йылғы крәҫтиән реформаһына ярашлы азат ителәләр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ю. С. Булыгин ПРИПИСНАЯ ДЕРЕВНЯ АЛТАЯ В XVIII ВЕКЕ 2011 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Мамиск Т. Побеги как социальное явление. Приписная деревня Западной Сибири в 40-90-е годы XVIII в. Новосибирск: наука, 1978
- ↑ 3,0 3,1 3,2 ЗАВОДҠА БЕРКЕТЕЛГӘН КРӘҪТИӘНДӘР // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЗАВОДҠА БЕРКЕТЕЛГӘН КРӘҪТИӘНДӘР // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горнозаводские крестьяне
- Крестьяне