Бусаргин Николай Матвеевич
Бусаргин Николай Матвеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 11 ноябрь 1919 |
Тыуған урыны | Ивановка, Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 26 июль 1990 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Нальчик, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Майор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бусаргин Николай Матвеевич (11 ноябрь 1919 йыл — 26 июль 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының рота командиры, майор (1958). Советтар Союзы Геройы (1946).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Матвеевич Бусаргин 1919 йылдың 11 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Ивановка ауылында тыуған
Тулы булмаған урта белемле. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Дәүләкән районының Асылыкүл МТС-ында тракторсылар бригадаһы бригадиры ярҙамсыһы булып эшләй.
1939 йылда Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында — 1941 йылдан. 1942 йылда кесе лейтенанттар курсын, 1944 йылда — «Выстрел» курсын тамамлай. 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Лейтенант Н. М. Бусаргин Чехословакия өсөн алыштарҙа айырыуса айырылып тора. 1945 йылдың 23 мартында үҙенең ротаһы менән Комарно ҡалаһы эргәһендә Дунай йылғаһына сыға һәм гитлерсыларға сигенеү юлын киҫә. 29-ынан 30-ына ҡараған төндә ротаһы дошмандың көслө миномет һәм пулемёт уты аҫтында беренсе булып Дунай йылғаһын аша сығып, плацдармды яулай һәм шунда нығына. Гитлерсыларҙың ротаны йылғаға төшөргә мәжбүр итергә тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Дошман пехотаһының танкылар, үҙйөрөшлө орудиелар һәм бронетранспортерҙар ярҙамындағы барлыҡ һөжүме кире ҡағыла, дошман күп юғалтыу кисерә. Н. М. Бусаргин һәр саҡ үҙенең өлгөһө менән яугирҙарҙы дәртләндерә. Ротаның контрһөжүме гитлерсыларҙы траншеяларҙан ҡыуып сығара һәм, сигенгән дошманды ҡыуа барып, Комарно ҡалаһына инә һәм дивизия частарына юл аса.
Һуғыштан һуң Бусаргин Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда округ КУОС-ын, 1958 йылда — «Атыу» курсын тамамлай. 1959 йылдан майор Н. М. Бусаргин — запаста.
Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының баш ҡалаһы Нальчикта йәшәй һәм эшләй. 1990 йылдың 26 июлендә вафат була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2021 йылда Утин Василий Ильич һәм Бусаргин Николай Матвеевичҡа Ивановкала бюсттар ҡуйылды[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1946)
- «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 6305, 1946).[2]
- Ленин ордены
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
- 3 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.07.1943)[4]; (29.01.1945)[5]
- Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ газета «Асылыкүль» Пограничники почтили память Героев Советского Союза(недоступная ссылка)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 7, л. 318, 319)
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 984, л. 2, 8, 9)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 1188, л. 1, 5, 6)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бусаргин Николай Матвеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2019)
- Бусаргин Николай Матвеевич . «Герои страны» сайты.
- 11 ноябрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Дәүләкән районында тыуғандар
- 26 июлдә вафат булғандар
- 1990 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында рота командирҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр