«Һаҡмар» ял йорто
«Һаҡмар» ял йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 0 кеше (2010)[2] |
«Һаҡмар» ял йорто рус. Дом Отдыха «Сакмара» — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы юҡҡа сыҡҡан торама.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ял йорто Һаҡмар йылғаһының һул ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, 6 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ял йорто 1950 йылдан алдараҡ Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты тарафынан төҙөлгән[4]. Билдәле булыуынса, был комбинат Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһендәге, Урал тау-металлургия компанияһы составына ингән төҫлө метеллургия предприятиеһы. Ул беҙҙең илдә уникаль технология менән металлургия газынан элементар көкөрт (йәки көкөрт кислотаһын) етештерә башлаусы беренсе предприятие була, шуғаса донъяла барлығы бындай ике генә предприятие булған.
Предприятие эшселәрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күргән, ял йорттары төҙөгән, социаль программаларҙы финанслаған. Ял йорто - комбинат эшсәндәре өсөн туризм һәм ял итеү учреждениеһы булып торған, уңайлы шарттарҙа йәшәү һәм туҡланыу тәьмин иткән[5].
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауыл советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны - 2 кеше (урыҫ 100%) [6], 2010 йылда - йәшәгән кеше юҡ[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ Есть такой комбинат в Оренбуржье
- ↑ Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России" .
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.